Йәйғор йәмен туплаған ижад

Коллегабыҙ, шағирә Гөлназ Ҡотоева яңы китабы менән таныштырҙы

Йәйғор йәмен туплаған ижадЙәйғор йәмен туплаған ижад
Йәйғор йәмен туплаған ижад

Ошо көндәрҙә “Китап” нәшриәтенең уңайлы ғына осрашыуҙар майҙансығы тағы ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Был юлы билдәле шағирә, республиканың Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлназ Ҡотоева ижадын үҙ иткән дуҫтарын шиғриәт кисәһенә саҡырҙы. Ҡунаҡтар әҙибәнең “Йәйғорло йәм” тип аталған йыйынтығы менән танышты. Баҫмаға авторҙың һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, иҫтәлектәре ингән. Әйтергә кәрәк, Гөлназ Мират ҡыҙы беҙҙең редакция коллективы өсөн айырыуса яҡын – ул “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

Әбйәлилдең йәмле тәбиғәтендә иркәләнеп, күңеленә тыуған еренең бар йәмен, йылылығын һеңдереп үҫкән шағирәне күңел байрамы менән ҡотларға тип кисәгә яҡташтары, ижадын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барған рухташтары, дуҫтары, тел һәм әҙәбиәт йүнәлешен буласаҡ һөнәре итеп һайлаған студент йәштәр килгәйне.

Ысын-ысындан шиғриәт байрамы булды ул көн. Гөлназ Мират ҡыҙы хис-тойғоға тулы шиғырҙарын уҡып, йыйылыусыларҙы берсә һағышҡа һалды, берсә шатлыҡҡа сорнаны, махсус хәрби операция темаһына арналған әҫәрҙәре яңғырағанда, үҙенән-үҙе күҙ йәштәре бәреп сыҡты... Ошо урында шуны телгә алып үтеү зарур: Гөлназ Мират ҡыҙы МХО яугирҙәре, уларҙың ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештә, журналист булараҡ замандаш батырҙар тураһында яҙып ҡына ҡалмай, уларға ярҙам ойоштороусылар рәтендә лә әүҙем ҡатнаша.

Гөлназ Ҡотоева әйткәненсә, шиғырҙар кешегә йәшәү көсө өҫтәргә, донъяның йәмен тойорға булышлыҡ итергә тейеш. Шиғри һүҙ оҫтаһы үҙе был ижади бурысын күркәм итеп атҡарыу һәләтенә эйә. “Йәйғорло йәм” китабы – ошоға дәлил. Йыйынтыҡты “Китап” нәшриәте кибетендә һатып алырға мөмкин, Вайлдберриз һәм Озон селтәрҙәре аша яҙҙырып алырға ла була.

Нәфис һүҙҙән яҙмайыҡ, туған телебеҙҙә сыҡҡан матур китаптарҙы бергәләп уҡыйыҡ, дуҫтар!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фотолар – Г.Ҡотоеваның шәхси архивы һәм “Китап” нәшриәтенән.

Йәйғор йәмен туплаған ижад
Йәйғор йәмен туплаған ижад
Йәйғор йәмен туплаған ижад
Йәйғор йәмен туплаған ижад
Йәйғор йәмен туплаған ижад
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас