Илһөйә Бәҙретдиноваға иң шәп бүләкте кем яһаған?

Әле йырсының Өфө ҡалаһында гастролдәре дауам итә. Ошо көндәрҙә уға 45 йәш тулды.

Илһөйә Бәҙретдиноваға иң шәп бүләкте кем яһаған?Илһөйә Бәҙретдиноваға иң шәп бүләкте кем яһаған?
Илһөйә Бәҙретдиноваға иң шәп бүләкте кем яһаған?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, популяр йырсыларҙың береһе Илһөйә Бәҙретдинованың гастролдәре Өфө ҡалаһында ҙур аншлаг менән бара. Йырсы хатта үҙенең күркәм юбилейы – 45 йәшен дә сәхнәлә ҡаршылаған.

Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең социаль селтәрендә ҡотлауҙары һәм бүләктәре менән бүлеште, уларҙы күрһәтеп, рәхмәттәрен белдерҙе. Шулай ҙа йырсы өсөн иң ҙур бүләкте улы Нариман яһаған: ул әсәһенең концертына Өфөгә килгән.

Ап-аҡ ләлә сәскәләре тотоп ингән улын күргәс, Илһөйә Бәҙретдинова ҡыуанысынан ҡысҡырып та ебәргән: “Да ладно, улы-ы-ы-м! Бына был бүләк, исмаһам!” – тип улын ҡосаҡлап алған ул.

Әсә өсөн ошонан да ниндәй ҙур бүләк бар һуң?!

Әйткәндәй, йырсы үҙенең бер интервьюһында, уның концерттарына улының йөрөмәүе хаҡында белдергән ине. Тимәк, ысынлап та улының концертҡа килеүе – иң ҙур бүләктерҙең береһе!

Беҙ ҙә Илһөйә Бәҙретдинованы күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Илһөйә Бәҙретдиноваға иң шәп бүләкте кем яһаған?
Илһөйә Бәҙретдиноваға иң шәп бүләкте кем яһаған?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас