"Фидан Ғафаров менән дә йырларға хыял бар ине, әммә тура килмәне"

 Был йырҙы Риф Йосопов та, мин дә электән башҡара инек...

"Фидан Ғафаров менән дә йырларға хыял бар ине, әммә тура килмәне""Фидан Ғафаров менән дә йырларға хыял бар ине, әммә тура килмәне"
"Фидан Ғафаров менән дә йырларға хыял бар ине, әммә тура килмәне"

Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының төбәк этабы сиктәрендә, уҙған “Быуындарҙың көмөш сылбыры” сараһында барлыҡ тамашасыларға, ҡунаҡтарға көтөлмәгән матур музыкаль сюрприз булды – Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов менән Дүртөйлө башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенова бар халыҡ яратып тыңлаған “Ғәлиә һәм Заһир йыры”н дуэтта башҡарҙы.  

Рим Хәсәнов көйөнә, Әнғәм Атнабаев һүҙҙәренә яҙылған "Ғәлиә һәм Заһир йыры" Башҡортостандың халыҡ артистары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров башҡарыуында киң танылыу ала. Башҡорт сәнғәтендә хит булған йырҙы халыҡ әле лә яратып тыңлай. Ә инде уны Фидан ағайҙың тыуған ерендә – Дүртөйлөлә район башлығы менән урындағы башҡорт ҡоролтайы етәксеһе башҡарыуы, ысынлап та, көтөлмәгән, әммә бик матур бүләк булды.

Был дуэттың нисек барлыҡҡа килеүе менән ҡыҙыҡһынып, Дүртөйлө башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенованың үҙенә мөрәжәғәт иттек.

– Был йырҙы Риф Йосопов та, мин дә электән башҡара инек. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының төбәк этабына арналған сарала  Фидан Ғафаровҡа музей бүлмәһе асҡас, Фидан ағайҙың репертуарынан ошо йырҙы башҡарырға ҡарар иттек. Минусовкаһын табып, бер-ике тапҡыр бергә йырлап та ҡараныҡ. Тауыштар ҙа тап килгәс, “сюрприз булһын” тип сәхнәгә сығарырға булдыҡ.

Был йырҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов менән дә башҡарғаным булды. Фидан Ғафаров менән дә йырларға хыял бар ине, әммә тура килмәне, – тине Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

 

"Фидан Ғафаров менән дә йырларға хыял бар ине, әммә тура килмәне"
"Фидан Ғафаров менән дә йырларға хыял бар ине, әммә тура килмәне"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас