

Миңә ул ваҡытта һигеҙ йәштәр самаһы булғандыр. Бала саҡта үҙемдән ике йәшкә өлкән Фәнил ағайымдың артынан да ҡалмай йөрөй торғайным. Бер мәл уның тиҫтере, күрше малайы Айнур менән ауылдан өс километр тирәһе йыраҡлыҡтағы баҫыуға барып көнбағыш алып ҡайтырға һөйләшкәндәрен ишеттем. Уларҙан ҡалмаҫҡа булдым, сөнки көнбағыш өлгөрөү менән бала-сағаға уны тәмләп ҡарау ҡыҙыҡ була торғайны.
Иртәнсәк ағайымдың ҡайҙалыр йыйынғанын күреп, көнбағышҡа барасаҡтарын аңланым һәм һиҙҙермәй генә артынан сыҡтым. Дөрөҫ һиҙгәнмен. Ауылдан сығып баҫыу яғына ҡайырҙылар, ләкин оҙаҡ бара алманым. Күреп ҡалдылар.
– Нишләп беҙҙең арттан эйәрәһең? Хәҙер эҫегә хәлең бөтөп мыжый башлайһың бит! Бар, ҡайтып кит, – тип икәүләп әрләп ташланылар.
– Юҡ, мыжымайым. Минең дә көнбағыш ашайһым килә. Алығыҙ үҙегеҙ менән, мин ҡайтыу юлын белмәйем, – тип илап ебәрҙем.
Мине йәлләнеләр. Бәләкәс булғас, етәкләп алып юлды дауам иттеләр.
Атлай торғас хәл бөттө, үҙебеҙ менән һыу ҙа һалып алмағанбыҙ. Шулай ҙа ҡыйын булһа ла түҙҙем, мыжыманым. Ниһайәт, көнбағыш баҫыуы күренде.
Көнбағыштың иң өлгөргәнен һайлап, тәүгеһен һабағы менән киҫеп алдыҡ, артабанғыларының урталарын тишеп, һабаҡҡа теҙҙек. Мин бәләкәй булһам да көсөм етерлек алты табаҡ алдым. Көнбағышлы булғас, кәйеф күтәрелеп ҡайтыу ғына сыҡтыҡ. Йөк булғас, атлауы ауырлашты. Ләкин бирешмәҫкә тырыштыҡ. Ауыл осона килеп еткәнсе, атларлыҡ та хәл ҡалмағайны. Арыуҙан бигерәк ауыҙ кипте, һыуға сарсаныҡ.
– Күп ҡалманы, түҙәйек инде, – тип бер-беребеҙҙе йыуаттыҡ.
Шул ваҡыт туҙан борҡотоп эргәбеҙгә колхоз машинаһы килеп туҡтаны ла унан ауылдың агрономы Ғәзим ағай төштө.
– Кемдең балалары әле һеҙ? Ни өсөн рөхсәтһеҙ баҫыуҙан көнбағыш алдығыҙ? – тип юлға ҡаршы төштө.
Ҡот осто. Тауыш сығыр-сыҡмаҫ ҡына атайҙарыбыҙҙың исемен әйттек. Хәҙер өйҙә эләсәген уйлап иларҙай булдыҡ.
– Башҡаса баҫыу тирәһендә һеҙҙе күрәйем әле! – тип ҡулыбыҙҙан көнбағыштарыбыҙҙы тартып алды ла беҙҙе туҙанға батырып машинаһы менән елдереп китеп тә барҙы.
Ғәрлектән иларҙай булдыҡ. Күңел төшөп, кәйефһеҙ ҡайтып керҙек өйгә. Ярты көн буйы интегеп, һыуға сарсап йөрөп алып ҡайтҡан көнбағышты тартып алған ваҡиға ғүмер буйы күңелде әрнетеп иҫкә төшә. “Нисек балаларҙың ҡулынан тартып ала алды икән? Башҡаса рөхсәтһеҙ алмағыҙ” тип шелтәләп кенә ҡайтарһа ла аңлар инек бит, тип уйлап ҡуям.
Автор фотоһы.