“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ

Халыҡ коллективтарының VIII республика фестивале бара

“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ

1 февралдә Башҡортостанда үҙешмәкәр ижад менән шөғөлләнгән халыҡ коллективтарының VIII республика фестивале башланды. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итә.

“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” тип аталған проект өс йылға бер тапҡыр уҙғарылып тора. Ул үҙешмәкәр сәнғәт үҫешендәге яңы йүнәлештәрҙе, мөмкинлектәрҙе асыҡлауға, халыҡ һәм өлгөлө коллективтарҙың ижади кимәлен билдәләүгә, шулай уҡ күп милләтле республикабыҙҙа халыҡ ижадының бөтә жанрҙарын һәм милли мәҙәниәтте үҫтереүгә иғтибар йүнәлтә. Шуға күрә “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нең Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтарҙың берҙәмлек йылында үткәрелеүе айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Фестивалде тантаналы асыу өлөшө Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте, артабан инде ул Башҡортостандың бөтә район һәм ҡалаларында дауам итә.

Тап ошо фестиваль барышында Башҡортостандың үҙешмәкәр ижади коллективтары “халыҡ ансамбле”, “өлгөлө ансамбль” тигән маҡтаулы исемдәрен раҫларға бурыслы. Ижадтары менән ярайһы уңышҡа өлгәшкән, оҫталыҡтарын шымартып, яңы кимәлгә күтәрелгән коллективтарға ошо маҡтаулы исемдәрҙе лә халыҡ сәнғәте байрамында тапшырыу йолаһы бар.

“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” күләмле, сағыу гала-концерт менән тамамлана. Был инде тамашасыға халыҡ ижадының күркәмлеген, байлығын, төрлөлөгөн – бер һүҙ менән әйткәндә, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле булыуын тағы бер ҡат иҫкә төшөрөү, һоҡландырыу, милли сәнғәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн матур сәбәп тә, мөмкинлек тә. Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылында был фестивалдең мәғәнәһе, әһәмиәте тағы ла арта.

Фото: РХИҮ.

“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”нә һоҡланабыҙ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас