

Сәхнә йәшлекте һәм матурлыҡты ярата тигәндәре шулдыр, ахыры. Йырсылар бер-береһен уҙҙырып, “йәшәрә”, матурлана бара. Ошо көндәрҙә йәнә популяр йырсыларҙың береһе - Ринат Рәхмәтуллин үҙ теләге менән операция өҫтәленә ятҡан. Ул блефаропластика (күҙ ҡабағын күтәреү) эшләткән.
Йырсы әйтеүенсә, был көтөлмәгән аҙымдың сәбәбе мөхәббәткә бәйле. Ринат Рәхмәтуллин үҙенән 29 йәшкә кесе булған ҡатыны янында матур һәм йәш булып күренергә теләй.
«Мин быны тик уның өсөн эшләнем, матур булып күренеү өсөн», — тип уртаҡлашҡан йырсы үҙенең социаль сәхифәһендә.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!