

Бынан 10 йыл элек, 2016 йылдың 26 ғинуарында, яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова вафат булды. Уға ни бары 36 йәш ине.
Ошо уңайҙан “Шәһри Ҡазан” баҫмаһы уның ире Илгиз Әбдрәҡипов менән әңгәмәләшкән. Шунан өҙөк килтерәбеҙ.
“– Быйыл Вәсилә Фәттәхованың арабыҙҙан китеүенә 10 йыл була. Һеҙ унан башҡа йәшәргә өйрәнә алдығыҙмы?
– Беренсе йылдарҙа бик ауыр ине. Мин ундай һынауға әҙер түгел инем. Бар донъямдың аҫты өҫкә килде. Хәҙер инде күнектем кеүек. Балалар ҙа үҫеп килә. Улым Кәримгә 8 февралдә 15 йәш тула, ҡыҙым Камиләгә - 10 йәш.
– Вәсилә апайҙың һуңғы көндәрен иҫкә алайыҡ әле. Йәшәү теләге һуңғы һулышына тиклем булдымы?
– Вәсилә, ғөмүмән күңел төшөнкөлөгөнә бирелә торған кеше түгел ине. Ул бала тапҡас, бер аҙ ял итеп, йәйен дачаға барып мунса инергә хыялланды, өмөтләнде. Реанимацияға эләккәнсә, ике көн алдан янына килгәндә, йылмайып башын һелкте. “Мин тора алмам”, - тип һүҙһеҙ генә күҙҙәре менән хушлашты. Ул һөйләшмәһә лә, мин барыһын да аңланым. “Тиҙҙән һинең иңенә ҙур һынау төшәсәк, әҙерлән”, - тип алдан әйтеп ҡуйырға теләгән кеүек тойолдо.
– Илгиз ағай, Вәсилә апай менән бәхетле инегеҙме?
– Бик бәхетле инек. Вәсилә ғаилә йәнле кеше булды. Ул хатта мәжлестәргә барыу буйынса ла кәңәшләшә ине. Беҙ юҡ ҡына һорау булһа ла уртаға һалып һөйләштек. Мин уға бик рәхмәтлемен, сөнки ул балалар бүләк итте. Сабыйҙар шундай ҙур бәхет бит ул. Тормошто өр-яңынан башлау мөмкинлеге булһа, мин уны ғына һайлар инем.
Әле балаларым миңә көс бирә. Улар хаҡына йәшәргә тырышам”, - тигән Илгиз Әбдрәҡипов.
Белеүегеҙсә, Вәсилә Фәттәхова башҡарған "Туған яҡ", "Әйтелмәгән мөхәббәтем", "Яңғыҙ миләш" һәм башҡа бик күп йырҙары күптән инде хитҡа әйләнгән. Тыныс йоҡла, йәнең йәннәттә булһын, беҙҙең яратҡан йырсыбыҙ!
Сығанаҡ: “Шәһри Ҡазан”
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan