

Кузьма ҡарт, ҡурҡыныс төш күреп һаташып, шыбыр тиргә батып уянды. Әллә төш булды, әллә ысынмы тигәндәй, иҫәнгерәп, аңына килә алмағандай, ҡыбырҙарға ла ҡурҡып түшәгендә уйланып ятты.
Бер аҙ ятҡас: «Господи помилуй грешного» – тип уҡынды. Урынынан ҡалҡынып, үҙенән ҡул һуҙымы ғына мөйөштәге кәштәлә торған Божья Матерь һүрәтенә ҡарап суҡынды. Тағы бер тапҡыр Аллаһынан ярлыҡауҙы һораны, салбарын кейҙе. Ятҡан урынында эргәләп, һөйәүле торған ағас түмәр аяғын йәтешләп, көндәгесә салбар балаҡтарын төрөп, тубығынан үрҙә ағас төпһәге кеүек аяғын, ағас арасаһына урынлаштырҙы. Ҡайыштарын йәтешләп эләктергәс, тороп баҫты. Был эшенә ул ун биш йәшлек сағынан өйрәнеп күнегеп бөткән, күҙҙәрен йомған килеш тә, ҡулдары менән һәрмәп, һис ҡыйынһыҙлыҡ менән эшләй.
Үҫмер сағындағы аяныслы хәл ваҡиға иҫенә төшһә, тәндәре сымбырҙап китә уның. Атаһы менән ат косилкаһында бесән сабырға барғайнылар, урмансы Степан ҡарттың атын төпкә, тайын эргәләп ектеләр. Степан ҡарт: «Әйҙә еккегә өйрәнһен, атҡа ярҙам булыр» – тип тайын үҙе егеп бирҙе. Сабынлыҡты ике рәт үткәс атаһы, ҡан баҫымым күтәрелде ахыры, – тип ағас күләгәһендә ятып торорға булды.
Кузьмаға ҡарап: «Һиңә улым үҙеңә эшләргә тура килер ахыры, минең әлегә рәт самалы, башым әйләнә, һинең кеүек саҡта мин үҙем косилкала бесән саба инем», – тип уны дәртләндереп тә ебәрҙе. Кузьма: «Хафаланма атай, булдырабыҙ», – тип дәртләнеп аттарҙы алға ҡыуҙы. Сабынлыҡты һис бер ҡыйынлыҡһыҙ биш-алты тапҡыр уратты, тик уйһыулығында ҡуйы булып үҫкән үлән, косилканың сапҡыстарына тыйлыҡты. Кузьма һикереп төшөп таҙартырға тотондо. Косилканың автомат педаленә баҫып сапҡыс тештәрен эшләтеүҙән айырырға булған да бит, Кузьма ҡабаланып ул турала онотто. Тыйлыҡҡан үләндәрҙе бер аҙ таҙартҡас, полотнаһын күтәреп ал яғына уң аяғын ҡуйғас, эшен дауам итте. Аттар тик торғандан күгәүен тешләүенә түҙмәй ҡуҙғалды ла киттеләр. Кузьма аяғын алып өлгөрмәне, тубығының аҫ яғын косилканың үткер тештәре тураны. Кузьма ҡапыл ауыртыуын да һиҙмәне, полотнаны ергә ташланы ла ҡанға туҙған аяғына ҡарап ҡырағай тауыш менән аҡырып ебәрҙе. Атаһы йән фарман килеп тә етте. Салбар ҡайышын ысҡындырып жгут итеп һалды.
Аттарҙы туғарғас, Кузьманы күтәреп атҡа ултыртты ла үҙе менеп ултырҙы. Район больницаһына еткәнсе, атты сәсерәтеп ҡыуҙы. Больницала һәлберәп ҡанға туҙған аяғын ҡырҡтылар. Айҙан артыҡ ятҡас, һыңар аяҡлы ғәрип булып ҡайтты Кузьма. Бына шул ваҡыттан алып һул аяғында һәм ағас аяғында йөрөй.
Йоҡлаған әбейен уятмаҫҡа тырышып, ағас аяғын иҙәнгә һаҡ ҡына баҫып атлап, өйөнөң алғы яғына сыҡты. Өҫтәл эргәләп ултырғас, ашыҡмай ғына гәзиттән бөкләп, блокнот кеүек итеп яһалған ҡағыҙ киҫәген йыртып алды, кисетенән самосатын, тәмәкегә ыҫланып бөткән бармаҡтары менән самалап семтеп һалғас, ашыҡмай ғына оҫталыҡ менән төрҙө. Мейестең кәштәһенән шырпы алып тышҡа атланы. Солан тупһаһына ултырғас, урта бармаҡ йыуанлығы итеп уралған тәмәкеһен тоҡандырҙы. Тәрән итеп һурғас, уйҙары әле генә күргән төшөнә әйләнеп ҡайтты. Төшөндә уны урман ҡараусыһы булып эшләгән Степандың ҡола аты баҫтырҙы. Баҫтырҙы ғына түгел, ажарланып, ялдарын туҙҙырып, тояҡтары менән ерҙе сапсып, ер ярып кешәнләп, артынан ҡыуҙы. Кузьма, йылға буйында үҫкән ҡолас етмәҫлек тирәккә тейен кеүек үрмәләп ҡотолдо. Ҡола ат тирәкте уратып бер нисә әйләнгәс, арт һанын күтәреп тирәккә бер нисә тапҡыр типте, алғы тояҡтарын йоҙороҡ итеп йомарлап: «Мин һине барыбер эҙләп табасаҡмын, ер ҡуйынына инеп йәшенһәң дә, тояҡтарым менән сапсып, соҡоп сығарасаҡмын», – тип, тирә-яҡты яңғыратып кешәнләгәс, ҡуйы томан араһына инеп юғалды.
Ҡарт, тәмәкеһен ашыҡмай, оло кинәнес менән һура-һура, хәтер һандығының иң төпкөлөндә,тиҫтәләгән йылдар йәшереп тотҡан, бынан, илле йылдан артыҡ булып үткән хәл ваҡиғаларҙы, яңынан соҡоп сығарҙы. Һуғыш осоронда булып үткән ваҡиғаларҙы иҫкә алыуы ла аяныс ине уға. Тик әле генә күргән ҡот осҡос төш күңеленә, йөрәгенә, һис тыңғылыҡ бирмәй, уны теләһә-теләмәһә лә уйландырырға ҡуша. Алыҫ ҡырҡ беренсе йылдың көҙөндә, ҡараңғы төн уртаһында кемдер һаҡ ҡына уларҙың тәҙәрәһен шаҡыны.
Түшәктә ауырып ятҡан әсәһе: – Кузьма, уян, кемдер тәҙәрә шаҡый, ниндәй шайтан алғырын, йөрөтә икән төн уртаһында тип, һуҡыранып өндәште. Егет ҡорона ингән улы, ятҡан урынынан ынтылып, тәҙәрә ҡормаһын асып ҡараны.
Тәҙәрә аша ауылдашы Тимофейҙың шәүләһе төҫмөрләнде.Ул тороп урындыҡ ситенә һөйәп ҡуйылған ҡул таяғына таянып ишеккә табан ыңғайланы. Солан ишегенең биген ысҡындырғас һаҡал, мыйыҡ баҫып ҡарасҡы төҫөнә ингән Тимофей:
– Ну, ни хәл братан, өйөгөҙҙә һеҙҙән башҡа кеше юҡмы? – тип ҡарлыҡҡан тауыш менән һораны.
– Юҡ, икәү генә, – тине Кузьма.
– Самасадың бармы? Әйҙә берәрҙе урап көйрәтәйек, бер ыңғай хутор яңылыҡтарын да һөйләрһең.
Кузьма иңенә һалған бишмәтенән кисетен, төрөргә ҡағыҙын сығарып төн ҡунағына һондо. Тимофей ҡалтыранған ҡулдары менән тәмәке төрҙө лә, тоҡандырҙы.
Кузьма:
– Миңә лә ура, күреп тораһың ҡулдарым буш түгел. Һин ҡайҙан ҡайтып килеш, кейемең дә армейский түгел? – тип һораулы күҙҙәрен Тимофейгә төбәне.
Тимофей ураған тәмәкеһен Кузьманың ауыҙына ҡаптырҙы ла, үҙенең тәмәкеһе менән тоҡандырҙы.
– Эй, брат, минең өсөн һуғыш бөттө, ҡастым мин алғы һыҙыҡтан. Немецтарҙын алғы һыҙығын да имен-аман үттем, бына ун көндән артыҡ, ҡаса-боҫа ҡайтып еттем, Аллаға шөкөр... – Ҡыҫыҡ күҙҙәрен тағы ла ҡыҫа биреп, ауыҙын арандай итеп асып, никотинға ыҫланып һарғайып бөткән тештәрен ыржайтып, ыҫылдаған тауыш сығарып көлөп ҡуйҙы. – Иртәгә күрше хуторға барам, неместәрҙең полиция участогы шунда икән тиҙәр. Яңы властҡа хеҙмәт итәсәкмен. Әйҙә, һин дә минең менән, ишкә-ҡуш тигәндәй.
– Минән ниндәй хеҙмәтсе сыҡһын, ағас таяҡлы ғәрип уларға нимәгә, – тине Кузьма.
– Эх! Брат, һин күп нәмәне аңлап етмәйһең, уларға барыһы ла ярай, тоғро хеҙмәт итерлек кеше булһын. Әйҙә хатаға инәйек, минең тамаҡты туйҙыр, аҙна тәғәм ризыҡ ҡапҡаным юҡ, ярай урман төрлө еләк-емешкә бай, шуның менән туҡландым.
Улар бер-бер артлы тәмәке төпсөктәрен телдәре менән тышҡа атып бәргәс, Кузьма өй ишеген асып Тимофейҙы үткәрҙе лә голанка яғына үтте. Суйындан әле һыуынырға ла өлгөрмәгән борщты оло табаҡҡа һалып өҫтәлгә ҡуйҙы. Ике һыныҡ икмәк ҡуйҙы. Тимофей ҡарһаланып ашай башланы.Тимофей ашаған ыңғайы үҙенең алдағы пландары менән уртаҡлашты.
– Беҙ һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәйәсәкбеҙ. Мин күптән ошо көндәрҙе көттөм. Бына әйт әле Совет власы беҙгә ниндәй яҡшылыҡ күрһәтте? Атайҙың хәләл көсө менән йыйған донъяһын төбө-тамыры менән тартып алды, бура төбөндә бер ус хәтлем дә ашарлыҡ бойҙай ҡалдырманы. Активистары, мыҫҡыл итеп тештәрен ыржайтып көлгәс: – Бына күрҙегеҙме, донъя нисек ҡуласа, әйләндереп килеп бер баҫа тигәндәре ошо була, – тип хахылдап көлөп ихатанан сығып киттеләр. Беҙҙең заман килде, күрһәтәсәкбеҙ советтарға, коммунистарға ҡайҙа ҡыҫала ҡышлағанын тип, – ярһып һөйләнде.
Кузьма бер һүҙ ҙә өндәшмәй ярым-ярты тыңланы уның һөйләгәндәрен. Ул бер аҙ шөрләй ҙә төштө хатта. Сөнки был иманын юғалтҡан, фашистарҙың табандарын яларға әҙер торған әҙәм затынан барыһын да, күберәк насарын көтөргә була ине.
Шулай ҙа Кузьма үҙен ҡулға алды һәм:
– Ярай, Тимофей, «ҡараңғы төнгә ҡарағанда иртәңге таң нурҙары файҙалыраҡ була», ашаныңмы? Ашаһаң голанка эргәһендә ҡунаҡла, төнө менән ут яндырып ултырабыҙ, күрше тирәнең ҡолаҡтары һиҙгер, һиңә лә беҙгә лә уйын булмаҫ НКВД килеп баҫһа, – тип үҙенең йоҡо урыны, төпкө яҡҡа ыңғайланы.
Кузьма таң һарыһынан уянды, Тимофейҙы уятты.
– Тор! Хуторҙа кеше йөрөмәҫ элек бар, бара торған ереңә, тик тиҙерәк тай бынан, – тип уны ҡабаландырҙы.
Тимофей өндәшеп торманы:
– Ҡайҙа самосадыңды бер урап тартайыҡ та, мин тайҙым был тирәнән, – тип ишеккә ыңғайланы.
Кузьма гәзит киҫәген йыртҡас кисетенән самасатын сығарып Тимофейҙың усына һалды.
– Ауылды сыҡҡас урарһың, урамға сыҡма, кәртә артынан һыпырт, – тип уны ҡабаландырҙы.
Тимофей сығып киткәс, «Уф! Ҡотолдом был әҙәми заттан, хәйерләгә генә булһын инде», тип, мөйөштәге иконаға ҡарап суҡынды.
Төш ауғас Тимофей ҡара төҫтәге униформала, мотоциклда хуторға ҡайтып төштө. Уның менән ике полицай ҙа бар. Ул мотоцикл йөрөткән полицайға туҡтарға ҡушты ла:
– Был - минең брательник, уға ышанырға була, тик бына һыңар аяҡлы, шуныһы күңелде ҡыра, – тип һөйләнде.
Арыу ғына һалдырып та алған булһа кәрәк теле-телгә йоҡмай. Кузьма уны күргәс, ғәжәпләнеп ҡарап торҙо. Шулай тиҙ генә була икән тип башына ла килтермәгән ине.
– Өйҙәгеләрҙе ҡыуандырайым, ҡабаланам братан, мә һиңә лә күстәнәс бар, – тип бер плитка школадты ҡулына тотторҙо.
Кузьма һүҙһеҙ генә ҡулына алды ла өйөнә табан атланы. Әсәһенә шоколадты күрһәтеүе булды:
– Кем бирҙе, теге дезертир, фашист ялсыһы булып та алғанмы? – тип һораны.
– Эйе, Тимофей ҡулыма тоторҙо, көсләп тигәндәй, – тип яуапланы.
– Ҡағылаһы булма! Ошоғаса шоколад ашаманыҡ, бынан һуң да кәрәкмәй. Бар сүплеккә сығарып ташла, ҡош-ҡорт ашаһын, ҡоштарға ашатыуы ла ерәнес, фашистарҙың аҙығын, ҡағыҙын мейескә ташла, башҡаса Тимофейға яҡын бараһы булма, ишетһен ҡолағың. Улар насар кешеләр нәҫеленән, атаһы Себер киткәнсе бар хуторҙы ҡан ҡоҫторҙо. Уның нагайкаһының утын тәнендә татымаған кеше ҡалмағандыр...
Тышҡа сыҡҡас Кузьма ерәнесле төҫ менән фашист шоколадын тегеләй былай әйләндереп тышындағы һүрәтен ҡараны, яҙыуын уҡый алманы, әкрен генә кәртә артындағы сүплеккә табан атланы. Ҡағыҙын йыртып эсендәген сүплеккә ташлағас, ниндәйҙер бысыраҡтан ҡотолғандай еңел һулап ҡуйҙы һәм өйгә атланы. Ингәс ҡулдарын ҡат-ҡат һабынлап йыуҙы.
Был ваҡиғанан һуң Кузьма Тимофей менән осорашмаҫҡа тырышты. Мотоцикл тауышы ишетелһә аҙбар артына йәшенеп күҙәтте. Тимофей ҙа хуторға һирәгерәк ҡайта башланы, «карательный отрядта» икән тигән хәбәр ишетелде. Ҡарт әсәһе ҡарғап ҡыуған икән, тигән һүҙ ҙә таралды. Бер көндө көтмәгәндә иртән иртүк Тимофей уларға тауыш-тынһыҙ килеп инде. Яуырынында немец автоматы.
Өйгә инеп торманы ҡуранан сығып килгән Кузьманың ҡаршыһына килде:
– Брательник, кил бында, һөйләшә торған һүҙ бар, – тип аҙбар яғына ымланы.
Кузьма, быға тағы ни кәрәк икән тигәндәй теләкһеҙ генә уның артынан ҡултыҡ таяҡтарында аҡһай-аҡһай эйәрҙе.
– Беләһеңме Кузьма, мин һиңә протез аяҡ белештем һәм заказ бирҙем хәрби госпитальгә. Ике-өс аҙнанан Германияның үҙенән килтерәсәктәр. Кемгә тип һорауҙарына, «Ышаныслы һәм беҙҙең өсөн кәрәк кешегә» –тинем. Немецтарҙың протездары ныҡлы, еңел, уңайлы беҙҙең ағастан яһалған самодельный балта эше түгел.
Кузьма:
– Мин ағастан яһай башлаған инем, тамамларға күп ҡалманы, ҡайыш дилбәгәнән бауҙарын тағып түмәрен шымартһам әҙер була, – тип Тимофейға фашист протезының миңә кәрәге юҡ тигәнде моронлатып ҡуйҙы.
– Һин братан улай тип әйтмә, мин дә улар ҙа халыҡҡа бары яҡшылыҡты ғына теләйбеҙ, бирәләр икән ал, һатып алырға түгел, бушлай ярҙам ул, ғәрип-ғөрәбәгә. Шунан тағы һиңә «Партийный задание» бар, (партийный заданиеһын ул ауыҙын ҡыйшайтып көлөп әйтте). Һин урман һаҡсыһы лесник Степан ҡарт менән яҡшы мөғәлләмәһең ахыры, бына ваҡытты һуҙмай уның ҡайҙа, ҡасан барғанын һиҙҙермәй генә күҙәт. Ольховка урманында партизандар отряды урынлашҡан икән, тигән хәбәр бар. Улар төнөн полиция участоктарына һөжүм итәләр, хәрби йөк машиналарына һөжүм итеп ҡорал һәм башҡа кәрәк яраҡтарҙы ҡулға төшөрәләр. Степан ҡарт уларҙың базаһына аҙыҡ-түлек ташый икән. Һинең ярҙамың беҙгә кәрәк, ишетһен ҡолағың, тик бер кем дә белергә тейеш түгел, аңланыңмы?
Кузьма уның һөйләгәндәрен ярым-ярты ғына тыңланы. Ул сығып киткәс ергә төкөрөп, был эт йығыш әҙәм тәки үҙенең артынан әйҙәй бит, нисек ҡотолорға икән, тип уйланды. Егерме өйҙән торған хуторҙа йүнле ир-ат юҡ бит, барыһы ла фронтта, ҡарттарҙан да етмешкә яҡынлашҡан Степан бабайҙан башҡа бер кем дә юҡ. Ул утын һарайына ингәс кибеп еңеләйгән әҙер булған ағас таяҡҡа ҡарап торҙо ла, стеналағы сөйҙә элеүле арҡалыҡ ҡайышын алып нисегерәк аяҡтың тубығынан өҫ яғына эләктерергә икән тип төрлөсә самаланы. Өйгә инеп әсәһенән кәңәш һораны.
Әсәһе:
– Күргән нәмәм түгел бит. Степан ҡартҡа бар, ул күпте күргән, белергә тейеш, – тип кәңәш бирҙе.
Кузьма ағас аяғын арҡалыҡ ҡайышына бәйләгәс, яуырыны аша арҡаһына аҫты ла Степан ҡарттың өйөнә юнәлде. Степан ҡарт оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ағас аяҡты уңайлы итеп Кузьманың тубығынан үрҙәге аяғының төпһәгенә урынлаштырҙы.
– Әйҙә, йөрөп ҡара, тәүҙә уңайһыҙыраҡ булыр, өйрәнерһең, ҡултыҡ таяғы кеүек булмаҫ.
Һарайының артында ултырып тәмәке тартҡанда Степан ҡарт:
– Бөгөн кис эңер төшкәс беҙгә кил, урамдан түгел, йылға буйлап, һинең менән бер ергә барып киләбеҙ, ҡайҙа икәнен хәҙергә әйтмәйем...
Ҡараңғы төшкәс Кузьма, һөйләшкәнсе Степан ҡартҡа китте. Ҡарт атын егеп арбаһына тоҡҡа тултырылған әйберҙәрен тейәп бөтөп уны көтә ине. Берданкаһын бесән араһына тыҡҡас:
– Әйҙә ултыр, үҙең күреп тораһың заманалар хәүефле, һине иптәшкә үҙем менән алырға булдым. Ҡайҙа барғаныбыҙҙы ла хәҙергә әйтмәйем, барып еткәс үҙең күрерһең. – Картуф баҡсаһы аша сыҡҡас урман юлы менән киттеләр.
Юлда Степан ҡарт:
– Тимофей фронттан ҡайтҡан икән, справкаһы ла бар. Имеш, уның туберкулез, хәрби хеҙмәттән азат иткәндәр. Полицайҙарға хеҙмәткә кергән икән тиҙәр. Булыр-булыр... уларҙың нәҫеле эт нәҫеленән, атаһы Себер киткәнсе бар хуторҙы ҡан ҡаҡшатты. Хәҙер малайы күкрәк киреп йөрөй, фашист ялсыһы, – тип төкөрөп ҡуйҙы асыуын баҫа алмай. – Атайыңдан хат киләме, ҡайһы тирәлә һуғышта? Адресын бирерһең, мин дә хат яҙып һалырмын. Сит яҡтарҙа хат алһаң да күңел күтәрелеп ҡала, – тип йыуатҡандай һөйләнде ул.
Ольховҡа урманына еткәс ҡарт устарын ҡыҫып ирендәренә терәне лә өкө ухылдағанына оҡшатып өс тапҡыр тауыш сығарҙы. Теге яҡтан урман эсенән шулай уҡ ухылдаған тауыш ишетелде. Күп тә үтмәне ике һыбайлы уларҙың эргәһенә килеп:
– Әйҙәгеҙ беҙҙең арттан, – тип бер һыбайлы алдан икенсеһе арттан урын алғас ҡуҙғалдылар. Бер төркөм ҡоралланған кешеләр эргәһенә килеп еттеләр. Партизандар отрядының башлығы ахыры Кузьманы баштан аяҡ күҙҙән үткәргәс:
– Ә был егетте ниңә эйәрттең, – тип ҡараштарын Степан ҡартҡа юнәлтте.
Ҡарт:
– Шикләнмәгеҙ, ышаныслы егет, үҙемә иптәш итеп эйәрттем. – Тоҡтағы түтәрәм икмәктәрҙе бушатҡас, Степан отряд башлығы менән ситкәрәк китеп нимәлер тураһында кәңәшләштеләр.
Ҡарт арбаға менеп ултырғас:
– Йә хәҙергә һау булып тороғоҙ. На! – тип атын ҡайтыу яғына борҙо. Ҡараңғыла Кузьма йүнләп кемдәр икәнен дә абайламаны, егермеләгән кеше булһа кәрәк, тип фекерләне.
Кузьма юл буйы Тимофейҙың әйткәндәрен Степан ҡартҡа асып бирергәме, юҡмы, тип баш ватты. Бөгөнгә әйтмәй торайым, иртәгә лә көн бар, ҡабаланырға ярамай, уйлап эш итергә кәрәк, тип ҡартҡа өндәшмәне.
Хуторға етәрәк сауҡалыҡта туҡтап Степан ҡарттың алдан әҙерләгән ҡоро-һары утынын тейәнеләр. Хуторға килеп ингәс, ҡарт Кузьмаға, килгән юлыңдан йылға буйлап ҡайт – тип өндәште лә үҙенең өйө яғына ыңғайланы.
Әсәһе Кузьманы орошоп ҡаршы алды:
– Һуҡыр күпте күрә, сатан күп йөрөр тигәндәй, ҡайҙа юғалып йөрөйһөң, тағы Тимофейгә эйәрҙеңме?
– Юҡ, әсәй Степан ҡартҡа утын алып килергә ярҙам иттем, ул да беҙгә утын алып килергә ярҙам итәм тине. Әсәһе ышанды ахыры.
– Улайһа ярай, тик Тимофейға эйәрмә, эргәһенә лә барма, ишетһен ҡолағың, – тип тағы бер тапҡыр киҫәтте.
Иртән торғас Кузьманы әсәһе эргәһенә саҡырып алды ла:
– Өй башындағы тупраҡҡа күмелгән булһа кәрәк, табырһың, атайыңдың һунар мылтығы булырға тейеш, яһауҙары ла шунда, алып төш. Соландың иҙән аҫтына йәшер, бер-бер хәл булһа ҡул аҫтында булһын, донъялар хәүефле. Ҡайҙан теге эт тоҡомо ҡайтып килде дөмөккөрө, – тип һуҡыранып һөйләнде.
Төш алдынан Тимофей яңғыҙы уларҙың өйө тәңгәленә мотоциклда килеп туҡтаны. Ҡапҡаны асып кергәс туп-тура Кузьма янына килде лә:
– Әйҙә брат минең менән, һине полиция хужаһы үҙе саҡыра, осорашып һөйләшергә уйлай ахыры, – тигән булып, ҡыҫыҡ күҙҙәрен тағы ла ҡыҫа биреп, ситкә ҡарап һөйләнде.
Кузьма:
– Мин ауырыған әсәйемде ташлап, бер ҡайҙа ла бармайым, бар юлыңда бул, – тип утын һарайына юнәлде.
– Барырһың, бармай һинең хәлең юҡ, – тип, Тимофей яуырынындағы автоматының көбәген һыйпап, сертләтеп төкөрҙө, Кузьманың ағас аяғына ҡарап:
– Ну, нисек ағас аяҡ, үҙе атлаймы? – тип ыҫылдап көлөп ҡуйҙы.
Кузьма, «Эх! Мылтыҡты юҡҡа соланға йәшергәнмен утын һарайы тирәһенә йәшерергә булған икән, валлаһи атып үлтерер инем ул фашист ялсыһын», тип әсенеп уйланды.
– Ну, күпме һине көтөргә, әйҙә утыр матайға, киттек. Ҡурҡма, бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләргә йыйынмайбыҙ, һин бит минең как никак брательник, бер хуторҙан. Бер аҙ күрһәтмәләр бирәбеҙ ҙә, шуның менән тамам, беҙ әллә полицай булып йөрөгәс тә, насар кешеләр тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, беҙҙә шул уҡ кешеләр, бер дәүләттә йәшәйбеҙ бит.
Кузьма «Был әҙәмдән ҡотолоп булмаҫ ахыры, күҙенең ҡырыйы менән күреп ҡалды бит уның автоматының көбәген һыйпап ҡуйғанын».
– Ярай, Тимофей, мин әсәйгә әйтеп сығайым, белеп торһон ҡайҙа барғанымды, – тип Кузьма өйөнә табан атланы. Уның башында ҡапыл мылтыҡты йәшергән еренән алыу теләге уянды. Тимофей уның артынан эйәрҙе. «Бына ҡойороҡ, арттан ҡалмай, сволочь», – тип эстән генә һүгенеп ҡуйҙы ул. Өй ишеген асып әсәһенә ҡайҙа барғанын әйткәс, ул Тимофейҙың матайына ултырҙы. Район үҙәгенә тиклем ун саҡрым араны “һә” тигәнсә үттеләр.
Тимофей матайын элекке райисполком йорто ҡаршыһына туҡтатҡас:
– Бына килеп тә еттек, беҙҙең штаб ошонда. Әйҙә рәхим итеп үт, яңы власть хужалары менән танышырһың, – тип алдан юл күрһәтте.
Ҙур ғына кабинетҡа ингәс, ул кабинет район секретарының кабинеты булғандыр тип фекерләне Кузьма, уларҙы Тимофейҙың кейеме кеүек ҡап-ҡара униформала ҡорһаҡтары бүлтәйеп торған өс ир ҡаршыланы. Икәүһен Кузьма таныны, күрше Васильевка ауылынан, өсөнсөһөн таныманы, беҙҙең яҡтың кешеһе түгелдер, тип уйланы. Өсөһө лә бер ауыҙҙан әйткән кеүек.
– Әйҙә ултыр, бына ултырғыс, тип, хатта береһе ултырғысты Кузьмаға яҡыныраҡ шылдырып ҡуйҙы.
Бер аҙ Кузьмаға текләп ҡарап торғас Тимофей:
– Кисә ҡараңғы төшкәс, Степан ҡарт менән ҡайҙа йөрөп ҡайттығыҙ, тик дөрөҫөн генә һөйләп бир, ни өсөн Степан һине үҙе менән алды, һин үҙең барырға ризалаштыңмы? Әгәр үҙең икән был маҡтауға лайыҡлы, давай йәшермә, һөйлә.
Кузьма бер ниндәй ҡаушауһыҙ бүлмәлә ултырғандарға тура ҡарап:
– Утын алып ҡайтырға барҙыҡ, яҡын көндәрҙә беҙгә лә утын килтерәбеҙ, минең хәҙер ағас булһа ла аяғым бар, шылдырып атларға ла өйрәнеп киләм, – тип хәбәрен шаяртыуға юнәлдереп, ағас аяғына һуҡҡылап күрһәтте.
– Һин беҙҙе аңламаның ахыры, беҙгә һине ағас аяғыңдың кәрәге юҡ, утын тейәп алып ҡайтыуығыҙ дөрөҫ, ә сытыр утын артынан ниңә ике-өс сәғәт йөрөнөгөҙ... Утынға төнө менән йөрөмәйҙәр, шулай бит, – тип көлөмһөрәп эргәләгеләренә күҙ ҡыҫты.
Кузьма «Кем күрҙе икән, тимәк күрше тирә-яҡта шымсы бар, мин Степан ҡарттың арбаһынан төшөп йылға буйлап атлай башлағанда күршеһе Ефросияның аҙбарында бер шәүлә сағылып ҡалды. Тимәк, ул шымсы беҙҙең киткәнде лә ҡайтҡанды ла күҙәткән һәм Тимофейға еткергән».
– Нимә уйға ҡалдың, кисә нимә булғанын хәтереңә төшөрә алмайһыңмы, – тип Тимофейҙың ҡарлыҡҡан тауыш менән өндәшеүенә ул һиҫкәнеп киткән кеүек булды, тик үҙен тиҙ арала ҡулға алды һәм:
– Арбаһының тәгәрмәсе ватылды, шуны юнәтеп оҙаҡланыҡ.
– Хәҙер әйтерһең! Һөйләп тә бирерһең, беҙ һиңә тел асҡысы табырбыҙ, шулай бит, – тип, ул йыртҡыс кеүек Кузьмаға ташланды, бармаҡтарын уның боғаҙына батырҙы.
– Әйт, эт балаһы, дөрөҫөн генә, – Кузьма тыны ҡыҫылыуҙан ғырылдай башланы, күҙ алдарында бөткөһөҙ таптар барлыҡҡа килде лә уны ҡайҙалыр йәһәннәм төпкөлөнә һөйрәй башланы. Тимофей бармаҡтарын ысҡындырҙы ла уның сикәһенә сабып ебәрҙе. Өҫтәл артында ултырған полицай:
– Йә, етәр, көсөңдө күрһәтәһеңме, улай бик көслө булһаң партизандар менән көс һынаш.
Эргәһендәге эре кәүҙәле полицайға:
– Ә һин бар матайға атлан да, саҡыр команданы, ярты сәғәт ваҡыт, барыһы ла ошонда булһындар, партизандарҙың килеп ябырылғанын көтөп ятабыҙ, үҙебеҙгә башларға кәрәк булһа төп көстәрҙе, немецтарҙы йәлеп итәрбеҙ.
– Йә, ҡайҙа йәшенеп ята партизандар отряды, – Тимофей автоматын яуырынынан ысҡындарҙы ла затворын тартты, Кузьманың күкрәгенә ҡарайып торған автомат көбәге терәлде. Кузьма, бер аҙ тын алырға ла ҡурҡҡандай өнһөҙ ҡалды. Бер аҙ уйланып ултырғас, – Ольховка урманында улар, – тип бышырланы. Урман ҙур, әйҙә эҙләһендәр засадаға юлыҡҡансы.
– Бына был беҙҙеңсә, егеттәрсә, – тип Тимофей устарын-устарына ыуғаланы, ҡыуаныслы тауыш менән.
– Урман юлын хәтереңдә ҡалдырғанһыңдыр, беҙҙе алып барырға, шулай бит.
Ярты сәғәт ваҡыт үтмәне, карательный отряд юлға ҡуҙғалды. Хуторға кереп Степан ҡартты атын ектереп автомат көбәге аҫтында үҙҙәре менән алдылар. Степан ҡарттан Тимофей юл буйы нимәлер тураһында төпсөндө, һорашты, тик ҡарт артыҡ бер нәмә лә һөйләмәне. Тимофей туҙынып китте, автоматының затворын тартып, ҡурҡытып та ҡараны, тик Степан бабай ауыҙын ҡымтып, һаҡал мыйығы араһынан йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Урманға етәрәк карательдар матайҙарын шырлыҡҡа индереп йәшерҙеләр ҙә арбаға тейәлештеләр, кемдәргә урын етмәне арттан йәйәү атланылар. Үткән кис ҡараңғылығында Кузьма юлды бик үк хәтерендә ҡалдырманы, сөнки тирә йүндә ҡуйы урмандан башҡа иҫтә ҡалырлыҡ бер нәмә лә юҡ ине. Бер аҙ ваҡыт тынып ҡалған Тимофей үҙенең йылан ыҫылдаған тауышы менән:
– Йә ҡасан етәбеҙ партизандарыңдың ояһына, күп барырғамы? – тип тынлыҡты боҙоп барыһында һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Мин, бер нәмә лә белмәйем, ҡарт ҡарағас ағасынан ары йөрөгәнем юҡ, Ольховка урманы Воскресенский ауылы урман хужалығына инә, уның хужаһы мин түгел, хәҙер кемдер белмәйем. Һуғыш барыһын да үҙгәртте.
– Һин, ҡарт төлкө, әйтерҙән алда кипкән баш мейеңде әҙерәк эшләтеп ал. Ғүмерең буйы урман ҡарауылланың, урмандағы һәр атлаған аҙымыңды һәр төп ағастың ҡайҙа үҫкәнен беләһең бит, ә хәҙер Ольховка урманын белмәй имеш. Һин ул әкиәтеңде башҡа кешегә, башҡа ерҙә һөйләрһең, тере ҡалһаң әгәр.
Тимофейға үҙенең ләситен һөйләп бөтөргә ирек бирмәнеләр, әҙерләнергә тигән команда булды. Карательдарҙың башлығы шундай фарман бирҙе:
– Тимофей, үҙеңә ике ярҙамсыны ал һәм алға, улай-былай хәл килеп сыҡһа ракетница менән сигнал бир. Хәлде асыҡлағас, бында табан боролоғоҙ.
Үҙе Степан ҡартҡа табан боролоп:
– Йә, һөйләп ебәр, Степан, нисә йәш һеҙгә, апаруҡ йәштә булырға тейешһегеҙ, минең уйымса һикһәненсе йәштә шулаймы? Бына һиңә нимәгә кәрәк ине партизандарға аҙыҡ ташыу, коммунистарға ярҙам итеү, йылы өйөңдә әбейеңдең эргәһендә сөкөр-сөкөр итеп сәй эсеп ултырыу туйҙырҙымы? Әйт әле, үҙеңде мәғәнәһеҙ үлемгә дусар итеү.
Уға үҙенең фәлсәфәһен дауам итергә бирмәнеләр, атыш тауышы төнгө тынлыҡты боҙҙо. Отряд башлығы арбанан һикереп төштө.
– Алға! – тип команда бирҙе.
Степан ҡартҡа:
– Әйҙә. Һин беҙҙең менән, ә Кузьма һин бында ҡал, ат эргәһендә әҙер тор, яралыларҙың булыуына шик юҡ. Ҡара уны ҡасыу тураһында башыңа ла килтермә, ишетһен ҡолағың, беҙҙән яҡшылыҡ көтмә, – тип киҫәтте лә, йүгерә атлай полицайҙар артынан ҡуҙғалды.
Кузьма яңғыҙы ҡалғас, нимә менән шөғөлләнергә белмәгәндәй тирә яғына ҡаранды. Тик уға оҙаҡ хыялланырға тура килмәне, ҡаңға туҙған Тимофейҙы ҡултыҡлап алып килеп арбаға күтәреп һалдылар. Эсенән һыҡрап ҡан аға ине. Кузьмаға яраһын бәйләргә ҡуштылар ҙа кире йүгерҙеләр. Кузьма бер аҙ уйланып яралыға ҡарап торҙо ла, яралының өҫ кейемен һалдыра башланы. Эс тирәһенән ҡан һарҡып, өңөрәйеп торған яраһын күргәс тәненә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡанһыраған кешене түгел, салынған малды ла ошо йәшенә тиклем күргәне булманы, кәзә, һарыҡты атаһы салған ваҡытта ул ҡарамай арты менән тора торғайны һәр ваҡыт. Атаһы ла уға, һин әле балаһың, һиңә уның кеүекте күрергә ярамай тип киҫәтә торғайны. Бында уйланып торорға ваҡыт юҡ, һәр минут, һәр секунд ҡәҙерле. Ул Тимофейҙың ауыр ыңғырашҡанына ла иғтибар итмәй, уның күлдәгенең еңдәрен йолҡоп өҙөп алды ла, бер еңен бөкләп яраһына һалды, икенсе еңен бау кеүек итеп йыртҡылап сепрәкте нығытып сырманы. Тимофей әллә үлде, әллә иҫен юғалтты, бер аҙға тынып ҡалды. Кузьманың был мәхшәргә ҡарап торғоһо килмәне, ситкәрәк китте. Бына нисек, иртән генә Тимофей “герой” булып ҡанһыҙланып ас бүре кеүек Кузьманың муйынынан быуа ине, автоматының затворын тартып көбәген уның күкрәгенә терәгәйне. Хәҙер үҙе ярҙамға мохтаж, үлем хәлендә ята. Уның ғүмере Кузьманың ҡулында.
Урман эсендә атыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ауыр гөрһөлдәп граната шартланы, пулемёт тыҡырлаған тауыш сыҡты. Бер сәғәт ваҡыт үттеме юҡмы, егермәләгән кешенән торған карательный отрядтан яртыһы тигәндәй йүгерешеп килеп, атты бора һалдылар ҙа ҡасыу яғын ҡаранылар, хатта Кузьмаға иғтибар итеүсе лә булманы, хәйер Кузьма ла мөмкинселектән файҙаланып эргәләге ҡыуаҡтар араһына сумып өлгөрҙө. Улар яралы иптәштәре тураһында ла оноттолар ахыры, һәр кемгә үҙ ғүмере ҡәҙерле бит. Степан ҡарт хәйләкәр, атыш башланғас та юҡҡа сыҡты, тип ҡайһыһының әсе итеп һүгенгәне генә ишетелеп ҡалды. Мотоцикл тауыштары тынғас Кузьма ҡыуаҡ артынан сыҡты ла арба янына атланы. Ҡола ат уны танығандай бышҡырып тауыш бирҙе. Кузьма арбаға күҙ һалды. Яралы Тимофейҙың кәүҙәһе юҡ ине. Карательдар үҙҙәре менән алғандар. Кузьма атты кирегә бороп партизандарға китте. Арба тауышына ҡыуаҡлыҡтан ике партизан һәм Степан ҡарт килеп сыҡтылар. Аты хужаһын танып ҡолаҡтарын ҡайсылап бышҡырып ҡуйҙы.
Ҡарт:
– Әйҙә, Кузьма партизандарға, беҙгә әлегә хуторға ҡайтырға ярамай, күрһәттек беҙ ул фашист ялсыларына улар һорағанды, үҙҙәре килеп ҡаптылар, – тип рәхәтләнеп көлөп ҡуйҙы. – Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, улар хәҙер яңы көс менән, фашистар менән киләсәктәр, беҙгә әҙер торорға кәрәк, бәлки, урынды ла алыштырырға тура килер. – Шулай бит иптәш командир, – тип һүҙен тамамланы.
Партизандар отрядының базаһына килгәс, Степан атын туғарып яҡындағы ҡуйы үләнле ағас төбөнә дилбәгә менән бәйләне лә, самасадын урап тоҡандырҙы, эргәһенә Кузьманы саҡырҙы һәм кисәге булып үткән ваҡиғаларҙы бәйән итте.
– Кисә, партизандарға аҙыҡ килтергәндә һине ни өсөн үҙем менән алдым, төшөнәһеңме? Юҡтан ғына түгел. Мин, Тимофей һинең тирәлә урала башлағас та һиҙҙем, ул юҡтан ғына йөрөмәй, ниҙер темеҫкенә, йыртҡыс йәнлек кеүек. Ә беҙҙең кисләтеп урман ҡыҙырып ҡайтыуыбыҙҙы, кем күҙәтеүен һәм Тимофей аша карательдарға еткереп тороуҙары ла билгеле миңә. Тимофейҙың мотоцикл менән һине алып китеүе лә миңә билгеле булды. Карателдәрҙең һөжүм итергә йыйыныуҙары бушҡа булманы, мин партизандарҙы был турала иҫкәрттем. Күрҙеңме нисек беҙҙекеләр уларҙы ҡунаҡсыл ҡаршыланылар. Яртыһынан күбе ятып ҡалды. Ҡалғандары ҡасып ҡотолдо. Иң беренселәрҙән Тимофей язаһын алды. Карателдәргә партизандарҙың ҡайҙалығын әйтеп һин яңлышманың, уның өсөн үҙеңә ауырлыҡ алма, улар партизандарҙың базаһының ҡайҙалығын яҡынса беләләр ине. Урман юлы күп бит, ҡайһы юлдан дөрөҫ барып партизандарҙы табырға тип уйланалар ине. Ә мин тәүҙә белмәмеш булып ҡыландым, һуңынан уларҙы засадаға алып килдем.
Нисек кенә ауылға ҡайтып әйләнергә икән, тип Кузьма һорарға ҡыймай уйлана ине. Ул бар ҡыйыулығын йыйнап:
– Миңә өйгә ҡайтып килергә ине, ауырыу әсәй яңғыҙ, минең өсөн хафаланалыр, мал тыуарҙы ла ҡарарға кәрәк. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, – тип һораулы күҙҙәрен Степан ҡартҡа һәм отряд командирына йүнәлтте.
– Рөхсәт итеүен итәрбеҙ, тик һаҡ бул, кеше күҙенә күренмәҫкә тырыш, хәйер Тимофей үҙенең өлөшөн алды, әллә тере, әллә үле, һине бимазалап йөрөй алмаҫ хәҙер, теге ҡуштандары һине эҙләп йөрөмәҫтәр инде. Мин бында ҡалам, һин минең әбейгә белгерт, минең иҫәнлекте. Йә, ярай, хуш хәҙергә, алды-артыңды ҡарап йөрө. Хуторҙа кемдер осораһа, һыйыр, йә башмаҡты эҙләйем, тип һылтаған бул, – тип хәйерле юл теләп ҡалдылар.
Кузьма ашығып аҫҡай-аҫҡай төн ҡараңғылығын йырып хуторға табан юл алды. Хуторға ингәс, тирә яғына ҡарана-ҡарана Степан ҡарт йәшәгән йортҡа табан атланы. Әбейе, тетя Клава борсолоуҙан нишләргә белмәй уны ҡаршыланы. Кузьма бер нисә һүҙ менән хәлде аңлатты ла кәртә аша үтеп кире яҡҡа туғайға табан атланы.
Ефросияның кәртә-ҡураһына күҙ ҡырыйы менән генә ҡараны, шикле бер нимә лә күренмәгәс, тиҙерәк был тирәнән китеүҙе хуп күрҙе. Баҫыу ҡапҡаһы аша үткәс кәртә тыш яғында көйшәп ятҡан һыйырҙы күргәс тынысланғандай булды.
Өйгә ингәс әсәһе:
– Кузьма һинме, тағы ҡайҙа һуңлап йөрөйһөң, һин мине тереләй ҡәберлеккә тығырһың инде, тағы Тимофейға эйәреп йөрөнөңме? – тип һуҡыранды.
Кузьма:
– Юҡ, әсәй, Тимофей тиҙ арала аяғына баҫмаҫ, иҫән булһа, унан ҡотолдом Аллаға шөкөр, – тип әсәһен тынысландырҙы.
Бөгөнгө булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы әсәһенә һөйләп торманы.
– Тимофей дөмөккән, ҡуштандары кәүҙәһен алып килеп ҡалдырып киткәндәр. Иртәгә ерләйҙәр, күрше Настя беҙгә инеп һин ҡайтырҙан алда хутор яңылыҡтарын һөйләп сыҡты.
Кузьма, голанкалағы суйындан бешкән ашты оло табаҡҡа һалып ашаны, ҡоштабаҡты сайҡап стеналағы шкафтағы һауыт-һаба араһына түңкәргәс, арыған булһа ла әсәһенең эргәһенә сығып ултырғысҡа ултырҙы. Әсәһе йүткереүҙән туҡтағас ауыр итеп тын алды ла хәлһеҙ генә тауыш менән:
– Кузьма, мин күпкә бармаҫмын ахыры, тышҡа йөрөү түгел, өй эсендә йөрөүе лә көндән-көн ауырлаша миңә, бөгөн көскә ашарға бешерҙем. Һин дә көндәр буйы юғала башланың. Ярай әле Тимофейҙан ҡотолдоҡ. Әсәһе юҡҡа ҡарғамаған, үлеме Ольховка урманында булған икән. Атайыңдан да һуңғы ваҡыт хат килеүҙән туҡтаны. Тере булмаһа үле хәбәре килер, тфү-тфү, юҡты уйлап ятам, тере булһын инде, төшөмә насарлыҡ кергәне юҡ, – тип ятҡан урынынан иконаға ҡарап суҡынды.
«Тимәк, Тимофей баҡыйлыҡҡа күскән. Ярар ундай кешенең үлгәне яҡшы, ситтә түгел, тыуған төбәгенә ҡайтып йәнен биргән». Кузьма бер аҙ уйланып ултырҙы ла: «Хәҙер иркен тын алырға була, уның арҡаһында әллә ниндәй насар, хәүефле хәлдәргә юлығыр инең». Тимофей йәл кеүек тә тойолдо уға. Ауырымай һыҙланмай, иртән генә бар донъяға хужа булырҙай булып, фашистарҙың ялсыһы булғанына ғорурлыҡ тойғолары менән янып йөрөгән кеше бөгөн юҡ, йәне тамуҡ утын көтөп йөрөйҙөр, ысын булһа». Тимофейҙы күргәндән, инде нисәнсе төн ул, йүнләп йоҡлағаны юҡ. Мәрхүмдең бер ваҡыттала насар яҡтарын иҫкә алырға ярамағанлыҡты белһә лә, Кузьма еңел һулап ҡуйҙы. Ул төндө бер уянмай тыныс йоҡлап үткәрҙе.
Карательдарҙың штабында партизандарға ҡаршы уңышһыҙ үткән операцияға арналған ҡыҙыу бәхәсле кәңәшмә үтте. Баш командир Трофимов фамилиялы Сталин репрессияһына эләгеп биш йыл Себер киңлектәрендә урман киҫеүҙә булып ҡайтҡан, хәҙер карателдәр отряды ойоштороп, немец илбаҫарҙарына тоғро хеҙмәт итергә ант биргән, үҙен бар яҡтан да өлгөлө итеп күрһәтергә тырышҡан бәндә, төкөрөктәрен сәсеп, өҫтәл төйөп, күҙҙәренең ағын әйләндереп барыһын да йоторҙай булып аҡырҙы. Уның янауҙарына карателдәрҙең бик иҫтәре китмәне, ҡаршы бер кем дә ауыҙ асып һүҙ әйтмәне, тыныс ҡына тыңланылар. Ярһыуы бер аҙ баҫылғас, Трофимов кемдең партизандарға иҫкәрткәнен асыҡларға ҡушты. Иң беренсе Кузьма менән Степан ҡартты бында алып килергә бойорҙо. Арабыҙҙа, әгәр партизандарға хәбәр йөрөтөүсе табылһа, үҙ ҡулдарым менән түмәргә һалып тураҡлаясаҡмын, тип ярһып аҡырҙы.
Тимофейҙы ерләгәндең иртәгеһенә Васильевка ауылынан, карателдәр отрядында йөрөгән Фёдор Димчук хуторға килеп автомат көбәге аҫтында Кузьманы матайына ултыртты ла Степан ҡарттың өйөнә табан юлланды.
Әбейе Клава:
– Ҡарт өйҙә юҡ, атын екте лә ҡайҙалыр китте, мин бер нәмә лә белмәйе», – тип алданы.
Димчук әсе итеп һүгенде лә:
– Киттек, әлегә һинән һорау алырбыҙ, кисләтеп уны ла эләктерербеҙ, бер ҡайҙа ла китеп юғалмаҫ, – тип матайының газына бар көсөнә баҫып ҡуҙғалып китте.
Штабҡа килеп туҡтағас, Кузьманың колясканан төшкәнен дә көтмәй, елтерәтеп һөйрәп торғоҙҙо һәм һөйрәкләп тигәндәй штабҡа алып инеп китте. Ишектән үткәс шат тауыш менән:
– Береһен эләктерҙем, икенсеһе ҡарт төлкөһө ҡасып өлгөргән. Ничево, төн йоҡламаһам йоҡламайым, уныһын табып килтерәм, – тип хужаһы алдында кәперәйергә өлгөрҙө.
Карателдәрҙең начальнигы Кузьмаға ултырырға урын күрһәтте лә:
– Йә, һөйләп ебәр, кемегеҙ партизандарҙы иҫкәртте, беҙҙең һөжүм итергә әҙерләнеү тураһында. Степан ҡарт ҡайҙа? Ул ҡарт төлкө, отрядта ҡалды, шулай бит?
Кузьма бер аҙ һүҙһеҙ ултырғас:
– Мин ошонда булдым, уның ҡайҙа икәнен белмәйем, атыш башланғас ҡурҡтым һәм ҡастым, хуторға ҡайттым, – тип нисек булған, тик бер аҙ үҙгәртеп һөйләп бирҙе.
Полиция начальнигы Димчукҡа ҡарап:
– Туҙанын ҡаҡ, шунһыҙ баш мейеһе эшләп китмәҫ, ахыры. Как никак фронтовиктың улы бит, коммунист ҡаны һеңгән быныһына ла, – тип йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарып өндәште.
Димук шунда уҡ урынынан һикереп торҙо ла, ҡорбанына ташланған йыртҡыс кеүек Кузьмаға ташланды. Йоҙороғо менән эйәк аҫтына һуғып ебәрҙе. Ултырғыстан йығылған ҡорбанын, иҙәндә ятҡан йәнһеҙ әйберҙе типкеләгән кеүек типкеләй башланы. Кузьма ауыр итеп тын ала һәм язалаусының ауыр итеге килеп тейгән һайын ыңғыраша башланы, ауыҙ морононан ҡан китте.
Полицай хужаһы:
– Ярар, етәр, йән бирмәҫ элек подвалға төшөрөп биклә. Ятып бер аҙ хәл алһын, һалҡын подвалда башына аҡыл тиҙерәк керер, әшнәһенең ҡайҙа икәне иҫенә төшөр, шулай бит, – тип кинәнеп көлдө.
Димук иҫен юғалтҡан Кузьманы еңел генә күтәреп яуырыны аша һалды ла, артҡы ишектән сыҡҡас, алан-йолан тирә яғына күҙ һалды, кеше фәлән күренмәгәс, подвал ишеген асып, баҫҡыстан аҫҡа төшөп тә торманы, тоҡто яуырынынан ташлаған кеүек аҫҡа табан бәрҙе. Аңына килә башлаған Кузьма, ергә килеп бәрелгәс, яңынан аңын юғалтты.
Степан ҡарт төн уртаһында хуторға әйләнеп ҡайтты. Арт яҡ ҡапҡанан үткәс, атын туғарып кәртәһенә индереп бикләне лә, арбаһын утын һарайының эсенә керетте.Үҙе, әбейен хафаландырмаҫ өсөн ишекте ипле генә асып өйөнә инде. Әбейе, кем ул тип һорап та торманы, ҡартының атлауынан, аяҡ тауышынан һиҙемләп өйрәнгән ине ул.
Степан:
– Мин, Клава янына барып киләм, Кузьмаға бер-бер хәл булманы микән, шуны белешәм, күңелем ниҙер һиҙенгәндәй, мин хәҙер урап ҡайтам, – тип нисек кергән шулай ипле генә атлап сығып китте. Ул килеп тәҙәрә шаҡығанда Клава йоҡламаған ине буғай, шунда уҡ кем йөрөй унда тип һораны. Степан ҡарт исемен әйткәс, ишек асыҡ, бикләнмәгән, ин тип өндәште.
Ҡарт һәндерәлә ятҡан ҡатынға яҡыныраҡ килде лә:
– Кузьма ҡайҙа, өйҙәме, әллә бер-бер хәл булдымы? – тип һораны.
– Үҙем аптырап шуны уйлап ятам, ҡайҙа юғалды икән, теге Тимофей дөмөктө, ҡуштандары алып китте ахыры. Иртән мотоцикл тауышы ишетелеп ҡалды, үҙем тора алмайым, башым әйләнә, – тип хәлһеҙ генә тауыш менән һөйләп бирҙе.
– Ҡайтһа әйт, йәшенһен, карательдар тыңғы бирмәйәсәктәр уға ла, миңә лә. Йә ярай хәҙергә хуш.
Ҡарт ашығып сығып китте. Өйөнә ҡайтҡас йылытҡан ашты ҡабалан ашаны ла:
– Мин киттем, ҡайҙа икәнде үҙең беләһең, миңә бында ҡалырға ярамай, карателдәр беҙҙең эҙгә төштө, юҡ итәсәктәр улар беҙҙе.
Әбейе Клава:
– Ҡайҙа бер-ике түтәрәм икмәк һалайым, ашарыңа кәрәк бит – тигәс, – Бында ашау ҡайғыһы юҡ, тиҙерәк отрядҡа хәбәр итергә кәрәк, – тип ҡабаланып сығып китте. Атын арбаһына егеп тә торманы, һыбайланы ла көндәгесә арт ҡапҡанан урманға ҡарай сапты. Отрядка килеп еткәндә таң һыҙылырға ла күп ҡалмаған ине. Командирға бер-ике һүҙ менән хәлде төшөндөрөп бирҙе.
Партизандар отряды башлығы Семёнов уйға ҡалды. Бөгөн карателдәргә һөжүм яһаһаҡ, таң атыуға ла күп ҡалманы, унда барып еткәнсе бер сәғәттән артыҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ. Иртәгәгә ҡалдырһаҡ... Юҡ, ҡалдырырға ярамай, һуңларбыҙ. Кузьманы ла ҡотҡарырға кәрәк, карателдәрҙең да көлөн күккә осорорға ваҡыт. Ул отрядка йыйылырға ҡушты һәм заданиены аңлатып бирҙе, хәйер аңлатыу ҙа кәрәкмәй ине, отряд күптән әҙерлектә тора ине. Аттарын эйәрләнеләр ҙә ҡойон уйнатып сығып киттеләр.
Отряд ярты сәғәттә карателдәрҙең ояһы урынлашҡан район үҙәгенә килеп етте. Икегә бүленгәс, бер төркөм штаб урынлашҡан райсовет зданиеһына ташландылар, икенсе төркөм казармаға әйләндергән ауыл клубын ҡамауға алды. Көн яҡтырыуға тере ҡалған каратель отряды ҡулға алынып райсовет алдында ине. Отряд башлығы Трофимов ярһыуынан урттарын сәйнәп, бүре кеүек күҙҙәрен аҡайтып үҙен-үҙе белмәй, ҡулдарын бәйләгән арҡанды сәйнәрҙәй булып тештәрен шаҡырҙата ине.
Семёнов, Трофимовҡа ҡарата әҙерләгән приказды саф алдында уҡып ишетерҙе лә уны атырға ҡушты.
Ул райсовет бинаһын, подвалын ентекләп тикшерергә ҡушты. Бер нисә партизан подвалға төшөп Кузьманы күтәреп алып сыҡтылар. Һалҡын подвалда төн үткәргән Кузьма бәйле көйө төн буйы ойоған ҡулдарын ыуалап хәрәкәтләтә башланы, үҙе ҡыуанысынан шат йылмайып, партизандарҙы күҙҙән үткәрҙе. Хуторға ҡайтып тупһанан үтеүгә әсәһе уны шатлығынан күҙ йәштәрен түгеп һулҡылдап илап ҡаршы алды.
– Тереһең икән балаҡайым, ике төн һине уйлап керпек ҡаҡманым, тере булыуыңа өмөт өҙгән инем. Ул иблистәрҙең ҡулына эләгергә Хоҙай ҡушмаһын, уларға ата-әсәһе лә бер нимә шайы тормай. Ярар иҫән-һау ҡотолғанһың, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡы балам.
Кузьма: «Аллаһы Тәғәләнең бында ҡыҫылышы юҡ әсәй, партизандарға, Степан ҡартҡа рәхмәт. Улар ваҡытында килеп мине ҡотҡармаһалар, минең ғүмерем ҡыл өҫтөндә ине», тип әсәһенә әйтергә уйланы ла, ул уйынан кире ҡайтты.
Ауырып хәл өҫтөндә ятҡан әсәйемә былай ҙа ҡыйын. Уның өсөн төндәр йоҡламай ғазап сиккән бит. Әсәһе Кузьманы эргәһенә саҡырып алды:
– Балам, тыңла мине иғтибар менән. Мин, яҡты донъяларҙан китәрмен ахыры, күңелем һиҙә. Ни атайыңдан һаман хат килмәй. Әллә үле, әллә тере микән бахыр. Фашист ялсыларын дөмөктөргәндәр икән партизандар, Степан ҡарттың әбейе иртән беҙгә инеп яңылыҡтарҙы әйтте. Ул да ҡарты өсөн көнө-төнө ут йота. Һуғыш бөтөр беҙҙең еңеү менән тип, төшөмдә күрҙем. Тағы ла ике-өс йыл Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә түҙемлек бирһен инде. Һин, һуғыш аҙағы яҡынлаша килә бында ҡалма, көнсығышҡа Волга, Уралға кит. Әйберҙәрҙең үҙеңә кәрәклеген генә ал да, өйҙөң тәҙәрәләрен таҡта менән ҡаҙаҡла. Атайың иҫән булып, һуғыш бөткәс ҡайтһа, берәй яйын табыр. Һинең полицайҙарға барып-китеп йөрөгәнеңде урындағы советтарға еткереүселәр табылыр, кешенең кеме юҡ хәҙер, яҡшыһынан насары, үслеләре бар. НКВД асыҡлап тормаҫ, әллә нимәләр өҫтәп, юҡты бар итеп ҡағыҙға теркәрҙәр, Себер оҙатырҙар, ярай иҫән ҡалдырһалар... Документтарыңды үҙгәртергә мөмкинселегең булһа, үҙгәрт. Хәйер, тыуған йыл ҡағыҙыңды үҙгәртеүе ҡыйын булмаҫ. Бына ошолар инде минең әйтәһе һүҙҙәр.
Әсәһе, оҙаҡ ҡына ютәлләгәс, ауыр итеп тын алды ла, күҙҙәренән тәгәрләп төшөп килгән күҙ йәштәрен яулығының осо менән һөрттө лә, ыңғырашып ҡуйҙы.
Кузьма:
– Хәҙер, әсәй сәй ҡуям, ҡайнар сәй эсеп ал, еңеләйтер, – тип өйҙөң алғы яғына сыҡты.
Уға әсәһе йәл булып китте. Ауырый башлағас та ул әсәһен һәр саҡ йәлләй ине. Төндәрен уянып китә лә, әсәһенең эргәһенә килеп тын алышын тыңлай, тын алышы һиҙелгәс кире урынына барып ята ла, оҙаҡ уйланып ятып йоҡлап китә торғайны.
Самауырҙы ҡайнатырға ҡуйғас, һике ситенә ултырып, күҙҙәренән мөлдөрәп төшөп килгән йәштәрен еңенең осо менән һөрттө. Һуңғы ваҡыт дауыл кеүек булып үткән хәл ваҡиғалар тураһында уйланды. Иртәгеһен почтальон уларға хат килтерҙе. Кузьма өс мөйөшлө хатҡа ҡарап асып уҡырға ҡурҡып уйланып тора ине.
– Асып уҡы, ниңә ҡурҡып ҡалдың, ҡара ҡағыҙ түгел бит, – тигәс, ҡалтыранған бармаҡтары менән аса башланы. Уның хуторға фронттан килгән ҡара ҡағыҙ тураһында ишеткәне булды, тик үҙ күҙҙәре менән күргәне булманы, шуға ла бер аҙ юғалып ҡалды.
Уҡый башлағас шатлығынан һикергеләп алды, өйгә табан югерҙе, әсәһе менән бергә уҡырға кәрәк, ул да атаһынан хат килмәгәс нисә айҙар ут йота. Иң мөһиме атаһы тере. Өйгә нисек килеп ингәнен дә һиҙмәне, әллә атланы, әллә ҡанатланып осто, шатлығынан яр һалып ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әсәй! Атайҙан хат килде, бына ул хат! Әсәһе ятҡан урынынан ышанысһыҙ ғына ҡалҡынды ла:
– Ниндәй хат, кемдән тинең? – тип ҡабатлап һораны.
– Атайҙан хат килде, бына ул хат, – тип әсәһенең эргәһенә атылды. Әсәһе көс хәл менән тороп ултырҙы, бер аҙ ютәлләгәс:
– Эй, бахырҡайым, һинең дә иҫәнлегеңде белер көн бар икән, – тип һулҡылдап ҡуйҙы ла, бите буйлап ағып төшөп килгән йәшен яулығының осо менән һөрттө.
– Йә, уҡыйыҡ Кузьма, ни хәлдә генә икән атайың, – тип түҙемһеҙләнде әсәһе.
“Иҫәнмеһегеҙ, минең ҡәҙерлеләрем, Клава, улым Кузьма! Ошоғаса хат яҙырға мөмкинселегем булманы, уң ҡулым яраланып госпиталдә ятып сыҡтым. Ярай яраһы еңел булды, айҙан артыҡ дауаланғас, яңынан фронтта, алғы һыҙыҡтамын. Волхов фронтында һөжүм итәбеҙ”. Артабан атаһы уға “Батырлыҡ өсөн” миҙалын биреүҙәрен яҙып, хутор хәлдәре менән ҡыҙыҡһынды.
Хат уҡыу тамамланғас әсәһе шатлыҡлы күҙ йәштәрен һөрттө лә:
– Ярар, нисек кенә булһа ла иҫән-һау булғас, шуныһы беҙгә ҡыуаныслы, – тип мөйөштәге иконаға ҡарап табынды.
Кузьма әсәһенән рөхсәт һораны ла, Степан ҡартҡа юлланды.
Ҡарт уның килерен көткән кеүек арт яҡ ҡапҡаһында ҡаршыланы. Хәл белешкәс лапаҫ артына табан атланы.
– Каратель отрядынан ҡотолдоҡ Аллаға шөкөр, тик күрше хуторҙан Федор Димук иҫән ҡалған тиҙәр. Операция башланғас тайғандыр, уларҙың нәҫеле лә хәйләкәр төлкө нәҫеленән бит. “Партизандарҙы үҙ ҡулдарым менән тураясаҡмын”, – тип күкрәк һуғып ауылдаштары алдында кәперәйгән икән. Ауылдаштарынан кемдер: “Ә улай ҡыйыу булғас ниңә карателдәрҙе ташлап ҡастың”, – тип йөҙөнә ҡарап әйткәс, әллә ҡурҡып, әллә ғәрләнеп фашистарға ярҙам һорап киткән икән.
– Һин, Кузьма, һаҡ бул, беҙ икебеҙҙә аҡ ҡағыҙға төшкәнбеҙ, Фёдорға ышаныс юҡ, ул ҡара эсле әҙәм, уға кеше үлтереү себенде һытыу менән бер. Көндөҙ кәртә-ҡураңда булғанда алды-артыңды ҡарап йөрө. Мин һиңә наган бирәм, партизандар бүләк итте. Ике обойма патрондары бар.
Кузьма:
– Ә үҙеңә, берданкаңдан башҡа бармы? – тип һораны.
– Бар, уныһын күптән хәстәрләнем. Партизандар Ольховка урманынан киткәндәр, ҡайҙа икәнлектәрен белмәйем. Ҡарт көнөмдә хәл ҡәҙәре ярҙам иттем инде. Сит яҡҡа барып йөрөргә мөмкинселегем юҡ.
Бер көндө төш алдынан Степан ҡарт атында Кузьмалар йәшәгән йортҡа килде.
– Ҡышҡа күп ҡалманы. Беҙгә утын хәстәрләргә ваҡыт, йөкләп ташыйыҡ, һиңә бер йөк, миңә бер йөк килтерәйек, донъялар Аллаға шөкөр бер аҙ тынысланды, теге Федька ҡайҙа йөрөй торғандыр, әлегә был тирәлә йөрөгәне һиҙелмәй, – тип бер тында хәбәрен теҙҙе.
Кузьма:
– Мин дә ул турала уйлап йөрөй инем, барабыҙ, балта, бысҡы алайыммы?
– Балтаңды ал, бысҡы арбала, бигүк алыҫҡа юлланмаҫбыҙ, яҡын тирәлә лә утынлыҡ ағас етәрлек, ҡоро-һары ағас урманда бөтмәгән. Кузьма өйгә инеп әсәһен иҫкәртте лә, наганын йәшергән еренән алып ҡуйынына тыҡты, кәрәге тейер, урманда фронттан ҡасып йөрөүселәр бар икән тигән хәбәр ишетелеп ҡала. Юлға ҡуҙғалдылар. Һөйләшеп килә торғас сауҡалыҡҡа килеп еттеләр.
Ҡалҡыулыҡтағы уҫаҡлыҡта ҡороған ағастар күп ине. Арба тулды. Уҫаҡ утынға бик шәп ағас. Ҡырҡыуы еңел, күтәреп ташыуға ла артыҡ көс талап итмәй. Арҡан менән тартып бәйләгәс ҡайтыуға ҡуҙғалдылар. Бына шул ваҡыт ҡыуаҡлыҡтан автоматын тотҡан, йөҙөн һаҡал мыйыҡ баҫҡан Фёдор Димук килеп сыҡты. Нисек һиҙермәйсә уларҙың эргәһенә яҡынлашҡан, һиҙҙермәйсә күҙәтеп тә торғандыр, бәлки. Автомат көбәген күргәс Кузьманың йөрәге урынынан ҡупты, тын алышы үҙгәрҙе. Кеҫәһендәге наганы тураһында ла онотто.
Степан ҡарт ҡына һис бер ҡаушаманы, беренсе булып һүҙ ҡушты.
– Шунан, Федька, ҡайҙарҙа, ниндәй ҡара эштәр ҡылып йөрөйһөң?
Федька йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарып:
– Һеҙҙең йәнегеҙҙең артынан килдем. Кузьма әле үҫмер, уның ғәйебе бик күп түгел, ә бына һинең ғәйебең үҙең ҡарап үҫтергән урман кеүек, “во!”, ул ҡулдарын ике яҡҡа һуҙып күрһәтте. Ашыҡмай ғына автоматының затворын тартты. Степан ҡарт тыныс ҡына:
– Мин, йәшәремде йәшәгәнмен, тик һин Кузьманы ҡалдыр, уға теймә, ул былай ҙа ғүмерлек ғәрип, ишетәһеңме Федька?
– Уныһы минең намыҫта, теләһәм тере ҡалдырам, теләһәм һинең менән бергә теге донъяға оҙатам.
Кузьма, бер аҙ тынысланғандай булды һәм кеҫәһендәге наганына ҡулы менән ҡағылды. Федька күҙҙәренең ҡыры менән күреп ҡалды:
– Ҡайҙа, нәмә унда йәшерҙең, сығар бында! – тип ҡырағай тауыш менән аҡырып ебәрҙе һәм автоматының көбәген Кузьманың күкрәгенә терәне.
Степан ҡарт балтаһы менән Федькаға киҙәнде, тик өлгөрә алманы. Федька ситкә тайпылды һәм автоматының бер нисә утлы яһауын уның күкрәгенә ысҡындырҙы. Ҡарт бер аҙ бәүелеп торғас, киҫелгән ағас кеүек ергә ауҙы. Федька киҫкен хәрәкәт менән автоматын Кузьмаға табан йүнәлтте. Кузьмаға башҡа сара ҡалманы, кеҫәһенән наганын сығарып дошманының аяҡ аҫтына ташланы.
Федька йыш-йыш тын алып:
– Алып ҡулыма тоттор, – тип йылан кеүек ыҫылданы.
Кузьма наганды алырға ергә эйелде, шул саҡ Федька автоматының приклады менән уны ергә һеңдерә һуҡты.
– Ничево, иҫеңә килерһең бер аҙ ял иткәс, тик ауыҙыңды асып ошо хәлде хуторға таратһаң, ер аҫтынан булһа ла һине эҙләп табасаҡмын, – тип үҙ алдына мығырҙаны.
Кузьма уның һүҙҙәрен ярым-ярты ишетте лә иҫен юғалтты.
Иҫенә килгәндә тирә йүндә шундай тынлыҡ, әйтерһең бында һис бер нимә булмаған. Кузьма көскә урынынан ҡалҡынды ла Степан ҡарт янына имгәкләп килде, ҡарт тын алмай ине. Күкрәк тураһында өңөрәйеп ҡанға мансылған яра күренә. Кузьманың ҡанһырап яраланған кешене икенсегә күреүе ине.
Тәүгеһе ауылдашы Тимофейҙы күргәндә ҡурҡышынан күҙҙәрен йомоп ҡарағайны. Ҡартҡа ул ҡурҡмай ҡараны, үҙендә ҡыйыулыҡ табып уның ҙур булып асылған күҙҙәрен һыпырып йомдорҙо. Тейәгән утынды бушатты, тик бына ҡарттың кәүҙәһен нисек итеп арбаға һалырға тип бер аҙ уйланды. Эре һөйәкле ҡарт кәүҙәгә тос, әмәлен тапты, егелгән арбаны ҡарттың кәүҙәһе ятҡан ергә килтергәс артҡы бер яҡ тәгәрмәсен алды. Арба түбән төштө. Кәүҙәне көс хәл менән күтәреп арбаға һалды. Хуторға ҡайтҡас Степан ҡарттың йортона кәртә-ҡураһы яҡлап килеп инде. Әбейен, күршеләрен саҡырып сығарҙы. Ҡарттың йәнһеҙ кәүҙәһен күмәкләп күтәреп өйөнә алып керҙеләр.
Кузьма нисек булған шулай һөйләп бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар фашист ялсыларына нәфрәт белдерҙеләр, бәддоға уҡынылар.
Ошо хәл ваҡиғаларҙан һуң ике йыл ваҡыт үтте. Бына 1944 йылдың йәйе Ҡыҙыл армия фашист ғәскәрҙәрен көнбайышҡа табан ҡыуып, бер-бер артлы илебеҙҙең ауыл, ҡалаларын азат итеп алға барҙы. Һәр ауыл, ҡала кешеләре өсөн был ҡыуаныслы ваҡиға.
Кузьма атаһынан хат алып торҙо. Әсәһе ауырыуҙан тамам хәлһеҙләнеп, йәйге матур иртәләрҙең береһендә баҡыйлыҡҡа күсте. Кузьма оло ҡайғынан бөгөлөп төштө. Төндәрен йоҡлай алмай бер-бер артлы самасадын урап көйрәтте. Әсәһе иҫән саҡта йәшереп тарта ине, сөнки әсәһе уны был яман ғәҙәтенән тыйырға
тырышты. Бер аҙ уйланып йөрөгәс, ул әсәһенең иҫән сағында әйткән һүҙҙәре тураһында уйлана башланы.
Хуторҙарға, районға Совет власы яңынан килде. Фашист ялсыларын, каратель отрядында ҡатнашыусыларҙы асыҡлау башланды. Кузьма атаһына хат яҙып һалды ла юлға әҙерләнде. Өйҙө бикләп асҡысын тупһа аҫтына йәшерҙе лә, ҙур булмаған тоҡҡа һалынған әйберҙәрен елкәһенә бау менән артмаҡлап, тимер юлы үткән күрше районға юл тотто. Тимер юл вокзалында кискә тиклем көнбайыштан килгән санитар поездын көтөп ваҡыт уҙғарҙы.
Кассала ултырған оло ғына ҡатын уның ағас аяғына ҡарап:
– Фронттан киләһеңме? – тип һораны.
Кузьма ни булһа ла булыр, тип дөрөҫөн әйтмәҫкә булды, ҡулға алмаҫтар моғайын.
– Фронттан түгел, һуғыштың тәүге көндәренән немец утына эләктем, снаряд ярсығы аяғымды онтаны, Башҡортостанға, бер туған апайыма китеп барам, саҡырып хат яҙғайны, – тип алданы. Кассир башҡаса төпсөнөп торманы.
– Значит, фронтавик, хәрби билетең бармы, – тип һораны.
Кузьма:
– Юҡ, бомбёжка ваҡытында юғалттым, эҙләргә уның ҡайғыһы булманы, ике айҙан артыҡ санчаста яттым.
Кискә табан санитар паровозы килергә тейеш яралылар менән, шуның менән китәрһең, фронтовикмын тиерһең, һораһалар. Ҡараңғы төшөүгә паровоз килде. Тамбурҙа проводница эргәһендә тәмәке тартып торған өлкән офицер бер һүҙһеҙ Кузьманы тепляк вагонға үткәрҙе. Кузьма вагон ишегенән әллә ни ары атламаны, буш урын күҙенә салынғас шунда төпләнергә булды.
Ҡаршыһында салбар балағын бер нисәгә бөкләп тубығынан үргә тегелгән, йөҙөн һаҡал мыйыҡ баҫҡан йонсоу ғына йөҙлө урта йәштәрҙәге фронтовик күҙенә ташланды. Ул һаулыҡ һорашты ла арҡаһына артмаҡлаған тоғон ысҡындырып вагон иҙәненә ҡуйҙы. Фронтовик һынаулы ҡараш менән Кузьмаға бер аҙ текләгәс, беренсе булып һүҙ ҡушты:
– Ҡайҙан килеш, аяғыңды ҡайҙа ҡалдырҙың, һуғыштан тиһәң йәш күренәһең, исемең кем, ошо тирәнәнһеңдер ахыры.
Кузьма теләр теләмәҫ кенә:
– Аяғымды хуторҙы фашистар бомбаға тотҡанда юғалтым, ярай әле иҫән ҡалдым, хәрби госпиталдә аяғымды киҫтеләр, бына йылдан артыҡ ағас ошо түмәр, аяҡты алыштырҙы, – тип үҙенең алдан әҙерләп ҡуйған легендаһын бәйән итте. Паровоз оҙаҡ торманы ҡуҙғалды. Кузьма соборлап ағып төшөп килгән күҙ йәштәрен һөрттө лә, күңеленән генә тыуған яҡтары менән хушлашты.
– Кузьма минең исемем, әсәйҙе ерләнем, атай фронтта, яңғыҙым ил буйлап сығып киттем, бәлки, үҙемә тейешле эш табырмын, ҡулдарым иҫән бит.
– Минең исемем Николай Васильевич булам, тыуған яҡтарыма Башҡортостанға юл тотам. Әйҙә минең менән ауылға. Һуғышҡа тиклем балалар уҡыттым. Миңә лә һинең кеүек ағас аяҡҡа атланырға тура килер. Юлда миңә ярҙамлашырһың, һыңар аяҡлы булһаҡ та икәүләп бер кешеләй булырбыҙ, шулай бит, – тип кеткелдәп көлгән булды.
Кузьма:
– Мин ҡаршы түгелмен, иптәш булғас хәүеһеҙ ҙә булыр, – тип һис һүҙһеҙ ризалашты.
Оҙайлы юлда бик күп емерек ҡалалар, янып көл күмергә әйләнгән ауылдарҙы үтеп паровоз Волга йылғаһы буйҙарына килеп етте. Вокзалда яралыларҙы ҡабул итеү башланды. Паровоз Сталинградтан ары бармай тип белдереү яһанылар. Улар ярым емерек вокзалға үтте. Администраторҙан белешкәс урта Азия тарафтарына юл тотҡан паровоздың теплягында Һарыҡташ станцияһына тиклем килделәр. Уға нисек кенә булмаһын күп халыҡ йәшәгән төбәктән төпкөл ауыл тирәһенә барып урынлашыу кәрәк ине.
Ҡурҡҡандан да түгел, ул ялған ғәйеп тағылыуҙан ҡурҡты, сөнки юҡ бәләне тағыуҙары ла бар ине. Кешенең кеме генә юҡ, властар алдында ярамһаҡланып, үҙенең абруйын күтәрергә әҙер тороусолар әҙме хәҙерге заманда. Һарыҡташ станцияһында тегеләй-былай йөрөштөрҙөләр. Николай Васильевич берәр таныш осорамаҫ микән, тип вокзалды байҡаны, әммә таныштар осораманы. Һуғыш осоронда кем сәбәпһеҙ юҡ-бар артынан йөрөһөн инде.
– Әйҙә, юлға сығайыҡ, юлға сыҡһаң атлы осорай ул, башҡа сара юҡ, – тип Николай Кузьмаға ҡараны. Кузьма уның ҡултыҡ таяҡтарына ҡараны ла:
– Әйҙә һуң, берәй әмәле килеп сығар, юлда кеше йөрөмәй тормаҫ, һин алдан атла, юл күрһәт тип юлаусының ҙур булмаған һалдат тоҡсайын алып ҡул башының икенсе яғына урынлаштырҙы. Һарыҡташ эшселәр посёлогының осона сығып бер аҙ атлағас ултырып ял иттеләр, самасад урап кинәнеп тарттылар һәм тағы юлдарын дауам иттеләр. Ҡояш төшлөктән ауып юл ситләп үҫкән акация ағастарының күләгәһе юлға төшә башлағас арба тәгәрмәсе шығырлаған, ат бышҡырған тауышҡа икеһелә артҡа боролоп ҡаранылар.
Улар турыһына еткәс мул ғына итеп йәшел бесән һалынған оҙон арбаға ҡырын төшөп ятҡан оло ғына йәштәге мосолман ҡарты “тыррр...” тип атын туҡтатты. Ятҡан урынынан тороп ултырҙы ла:
– Әйҙә ултырығыҙ, урын етәрлек, – тип мөләйем генә йылмайып арбанан төштө.
Юлаусылар хуш еҫ бөркөп торған бесән өҫтөнә урынлаштылар.
– На!.. – тип атын ҡыуғас, ат хужаһы вата емерә русса, юлаусыларға һүҙ ҡушты:
– Минең исемем Айтуған, Ерекле ауылынан булам, совхоздың бәләкәй генә бүлексәһе беҙҙең ауыл ун өс кенә өйҙән тора. Фронттан киләһегеҙҙер тип уйлайым, икегеҙҙә ғәрип булғанһығыҙ икән. Һуғыш бер кемде лә аямай шул, тере ҡалғанығыҙға Хоҙайға рәхмәт әйтегеҙ. Аллаға шөкөр, фашистарҙы ояларына табан ҡыуып алып киттеләр. Оҙаҡламай еңеү тантанаһы ла килер илебеҙгә, – тип ихлас күңелдән хәбәрен теҙҙе. Башҡорт бабайының русса ҡайһы бер һүҙҙәрҙе урыҫса, башҡортса ҡушып үҙенсә итеп әйткәненә Кузьма саҡ шарҡылдап көлөп ебәреүҙән тыйылып ҡалды.
– Ә һеҙ ҡайһы яҡтанһығыҙ, Петровск, Абзан яғынан түгелме?
– Мин Петровск ауылынан, һуғышҡа тиклем балалар уҡыттым, – тине Николай Васильевич.
– Ә мин Волга буйынан киләм, ил гиҙәм, – тип яуапланы Кузьма.
Һәр кем үҙенең уйына сумғандай бер аҙ тын килделәр. Тынлыҡты боҙоп ҡарт тағы һораша башланы, Николайҙың ҡайһы фронтта булыуын, нисек яраланыуын.
– Сталинградты обороналауҙан башланды минең һуғыш юлым, Луцк ҡалаһын азат иткәндә фашист снаряды аяғымды өҙҙө, ярай санитарҙар ваҡытында һуғыш яланынан алып сығып ярҙам күрһәттеләр, юғиһә, яу яланында ҡанһырап ятып йән бирер инем. Хәрби госпиталдә ике ай ярым булғас, хәрби учёттан төшөрөп, ҡайтырға рөхсәт ҡағыҙы бирҙеләр, – тип тамамланы.
Николай үҙенең һуғышта күргәндәрен иҫкә алып. Айтуған ҡарт Кузьмаға табан боролоп:
– Ә һинең төбәп барыр ауылың, кешең булмағас әйҙә минең менән Ереклегә, беҙҙең ауыл ҙур түгел, кешеләре тыныс, беҙҙә йәшәрһең. Әбей менән икәүләп донъя көтәбеҙ, ҡыҙ балаларыбыҙ айырым йәшәйҙәр.
Кузьма:
– Миңә барыбер, ҡайҙа булһам да, тамаҡ туйҙырырлыҡ ҡына файҙа килтерермен тип уйлайым, – тип риза икәнлеген белгертте.
Петровск ауылына еткәс, Айтуған:
– Бына һинең ауылға ла еттек, Николай, өйөң ҡайһы тирәлә, юл йөрөгәндә кереп сығырға бәлки тура килер.
– Ана, түбәһе таҡта менән ябылған йортто күрәһеңме? Шул йорт мәктәп, минең йәшәгән йорт мәктәпкә терәлеп тигәндәй тора, нимә һиңә юлды өйрәтәм әле, әйҙәгеҙ миңә инегеҙ, сәй эсербеҙ, атың да ял иттер.
– Юҡ, Николай, ҡабаланам. Йортоңа тиклем алып барам да юлға сығам, ҡараңғы төшкәнсе ҡайтып етәргә кәрәк. Әбей ҙә төрлөһөн уйлап хафалана торғандыр. Минең янымда хәҙер Кузьма улым бар, Хоҙай үҙе ебәргәндер тип уйлайым, шулай бит Кузьма егет?
Ерекле ауылына еткәндә эңер төшә башлаған ине. Асыҡ ҡапҡанан килеп инеүгә Айбулат ҡарттың әбейе уларҙы ҡаршы алып тора ине. Бына шулай яҙмыш ҡушыуы буйынса Кузьма башҡорт хуторында йәшәй башланы.
Эшсән егеттең нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә. Айбулат ҡарт ҡыуанып туя алманы, осораған һәр берәүгә маҡтаны уны. Совхоз бүлексәһенә иҫәп хисапты алып барыусы эшенә ҡуйҙылар. Ауыл халҡы сит яҡтарҙан килгән йәтим үҫмергә ихтирам менән ҡаранылар. Ҡайһы яҡтан килеп юлыҡтың беҙҙең яҡҡа тип ҡыҙыҡһыныусыларға ул дөрөҫөн әйтмәне, Волга буйындағы ауылдан килдем тип яуапланы. Ҡанлы һуғыш та тамамланды. Яҡын-тирә ауылдарға фронттан яугирҙәр ҡайта башланылар.
Кузьма атаһы тураһында көнө-төнө уйланды. Бер нисә хат яҙып һалды, әммә яуап хаты алманы. Әллә тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнергә микән тип тә уйлап ҡуйҙы, тик нимәнәндер шикләнде һәм ул уйынан кире ҡайтырға мәжбүр булды. «Бер аҙ сабыр итеп көтәйем, атай иҫән булһа, һуңынан да ҡайтып әйләнергә мөмкин буласаҡ». Күрше йәшәгән егерме биш йәшлек Хаят исемле ҡатын һуғыштың икенсе йылында ире һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ алған ине. Бер балаһы менән тол ҡалып һуғыштың барлыҡ михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән был ҡатынға Кузьма һәр яҡлап ярҙам тергә тырышты. Утын, бесән әҙерләшергә булһынмы, ерен һөрөп кәртүф ултыртышырға һәм башҡа ауылдың бөткөһөҙ эштәрен Хаят әйтмәһә лә үҙе теләп ярҙамлашты. Һуғыш тамамланыуға ике йыл тула тигәндә Айбулат ҡарт уның уйҙарын төҫмөрләгән кеүек:
– Һин Кузьма, өйләнергә тигән уйың булһа, хәйер, егет кешегә ғаилә ҡорорға ваҡыттыр, Хаяттан да һиңә пар килгән ҡатын юҡтыр тип уйлайым, үҙең нисек уйлайһың? – тип бер көндө уның уйҙарына ҡанат ҡуйып ебәрҙе.
Кузьма:
– Мин ҡаршы түгел, әгәр Хаят риза булһа, һыңар аяҡлы ғәрип тимәһә, мин риза бөгөндән, – тип үҙенең йөрәгендә дөрләп янып, бына-бына тышҡа бәреп сығырҙай булып ташҡан хистәрен асып һалды.
Айбулат ҡарт ҡыуанысынан:
– Вот, молодец Кузьма, бөгөн үк, хәҙер үк салбарымдың уң балағын кирегә ҡайтарып төрәм дә, яусыларға барам, – үҙе шатлығын йәшерә алмай бала-саға кеүек һикергеләп өйөрөлөп бейеп алды.
Кузьма ҡыҙыҡһынды:
– Ә ниңә балағыңды төрәһең, әй? Һеҙҙә яусыларға барғанда шундай йола барҙыр.
Ул Айтуған ҡарттың төрлө мәҙәк ҡорорға яратҡанын белә, өйрәнеп тә бөткән ине. Әллә шаярта ғына микән тип эстән генә көлөмһөрәп тә ҡуйҙы һәм был юлы ла түҙмәне шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Уларҙың бала-саға кеүек шаярыуҙарына тышҡы усаҡ алдында өйөрөлгән әбейе Бибиғәйшә:
– Нимә булды һеҙгә, алтын тапҡан кеүек ҡыуанаһығыҙ, – тип ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә уларҙың эргәһенә килде.
– Таптыҡ, алтын таптыҡ, алтындың да ниндәйен бит, Кузьма егеткә кәләш таптыҡ, хәйер эҙләргә лә кәрәкмәгән, күрше генә йәшәгән икән, туйға әҙерләнәсәкбеҙ, әбей. Беләһеңме кемде, күрше Хаятты кәләш итеп Кузьмаға алып бирәбеҙ, – тип йәш егет кеүек ҡыуанды, әйтерһең ул үҙе йәш ҡатынға өйләнергә самалай.
Бибиғәйшә ҡарсыҡ һис тә аптыраманы, әйтерһең шулай булырын күрәҙәселек ҡылып, көтөп йөрөгән тиерһең.
– Ә нишләп, аптырарлығы юҡ, Хаят бына тигән ҡатын, эшкә әрһеҙ, ялҡау бисә түгел, аҡыллы. Кузьма менән бына тигән парҙар, йәшәрҙәр ҙә китерҙәр. Тик һеҙ улай бик ҡабаландырмағыҙ, мин Хаят күршегә инеп төшөндөрөп киләйем, шунан үҙең яусы булып инерһең.
Хаят, күршеһе Бибиғәйшә ҡарсыҡтың бәләкәй ҡапҡанан килеп инеүен тәҙәрә аша күреп ҡалды ла ҡаршы сыҡты.
– Әйҙүк инәй, әйҙә үт, бөгөн генә һине уйлап алғайным, ниңәлер Бибиғәйшә инәй байтаҡ ваҡыт миңә ингәне юҡ, сөкөрҙәшеп һөйләшеп алһаҡ та күңел күтәреләп ҡала торғайны.
Әбей ишек төбөндә туҡталып иҫәнлек-һаулыҡ һорашты ла ҡыйыр-ҡыймаҫ, һүҙҙе нимәнән башларға икән тигәндәй уйланып торғас:
– Биктимерҙең ҡара ҡағыҙын алыуға ла нисә йыл булып китте. Өс йыл барҙыр, – тип һораған булды.
– Эйе, өс йыл тулып, дүртенсе йыл китте. Үткән ғүмер, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
– Шулайҙыр, иҫән кешегә лә тормош көтөргә кәрәк, яңғыҙыңа ла еңелдән түгелдер инде, күңелең тартҡан кешең булһа тормошҡа сыҡ, әле һин бит йәш.
– Эй, Бибиғәйшә инәй, ундай кешене ҡайҙан табаһың хәҙергә заманда. Күп ир-ат яу яланында ятып ҡалды, иҫән ҡайтҡандарының холҡ-фиғеле үҙгәреп ҡайтты, күптәре шешә төбөнән йыуаныс эҙләй. Һуғышҡа тиклем беҙҙең ауылда араҡы эскән кеше булманы тиһәк тә яңылыш булмаҫ, эскәне лә өйөндә генә эсте, урам ҡыҙҙырып аҡырып-баҡырып һүгенеп, ҡатындарының бала-сағаларының ҡотон алып йөрөмәне.
– Эйе, дөрөҫө шул инде, уларға ла ут эсендә, минут һайын үлемеңде көтөп йөрөү еңелдән булмағандыр, күптәре шул араҡы ярҙамында ҡурҡыуҙарын баҫып, үлемдең күҙенә тура ҡарап атакаға барғандарҙыр инде бахырҙар, – тип Бибиғәйшә әбей килгән йомошон да онотҡандай фәлсәфәгә төшөп китте.
Бер аҙ өндәшмәй ултырғас:
– Беҙҙең Кузьма тураһында уйланғаның булманымы? Беҙҙең милләттән булмаһа ла бик тәүфиҡле аҡыллы егет, эшкә әрһеҙ, үҙе риза һиңә өйләнергә, ҡулыңдан ысҡындырма.
– Күрше генә торғас күреп беләм, ғәрип булһа ла ҡулында эш уйнап тора. Килгән көндән алып миңә күп ярҙам итте. Әллә шул, тыуған яҡтары Волга буйҙарын һағынып ҡасып китмәһә, миңә берәр бала ҡалдырып, – тип Хаят көлгән булды. Сит яҡтарға эйәреп киткем килмәй.
– Кит, юҡты башыңа алып ултырма, ана үҙҙәре бабай менән бында инеп киләләр, минең ҡайтҡанды көтөргә түҙемлектәре бөткәндер, – тип Бибиғәйшә әбей кеткелдәп көлөп ҡуйҙы.
Шул көндән эште оҙон-оҙаҡҡа һуҙманылар, тик бына никах мәсьәләһенә килгәндә Кузьма Ислам дине буйынса, ә Хаят Христиан дине ҡушҡанса никахлашырға ҡаршы булды. Күп уйланып ваҡытты һуҙманылар район үҙәге Абзандағы силсәүиткә барҙылар ҙа яҙылыштыларҙа ҡайттылар. Йәй баҡса эргәләп урын хәстәрләгәс, ауылдаштарҙы йыйнап туй мәжлесе үткәрҙеләр. Туйҙа Ерекле ауылында йәшәгән бер нисә ирле ҡатынлы урыҫтар «Горько!» – тип ҡысҡырғас, Хаят оялышынан йөҙөн яулығы менән саҡ ҡаплап өлгөрҙө, Кузьма уны ҡосағына алып ғәм халыҡ алдында яулыҡ аша булһа ла ҡайнар ирендәренән үпәсләгән булды. Ошо ваҡиғанан һуң Хаят оҙаҡ ваҡыт ауылдаштарының күҙенә күренергә оялып йөрөнө. Беҙҙең мосолмандар өсөн туйҙа үбешеү сит күренеш ине шул.
Йылдар үтә торҙо, бер-бер артлы сабыйҙары, ул һәм ҡыҙ балалары донъяға килде. Улына исемде Кузьма үҙе ҡушты, олатаһы хөрмәтенә Максим тип, ә ҡыҙына исемде Хаят үҙе һайланы һәм Йәмилә тип ҡушты. Хаяттың ике туған апаһы Ырымбур ҡалаһында йәшәй ине. Ҡыҙҙары Йәмилә Абзан урта мәктәбен тамамлағас, инәһе Хәҙисә тәҡдиме менән шунда медицина институтына уҡырға инде. Ятаҡта урын булһа ла инәһендә йәшәне. Улдары Максим ауылда төпләнде, тракторсы һөнәрен һайланы. Йәмилә дүртенсе курста саҡта буласаҡ тормош иптәше Владимир менән танышты. Владимир Ырымбур юғары хәрби училище курсанты, буласаҡ хәрби штурман, Украинанан. Уның апаһы Светлана украин ҡыҙы, Ырымбур ҡалаһында тормош көтә, ире хәрби лётчик, училище хәрби инструкторы. Бына шулай көтөлмәгән яңылыҡтар башланып китте уларҙың тормошонда. Йәмилә, буласаҡ кейәү егете һәм уның ата-әсәһе менән Ереклегә килеүҙәре тураһында хат яҙып һалды. Ҡапыл килеп сыҡҡан бындай осорашыуға бер аҙ аптырап ҡалдылар. Кейәүҙең Украинан ул йәшәгән өлкә, райондан икәнлеген белгәс Кузьма уйға ҡалды, үҙен-үҙе йыуатҡан булһа ла шомло уй күңеленә инеп ояланы, йоҡоһо тынысһыҙланды.
Хәйер байтаҡ йылдар үтте, тик ҡоҙа булған кеше уның тиңдәше йәшендә булыуы һәм һуғыш осорондағы хәл ваҡиғаларҙың тере шаһиты булыуы күңелен ҡырҙы. Кузьма үҙен тынысландырырға тырышһа ла, ҡоҙа шул төбәк кешеһе, ағас аяҡлы әҙәм һәр хуторҙа йәшәмәй бит. Кузьма үҙен Волга буйындағы ауыл кешеһе тип танытҡас, ҡай саҡ үҙен шул төбәктең билдәһеҙ ауылыныҡы тип хис итте. Көткән көндө ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға Кузьма Һарыҡташ станцияһына совхоздың иң яҡшы юртағы Малышты егеп барҙы.
Хәл-әхүәл һорашып, танышып, ҡул ҡыҫышҡас, ҡунаҡтар еҫе аңҡып торған йәш үлән һалынған арбаға урынлаштылар.
Кейәү буласаҡ егет, һуты аңҡып торған танһыҡ йәш үләндең еҫен кинәйә менән һулап, хатта танау тишектәрен ҡыймылдатып ҡуйҙы.
Һарыҡташ посёлогын сыҡҡас, егет дилбәгәне һорап алды ла, буласаҡ кәләше Йәмиләгә йәнәшә ултырып атты үҙе ҡыуаланы. Кузьма әллә оялғандай йөҙөн йәшерергә тырышҡандай ҡоҙа-ҡоҙағыйы ултырған яҡҡа кәүҙәһен ҡырынайтып ултырҙы, үҙе күҙҙәренең ҡырыйы менән танырға тырышҡандай ҡоҙаһына күҙ һалғыланы. Тик кем тип тә асыҡлай алманы. Ҡоҙаһы Алексей тәү башлап һүҙ ҡушты.
– Аяғыңды ҡайҙа, фронтта юғалттыңмы? – тип һораны.
– Юҡ, үҫмер сағымдан аяҡһыҙ ҡалдым, – тип Кузьма дөрөҫөн әйтергә булды.
– Ә мин фронтовик икәнһеңдер тип уйлаған инем, һине күргәс тә.
– Юҡ, миңә һуғышта булырға тура килмәне.
– Мин, әсәйем һәм ҡустым Рома район үҙәге Малиновкаға һуғыш аҙағында килеп төпләндек, уға тиклем Ворошиловград өлкәһендә район үҙәге Кузьменко ауылында йәшәнек. Малиновка хуторында әсәйҙең ике туған ағаһы Степан ҡарт йәшәне. Ҡырҡ өсөнсө йылдың йәйендә ул каратель булып фашистарға хеҙмәт иткән Федька исемле бандит ҡулынан һәләк булған. Партизандарға ярҙам иткән өсөн уны урманға утынға барған ваҡытта атып үлтергән. Кузьма исемле егет уның менән бергә булған, уға теймәгән, һинең кеүек ғәрип булған өсөн йәлләгәндер, уныһы ҡараңғы беҙҙең өсөн. Ауыл, ҡалаларҙы азат итеп немецтарҙы көнбайышҡа ҡыуалағас, һуғыш аҙағында Кузьма ҡайҙалыр китеп олаҡҡан икән. Ғәжәйеп хәл бит, атаһы ла һуғыштан ғәрип булып ағас аяҡта ҡайтты.
Кузьма шатлығынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне, уның атаһы тере. Тик үҙен тыйып башын аҫҡа эйҙе. Ҡоҙаһы һаман һүҙен дауам итте. Район үҙәгендә полицай участогы булған, карательный отряд ойоштороп немецтарға хеҙмәт итеүселәр ҙә булған икән. Тик әллә ни шаша алмағандар, партизандар отряды уларҙы тар-мар иткән. Хәбәргә ҡушылмай һүҙһеҙ генә тыңлап барған Кузьманың эсенә йылы кергәндәй булды. Ул тәүге тапҡыр күргәндәй ҡоҙаһына күтәрелеп ҡараны. Эргәһендәге һөйөклө егете
менән нимәлер тураһында үҙ-ара һөйләшеп барған Йәмилә:
– Беҙҙең атайыбыҙ Волга буйынан, беҙҙең ауылға һуғыш аҙағында килеп төпләнә, Хаят әсәйемә өйләнә һәм беҙ донъяға килдек, ағайым Максим, мин, – тип ҡайныһына аңлатҡандай әйтеп ҡуйҙы.
Кузьманың табанына ут төшкән кеүек булды. «Балалы өйҙә бур ятмаҫ», тигәне шул булалыр инде тигән мәҡәл кеүек.
Ҡоҙаһы килененең һүҙҙәренә әллә ни иғтибар итмәгәндәй үҙ фәлсәһен дауам итте. Немец фашистарҙы көнбайышҡа табан ҡыуып ауыл ҡалаларыбыҙҙы азат иткәс, урындағы Совет власы яңынан урынлаша. НКВД ярҙамында һатлыҡ йәндәрҙе асыҡлау һәм фашлау башлана. Бер нисә кеше ҡулға алына, ғәйепһеҙ икәнлектәрен асыҡлағас, иреккә сығаралар. Кузьма тураһында ла кемдер НКВД-ға ошаҡ еткерә. Имеш, Кузьма ла полицайҙарға барып китеп йөрөгән, уларҙың заданиеһен үтәгән. Бына шунлыҡтан ҡасҡан имеш... НКВД, ваҡыт еткәс асыҡларбыҙ тип был имеш-мимеш хәбәрҙе ваҡытлыса ҡалдырып торалар. Тик Кузьманың юҡҡа сығыуын шик аҫтына ҡуялар. Полиция участогында уның исем фамилияһы яҙылған бер ниндәй ҙә документ юҡ. Степан ҡарттың башына еткән Васильевка ауылы Федька Димчукты тоталар, күрше өлкәлә һаҡал үҫтереп ҡарт бабай ҡиәфәтендә йәшеренеп йәшәп ятһа ла эҙләп табалар. Тикшереү ваҡытында: «Мин атманым, Степан ҡартты Кузьма атты», – тип үҙенең ғәйебен йәшерергә тырыша, тик уның әйткәндәрен кире ҡағалар. Уны атыуға хөкөм итәләр.
Кузьма: «Һин нишләп уны миңә һөйләйһең әле, НКВД-ла хеҙмәт итмәнеңме, әллә нимәлер асыҡларға теләйһеңме»? – тип эстән генә уйланы, үҙе шикләнеп башын күтәреп ҡоҙаһы Алексейға туп-тура ҡараны. Әйтерһең, ул һорау алыусы тәфтишсе алдында ултыра.
Ҡоҙаһы уға бер аҙ текләп ҡарағас, серле итеп йылмайып ҡуйҙы. Бәлки Кузьмаға шулай тойолдо. Ул тағы уйға ҡалды. Алексей бит юҡҡа ғына һөйләмәйҙер, уның һөйләгәнендә берәр асылмаған сер барҙыр. Бер аҙ ваҡыт ҡоҙаһы хәбәре бөткән кеүек тын ҡалып барҙы. Икеһе лә тәрән уйға ҡалғандай өндәшмәнеләр. Кузьма, Алексей ҡоҙа тағы нимә тураһында уйлап һүҙ ҡуҙғатыр икән тигән кеүек тәрән уйға ҡалды. Башҡаса ул турала ҡоҙаһы ла Кузьма ла һүҙ ҡуҙғатманылар.
Өндәшмәй ултырыуҙы хуп күрмәй Кузьма ҡоҙаһының ҡайҙа, кем булып эшләүен һорашты. Ҡоҙаһы уның йөрәгенә шик һалып үҙенең фронтта Особый отделда хеҙмәт итеүен, һуғыштан һуң немецтарға һатылыусы, полиция булып хеҙмәт итеүсе төрлө элементтарҙы асыҡлауҙа эшләүе тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Кузьма тағы уйға ҡалды, хатта бөгөн үк, хәҙер үк үҙе тураһында дөрөҫөн һөйләргә микән тип уйлап та ҡуйҙы. Тик йәштәр алдында ул турала һөйләүҙе кәрәкмәҫ тип ул уйынан кире ҡайтты. НКВД асыҡлаған бит аҙағына тиклем булмаһа ла... “Поживём увидем”, “Война план покажет”, “Минең бер ғәйебем дә юҡ” бит, әсәйемдең иҫкәртеүенсә ялған ғәйепләнеүҙән ҡурҡып сит яҡтарға сығып киттем, шунда ғүмер итәм, – тип үҙен тынысландарҙы.
Ереклегә килеп еткәнсе ул турала башҡаса һүҙ ҡуҙғалтманылар. Ҡанлы һуғыштың беҙҙең илебеҙҙең Оло Еңеүе менән тамамланыуын шатланып иҫкә алдылар, Сталиндың ҡапыл үлеүен, Генсек Хрущевтың ауыл хужалығын күтәреүгә ҙур көс һалыуы ыңғай политик күренеш булыуын, халыҡты икмәккә туйҙырырға тырышыуы, заман талабы булыуын, ҡоҙалар әйтеп үттеләр.
Табын әҙерләп көтөп торған Хаят, хәҙер ҡайтып етәләр тип ҡапҡа алдына сығып ауыл осона ваҡыт һайын күҙ һалды. Көткән ҡунаҡтар килеп еттеләр.
Ашап, эсеп бер аҙ кәйефләнеп алғас, урам яҡҡа сығып ҡапҡа төбөндәге эскәмейәлә ултырып тәмәке көйрәттеләр. Шунда Кузьма әллә эскән баш менән, әллә күңелемдә төйөн булып ятмаһын тигән кеүек, һуғыш осоронда үҙ башынан үткән хәл ваҡиғаларҙы нисек булған шулай ҡоҙаһына һөйләне.
Ҡоҙаһы уны бүлдермәй иғтибар менән тыңланы ла:
– Минең күңелем нимәлер һиҙенгәндәй булды. Һинең дә исемең Кузьма, эҙһеҙ юғалған да Кузьма, тик шулай уҡ тап килер тип уйламаған инем. Һин, нисек булған шулай дөрөҫөн һөйләнең. Минең хәҙер шул Кузьма булыуыңа шигем ҡалманы, барыһы ла дөрөҫлөккә тап килә. Алексей урынынан тороп Кузьмаға ҡулын бирҙе лә:
– Ярар ҡоҙа был тикшереүгә нөктә ҡуяйыҡ, беҙҙең икебеҙҙең арабыҙҙа ҡалһын, йәштәргә һиҙҙермәйек, уларҙың туйҙарын үткәрәйек. Һеҙҙә беҙгә, дөрөҫөн әйткәндә тыуған илеңә, тыуған төбәгеңә ҡайтырға ашҡынаһыңдыр моғайын, килерһегеҙ Аллаһ бирһә, шулай бит, – тип ихлас йылмайып, ҡоҙаһының яуырын башына ҡулдары менән ҡағылды.
Был фани донъяның барлыҡ яфаһын да, шатлыҡ-ҡыуанысын да татып, туҡһан өс йәшкә тиклем йәшәп донъя ҡуйған, Мусакаев Әптелғәзиз Әптелмөъмин улының яҡты иҫтәлегенә арнайым.
Авторы Хәмзә Ишдәүләтов.