Лайыҡлы, заманса музей буласаҡ

Радий Хәбиров Салауат Юлаев музейын капиталь ремонтлау барышы менән танышты. 

Лайыҡлы, заманса музей буласаҡЛайыҡлы, заманса музей буласаҡ
Лайыҡлы, заманса музей буласаҡ

Малаяҙ ауылында Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев музейы капиталь ремонт тамамланғандан һуң яңыртылған экспозиция аласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре барышында бинаның инженер-техник ҡарарҙары һәм эске биҙәлеше проекты менән танышты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музейға 1965 йылда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса мәктәп мөйөшө булараҡ нигеҙ һалына. 1985 йылдан Башҡортостан Милли музейы филиалы булып тора. Музейҙың айырым бинаһы 1991 йылда архитектор Александр Клемент проекты буйынса “БНЗС” тресы идарасыһы Михаил Старцев етәкселегендә төҙөлә. Был объект өсөн улар Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

2020 йылда дауыл бинаның ҡыйығын зарарлағандан һуң, төбәк етәксеһе музейҙы комплекслы реновациялауҙы йөкмәтә. Проект концепцияһын республика Башлығы үткәргән күсмә кәңәшмәлә тикшерҙеләр.

Капиталь ремонтҡа 2025 йылдың апрелендә тотоналар. Төҙөүселәр ҡыйыҡ эштәрен башҡара, фасадты һәм инеү төркөмөн яңырта, тәҙрәләрҙе алмаштыра, инженер селтәрҙәрен яңырта.

Төбәк етәксеһе музей биләмәһен һәм бинаның эске киңлеген ҡараны. Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров капиталь ремонтты тамамлау этаптарын билдәләне.

– Әле биҙәү эштәренә тотондолар. Киләһе йылда матур булһын өсөн эргә-тирәләге биләмәне лә төҙөкләндерәсәкбеҙ – был парк зонаһы, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Параллель рәүештә экспозиция концепцияһын раҫланыҡ, беҙ уны ярайһы уҡ яңыртасаҡбыҙ, йөкмәтке өлөшөн киңәйтәсәкбеҙ. Был лайыҡлы, заманса музей буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас