

Гөлназ Асаева киләһе миҙгелдә концерттар һанын кәметергә һәм айына 9-10 концерт ҡына бирергә, Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең эре ҡалаларында ғына сығыш яһарға ниәтләүе тураһында хәбәр итә. Йырсы әйтеүенсә, ғаиләһе менән оҙаҡҡа айырылышыу уға бик ауыр.
"Өйҙән сығып китеү - минең өсөн һәр ваҡыт драма. Ғаиләмдән алыҫта булыуҙы бик ауыр кисерәм", - тип уртаҡлашҡан Гөлназыбыҙ. Йырсы әйтеүенсә, бындай ҡарар ижад һәм ғаилә араһында баланс һаҡларға, шул уҡ ваҡытта сығыштарҙың сифатын һәм тамашасыларға иғтибарҙы кәметмәҫкә булышлыҡ итәсәк.
Фото: Г.Асаеваның телеграм-каналы.