Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Февраль , 19:50

"Ай Йола" төркөмө йырсыһының егете кем?

Социаль селтәрҙәрҙә танылған йырсы Адель егете менән төшкән матур фотоларын ҡуйҙы.

"Ай Йола" төркөмө йырсыһының егете кем?
"Ай Йола" төркөмө йырсыһының егете кем?

”Ай Йола” төркөмөнөң йырсыһы Адель тамашасыларға тәүге тапҡыр егете менән күренде. Бәлки, ир-егеттәр өсөн иң насар көн булғандыр, бигерәк тә  Аделдең фанаттары өсөн!
Социаль селтәрҙәрҙә танылған йырсы Адель егете менән төшкән матур фотоларын ҡуйҙы. Фотолар аҫтына серле егет: “«Иң яҡшы ҡарар - ысҡынып китеү һәм һиңә барыу” тигән яҙыу ҙа ҡалдырған. Фотоларҙың береһендә йәш кеше йырсыны сикәһенән үбеп ала.

Комментарийға ҡыҙ ҙа: “Яратам”, - тигән яҙыу ҡалдырған.

Хәйер, Аделдең фанаттары был серле егетте шунда уҡ табып, исем-шәрифен яҙып та ҡуйған. Беҙ әлегә уның исемен сер итеп ҡалдырайыҡ.

Ә йәштәргә саф мөхәббәт теләйбеҙ!

Фото: "Кугарчинские вести"

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

"Ай Йола" төркөмө йырсыһының егете кем?
"Ай Йола" төркөмө йырсыһының егете кем?
Автор: Карима Усманова
Читайте нас