Һуңғы һигеҙ йылда Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһен федераль финанслау күләме 11,4 тапҡырға артҡан. Әгәр 2018 йылда был өлкәгә 142 миллион һум йәлеп ителһә, 2026 йылда – 1,617 миллиард һум. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Федераль средстволар мәҙәниәт объекттарын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүгә, китап фондтарын булдырыуға, ҡорамалдар һәм музыка ҡоралдары һатып алыуға, күләмле саралар үткәреүгә йүнәлтелә.
Мәҫәлән, 2026 йылда мәҙәниәт өлкәһен федераль бюджеттан финанслау биш йүнәлеш буйынса барасаҡ.
Беренсеһе, “Ғаилә” милли проекты буйынса. “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты сиктәрендә конкурс һөҙөмтәһендә республикаға 561 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителде. Ошоноң арҡаһында Башҡортостан Рәсәйҙә федераль ҡушма финанслау менән Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында балалар сәнғәт мәктәбен төҙөй башлаған тәүге төбәк буласаҡ. Шулай уҡ Өфөлә һәм Илеш районында ике муниципаль китапхана, Нефтекама дәүләт филармонияһы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры капиталь ремонтланасаҡ һәм яңыртыласаҡ. Капиталь ремонттан һуң Салауатта балалар сәнғәт мәктәбе һәм Ишембай районының Кинйәбулат ауылында клуб асыласаҡ. Салауат районында Салауат Юлаев музейын яңыртыу дауам итәсәк. Асҡын, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында иһә тағы өс яңы быуын китапханаһы асыласаҡ.
Бынан тыш, ошо средстволар иҫәбенә 21 мәҙәниәт учреждениеһының матди-техник базаһы нығытыласаҡ. Улар араһында – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, “Нур” Өфө дәүләт татар театры, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Ағиҙелдең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ә 15 балалар сәнғәт мәктәбе һәм ике мәҙәниәт колледжы музыка ҡоралдары һәм яңы ҡорамалдар аласаҡ.
Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының “Ғаилә” милли проектының яңы йүнәлештәрендә ҡатнашыуға конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда Өфө, Октябрьский, Сибай, Ишембай, Мишкә һәм Өфө райондарының мәҙәниәт учреждениелары нигеҙендә һигеҙ балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге ойоштороласаҡ. Шулай уҡ Әлшәй, Балтас, Бишбүләк, Мәләүез, Миәкә райондары мәҙәниәт йорттарының һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең, Нефтекама һәм Бишбүләк райондары китапханаларының һигеҙ иң яҡшы тәжрибәһен дәртләндерәсәктәр.
Икенсе йүнәлеш – федераль программалар. 2026 йылда Башҡортостандан 59 белгес “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” федераль программаһы сиктәрендә ярҙам аласаҡ. Был Рәсәй федерацияһы субъекттары араһында иң ҙур квота. “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” партия проекты буйынса 100 мәҙәниәт йортон яңыртыуға, матди-техник базаны нығытыуға һәм республиканың туғыҙ театрында яңы спектаклдәр ҡуйыуға 103 миллион һум йүнәлтеләсәк. Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарының китапханалары фондын тулыландырыуға Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы 16 миллион һум аҡса бүлә. Бынан тыш, иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларының һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең 86 проекты һәм ижади башланғысы дөйөм күләмдә 6,7 миллион һум күләмендә федераль ҡушма финанслау аласаҡ.
Өсөнсөһө – дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса федераль субсидия. Башҡортостанда биш сара Милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡтың 10 миллион һумлыҡ субсидияһы иҫәбенә уҙғарыла. Улар иҫәбендә – “XXI быуат славяндары” республика фестивале, Рәсәй көнөнә арналған “Бөтә заман геройҙары” проекты һәм “Башҡортостан халыҡтарының берҙәм ғаиләһендә” милли мәҙәниәттәр фестивале.
Дүртенсеһе – масштаблы мәҙәни ваҡиғаларҙы федераль берлектә финанслау. 2026 йылда Башҡортостанда федераль ярҙам менән бөтә Рәсәй кимәлендәге ике ҙур мәҙәни сара уҙғарыла. Мәҫәлән, 27 майҙан 2 июнгә тиклем Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков етәкселегендә һәм ҡатнашлығында “Ҙур балалар фестивале ЭХОһы” үтәсәк. Республиканың баш ҡалаһына бөтә Рәсәй һайлап алыуында еңеү яулаған һигеҙ театр киләсәк, улар балалар өсөн иң яҡшы спектаклдәр тәҡдим итәсәк. Ә 24-27 июндә Өфө Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итә.
Бишенсе йүнәлеш – капиталь төҙөлөш объекттарының Федераль реестры. Пландарҙа – Өфө дәүләт циркын реконструкциялауҙы башлау. Был маҡсаттарға федераль бюджеттан 2026 йылда 869,4 миллион һум йүнәлтеләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәҙәни мираҫ объектын яңыртыу кәрәклеген Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа тикшерҙе.
Доклад аҙағында Әминә Шафиҡова, мәҙәниәт ойошмалары шулай уҡ Президент гранттары фонды һәм Президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурстарында ҡатнашыу иҫәбенә өҫтәмә федераль аҡса йәлеп итә ала, тип билдәләне. Тағы бер сығанаҡ булып “Пушкин картаһы” федераль программаһы тора. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса мәҙәниәт учреждениелары уның буйынса 432,8 миллион һум аҡса йәлеп итә, улар матди-техник базаны нығытыуға, белгестәргә түләүҙәрҙе дәртләндереүгә, яңы мәҙәни контент булдырыуға йүнәлтелә.
– Быйыл федераль средстволарҙың дөйөм күләменән 600 миллион һум самаһы муниципалитеттарға йүнәлтәсәкбеҙ, – тине Әминә Шафиҡова. – Был урындарҙа мәҙәниәткә ҙур ярҙам.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.