Бөтә яңылыҡтар

Элвин Грейҙың талисманын беләһегеҙме?

Ябалаҡ – ул ҡош ҡына түгел, ул – ҡала йоҡоға киткәндә һәм изге уйҙар, саф көйҙәр генә ҡалған тынлыҡта ижад иткән күңелемдең сағылышы.

Элвин Грейҙың талисманын беләһегеҙме?
Элвин Грейҙың талисманын беләһегеҙме?

Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) үҙенең талисманы – ябалаҡ тураһында һөйләгән. Йырсы хатта “ябалаҡ аҫрарғамы икән” тип дә уйланған.

Артистың яратҡан ябалаҡтары – татуһы – ике ҡулында ла бар. Ул көн менән төндө күптән бутағанлығын һәм, ябалаҡ кеүек, төндә уяу булыуын да әйткән.

“Ниңә ябалаҡ?” – тип һораһағыҙ, был тату – минең тәнемә төшөргән беренсе етди һүрәтем. Ябалаҡ – ул ҡош ҡына түгел, ул – ҡала йоҡоға киткәндә һәм изге уйҙар, саф көйҙәр генә ҡалған тынлыҡта ижад иткән күңелемдең сағылышы. Минең иң мөһим йырҙарым нәҡ бына шундай сәғәттәрҙә барлыҡҡа килә. Хәҙер был ҡараш – минең төп талисманым һәм барлыҡ буласаҡ тректарымдың авторҙашы ла. Бәлки, ябалыҡ көтөргәлер”, - тигән Радик Юлъяҡшин.

Артабан да йырсыға ябалаҡ талисман тик уңыштар ғына килтерһен!


Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас