Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Февраль , 00:20

“Ледниковый период”та яҡташыбыҙ ҡатнаша

Вәсилә Фәттәхова башҡарыуындағы "Тыуған яҡ" йыры яңғыраны...

“Ледниковый период”та яҡташыбыҙ ҡатнаша
“Ледниковый период”та яҡташыбыҙ ҡатнаша

Беренсе каналда күрһәтелгән “Ледниковый период” тапшырыуында Өфөнән актер Артур Каспранов ҡатнаша. Сираттағы тапшырыуҙа ул фигуралы шыуыу буйынса спортсы, 18 йәшлек Софья Акатьева менән Вәсилә Фәттәхова башҡарыуындағы “Тыуған яҡ” йырының көйөнә бейене.

Был идея - Артур Каспрановтың үҙенеке. Был хаҡта ул эфир барышында алып барыусы Алина Заһитоваға әйтте. Сығыш яһағандан һуң Артур менән Софья тренерҙарға һәм Алина Заһитоваға Башҡортостан күстәнәсен – сәк-сәк – бүләк итте. Шуныһы үҙенсәлекле: Өфөнән был татлы бүләкте Мәскәүгә егеттең ата-әсәһе алып барғайны.

Әйткәндәй, Софья Акатьеваның әсәһе лә Өфөнән икән. 18 йәшлек спортсының тренеры - Этери Тутберидзе.

Өҫтәүенә кисә Артур Каспрановтың тыуған көнө булды. Уға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ.

Фото: видеонан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас