Өфөлә, Яҙыусылар союзы йортонда, Нижневартовск ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Рамаҙан Шәйхулов “Аҡ далалар” китабы менән таныштырҙы.
Сараны “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мөнир Ҡунафин алып барҙы. Ул осрашыуҙы асып: “Башҡорттар тураһында русса яҙылған китап”, – тине. Ысынлап та, Рамазан Шәйхуловтың был романында уҙенең ғаиләһенең бер нисә быуыны тарихы аша тотош халҡыбыҙ үткән осорон сағылдыра.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов сығышында “Аҡ далалар” әҫәрендәге тема башҡорт әҙәбиәтендә йыш осрауы хаҡында әйтеп үтте, “әммә был китап башҡорттарҙың шундай ауыр заманда ла кеше булып ҡалыуы тураһында бәйән итеүе менән ҡиммәтле” тине.
Был осрашыуҙа Рамаҙан Шәйхуловты атаһы – Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Нурислам Шәйхуловты белгән яҙыусылар, замандаштар ҙа килгәйне. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Әмир Әминев, Гөлнур Яҡупова, Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары, яҙыусы, журналист Ниязбай Сәлимов иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, авторға яңы ижади үрҙәр теләне.
– Башҡортостанға, тыуған ереңә ҡайтыуың менән, яҙыусы! Был китапты башҡорт телендә сығарырға кәрәк, – тине сығышында Ниязбай Сәлимов.
Гөлнур Яҡупова иһә: “Бер генә тапҡыр уҡып, тынысланырлыҡ түгел. Рамаҙан быуаттар төпкөлөнә инеп яҙа”, – тип белдерҙе.
Республиканың Әҙәбиәт музейы директоры, билдәле тәнҡитсе Зәки Әлибаев “Аҡ далалар” романына күҙәтеү яһаны. Ул сығышында: “Һәр яҙыусы һәр теманы үҙенсә аса. Бында ул бөтөнләй икенсе – уның һүрәтләү теле лә үҙенсәлекле, телгә тоғролоғо ла ярылып ята. Әҫәрҙәге Зөһрәлә башҡорт характерын тотоп ҡалған, тәбиғәттә иң көслө ҡатын-ҡыҙ булыуын күрһәткән. Романда ирҙәрсә фекерләй белгән ҡатын-ҡыҙ орбазы тыуҙырылған”, – тине.
Мөнир Ҡунафин иһә: “Был әҫәр мөхәббәт хаҡында. Романдағы геройҙарҙың бер-береһенә ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлайһың. Улар ауырлыҡтарҙы күрһә лә, донъяға һис зары юҡ”, – тине әҫәргә байҡау яһағанда.
Осрашыуҙа Рамаҙан Шәйхуловтың яҡташтары – “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әлиә Саматова, яҙыусы һәм журналист Гөлсөм Мостафина (Рамаҙан Шәйхуловтың апайы), ситтән килеп еткән класташтары сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев Өфөлә йәшәгән белореттарҙың “Артыш” йәмәғәт ойошмаһы исеменән авторҙы ҡотлап, ҡурай моңо бүләк итте.
“Аҡ далалар” – яҙыусы ғаиләһенең бер нисә быуыны тарихы ғына түгел, ә тотош халҡыбыҙҙың яҙмышы сағылышы. Был әҫәрҙә халыҡтың, илебеҙҙең быуаттар буйына дауам иткән тарихы. Китап уҡыусыға Башҡортостандың матурлығын һәм тәрәнлеген, республика халҡының үҙенсәлеген һәм көсөн аса.
Рамаҙан Нурислам улы ҡулъяҙма өҫтөндә биш йылдан ашыу эшләй. Бер нисә тапҡыр ташларға маташа, ә һуңынан ҡабат-ҡабат яҙырға ултыра.
– Романды тамамлағас, эстә кемдер минең ҡулымды йөрөткән кеүек тойолдо. Мин уны уҡый башланым. Әҫәр ҙур тәьҫорат тыуҙырҙы. Уҡып сыҡҡас, күҙҙәремдән йәштәр бәреп сыҡты – мин иркен һуланым, сөнки ғаиләмдең тарихын һөйләй алдым, – ти яҙыусы.
Рамаҙан Шәйхулов быға тиклем хикәйәләр китабын сығарған, ә “Аҡ далалар” романы яҙыусыға ҙур әҙәбиәт донъяһына ишек аса. Автор “Эксмо” нәшриәте менән килешеүҙе биш йылға төҙөгән. Китаптың тәүге тиражы 3000 данала сыҡҡан, уны һатып бөткәс, тағы ла ошо уҡ тираж менән өҫтәп сығарғандар. Роман шулай уҡ электрон һәм аудио форматтарҙа ла бар.
Әле яҙыусы икенсе китабы өҫтөндә эшләй, ул беренсеһенең дауамы буласаҡ. Унда ул ҡатынының репрессияланған ғаиләһенә төшкән ауыр юл тураһында һөйләй.
Белешмә:
Нурислам Шәйхулов – рәссам-педагог, Нижневартовск дәүләт университетының архитектура, дизайн һәм декоратив сәнғәт кафедраһы профессоры. Ул – 50-нән ашыу баҫма, өс әсбап, биш уҡыу-методик ҡулланма, бер монография авторы, дизайн буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстары лауреаттары. Ханты-Манси автономиялы округы музейҙарының дизайн-проекттарын эшләгән. Яҡташыбыҙ былтыр Ханты-Манси автономиялы округы губернаторының әҙәбиәт өлкәһендәге премияһына лайыҡ була.
Рәмилә МУСИНА фотолары.