Халыҡ шағирының класс-музейы бар

Хәйбулла районының 1-се Аҡъяр мәктәбендә 2011 йылдың сентябрь айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай исемендәге класс-музей асылды. 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат ИШБУЛАТОВА уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.

Халыҡ шағирының класс-музейы барХалыҡ шағирының класс-музейы бар
Халыҡ шағирының класс-музейы бар

Хәйбулла районының 1-се Аҡъяр мәктәбендә 2011 йылдың сентябрь айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай исемендәге класс-музей асылды. Ул саҡта юбиляр шағир һәм Өфөнән килгән яҙыусылар Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ирек Кинйәбулатов, Азамат Юлдашбаев менән дәрес-осрашыу уҙғарылғайны. Бынан һуң да ошондай саралар ойошторолоп тора.

Бүлмә түрен Вәкил Шәйхетдинов, Әмир Арсланов һәм Йомор Атауллиндарҙың картиналары биҙәй. Шкаф теҙмәләренең уртаһында әҙиптең шәхси баҫма машинкаһы урын алған. Шулай уҡ яҙыусының әсәһе, йәшлек йылдары, ғаилә фотолары, ижады, шәхси китапханаһы, награда һәм документтар күсермәләре, видео-аудиояҙмалар, иҫтәлекле бүләктәренән торған экспозициялар бар. Асылған көндән алып музей ярайһы матур саралар үткәреп тора. Шуларға ентекләберәк туҡталып китәйек.

 2012 йылда Өфөлә “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында үткән Ҡәҙим Аралбаевтың ижад кисәһендә 1-се Аҡъяр мәктәбенең 10 уҡыусыһы шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. 2013 йылда Ҡәҙим Аралбаевтың “Тау эйәһе” әкиәте буйынса авторҙың үҙе, Айгиз Баймөхәмәтов һәм Флүр Ғәлимов ҡатнашлығында дәрес-осрашыу үтте. 2014 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре “Уйлан, бала!” исемле йәнле һөйләшеүҙә ҡатнашты. Был осрашыу тураһында матбуғатта “Халыҡ шағиры – “Йәншишмә”нең дуҫтары янында” рубрикаһы аҫтында мәҡәлә лә баҫылып сыҡты.

2015 йылда “Ырымдарҙа – халҡым тылсымы” темаһына асыҡ дәрес ойошторолдо. Әҙәби осрашыуҙа халыҡ шағиры үҙе лә ҡатнашты. Ул йыл шуныһы менән дә иҫтәлекле булды – музейға танытма бирелде.

2021 йыл Ҡ. Аралбаевтың “Батыр яраһы” әҫәре буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсына әҙерләнгән “Илем онотманы һине, Салауат” тип аталған дәрес менән иҫтә ҡалырлыҡ булды. 2022 йылда, Әсәйҙәр көнөнә арнап, класс етәкселәренең район методик берекмәһе ағзаларына Ҡ. Аралбай ижады буйынса “Әсәй, тиеп телем асылған” исемле асыҡ дәрес күрһәтелде.

Класс-музейҙа осрашыуҙар үтеп тора. Әйтәйек, 2023 йылда район үҙәк китапханаһында халыҡ шағирының үҙе, шулай уҡ яҙыусы-сатирик, журналист Венер Исхаҡов менән “Ижад тамырҙары – тыуған ерҙә” исемле осрашыу ойошторолдо.

2024 йылда класс менән шағирҙың тыуған ауылы Таңатарға сәйәхәт ҡылдыҡ. Был сәфәр балаларға бик оҡшаны.

Класс-музей эшмәкәрлегендә уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡатнаша. 2024 йылда, мәҫәлән, 7-се класс уҡыусыһы Айҙар Исмәғилев, класс-музейҙың фотоархивын файҙаланып, “Мостай Кәрим уҡыуҙары” конкурсына “М. Кәрим – Аралбаевтың остазы” исемле видеояҙма әҙерләп ебәрҙе. Шул уҡ йылда “Тамаша” журналы ойошторған “Мостай – беҙҙең менән” тигән фотоконкурста ҡатнаштыҡ, бының өсөн класс-музей архивында һаҡланған фотоларҙы ебәрҙек.

“Әҙип эҙҙәре буйлап...” тип аталған проект өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Шағирҙың ижады менән ниндәй шәхестәр, тарихи урындар бәйле, шул тарафтарға сәйәхәт ҡылабыҙ, өйрәнеү, ғөмүмән, эҙләнеү эше алып барабыҙ. Мәҫәлән, Сергей Чекмарев эшләп, йәшәп киткән Подольск ҡасабаһында булдыҡ, Хөрмәтулла Үтәшевтың тыуған ауылы Таштуғайҙы, Ғәҙелша шарлауығын, Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған ауылын һәм музейын барып күрҙек. Был урындар барыһы ла, әйтелеүенсә, шағирҙың ижады менән бәйле.

Проекттың маҡсатын һәм бурыстарын нимәлә күрәбеҙ? Был – шағирҙың тормош юлы һәм ижады аша йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо, тыуған ергә мөхәббәт, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләү, аң-белем даирәһе киң, белемле, мәҙәниәтле шәхес үҫтереү. Бының өсөн яҙыусы менән берлектә төрлө осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр үткәрелә. Ошондай сараларҙа уҡыусылар Ҡәҙим ағайҙың әҫәрҙәре буйынса үҙҙәренең проекттарын яҡлай, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә.

Мәктәп директоры Юнир Юлай улы Солтанов класс-музейҙы төҙөкләндереүгә, йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүлә. Сәфәрҙәребеҙгә лә ыңғай ҡарашта ул. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ижадын өйрәнеү аша балаларҙа илһөйәрлек һәм милли рух тәрбиәләүҙә мәктәп етәксеһенең даими хәстәрлек күрһәткәне өсөн уға рәхмәтебеҙ ҙур.

Фотолар: класс-музей архивынан.

 

Халыҡ шағирының класс-музейы бар
Халыҡ шағирының класс-музейы бар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас