Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...

Башҡортостан мәҙәниәте һәм бейеү сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе: билдәле хореограф, йәмәғәт эшмәкәре, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Гөлназ Аҡназарова арабыҙҙан китте.

Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...
Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...

Гөлназ Аҡназарова республикабыҙҙың мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес ине. Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы мәктәптән һуң Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында, унан Башҡорт дәүләт университетында, Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем алған. 1993 йылдан яҙмышы Сибай менән бәйле. Ҡалалағы филармонияла «Сибай» халыҡ бейеү ансамбле булдырып, уның художество етәксеһе, бейеүсе булып танылған. Хеҙмәтенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған, ойоштороу һәләтенә эйә талантлы йәш белгескә артабан Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе бурысын ышанып тапшыралар. Гөлназ Вәкил ҡыҙы мәҙәниәт учреждениеһын юғары кимәлгә күтәреүгә, киң танытыуға өлгәшә.
 2005-2016 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләгән осоронда ла Гөлназ Аҡназарова Сибайҙағы мәҙәни тормош кимәлен күтәреүгә ҙур өлөш индерә, юғары һөнәри сифаттары уға күп әһәмиәтле саралар уҙғарып, һоҡланғыс һөҙөмтәгә өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

Өфө ҡалаһына күскәс, Гөлназ Вәкил ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратында мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса белгес  булып эшләй. Күп йыллыҡ оло тәжрибәгә, ойоштороу һәләтенә эйә, халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен, рухи ҡиммәттәребеҙҙе тәрән белгән, киң ҡарашлы милләттәшебеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларын, ҙур проекттарын юғары кимәлдә үткәреүгә, тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә.

Һуңғы йылдарҙа Гөлназ Вәкил ҡыҙы ҡаты ауырый. Баймаҡ районының  талантлы ҡыҙы, бейеү сәнғәтенең аҫыл ташы, халҡының һоҡланғыс шәхесе ине ул. Гөлназ Вәкил ҡыҙының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ.

Йәнең йәннәттә булһын, Гөлназ Вәкил ҡыҙы!

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash....

Автор:Карима Усманова
Читайте нас