Стәрлетамаҡ ҡыҙы республика данын яҡланы

«Умка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ҡотлоева Гөлнас Фәйез ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Стәрлетамаҡ ҡыҙы республика данын яҡланыСтәрлетамаҡ ҡыҙы республика данын яҡланы
Стәрлетамаҡ ҡыҙы республика данын яҡланы

Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан данын яҡлаған Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы «Умка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ҡотлоева Гөлнас Фәйез ҡыҙы оло еңеүгә иреште, тип яҙа “Ашҡаҙар” гәзите.

«Ватан патриоты – Уҡытыусы»  ХVII Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе конкурсының баһалама ағзаһы, «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле етәксеһе, яҡташабыҙ Гөлсинә Батыршина үҙенең сәхифәһендә яҡташыбыҙҙы ҙур уңышы менән ҡотлап, “Афарин, Гөлнас!” тип яҙып сыҡты.

Әйткәндәй, был Гөлнас Фәйез ҡыҙының тәүге еңеүе генә түгел! Беҙ уны «Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы-2025» республика конкурсының лауреаты булараҡ та беләбеҙ. Уңыштарың дауамлы булһын, Гөлнас!

Фото:  шәхси архивтан.

 

Стәрлетамаҡ ҡыҙы республика данын яҡланы
Стәрлетамаҡ ҡыҙы республика данын яҡланы
Стәрлетамаҡ ҡыҙы республика данын яҡланы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас