

Февраль айында башҡорт эстрадаһының иң популяр йырсыларының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов күркәм юбилейын билдәләй. Киң диапазонлы, бәрхәт лирик баритон тауышҡа эйә йырсы халҡына, яратҡан тамашасыларына өс тиҫтә йылдан ашыу тоғро хеҙмәт итә. Ул башҡарыу хислелеге, оҫталығы менән айырылып тора. Сәхнәлә үҙен тотошо, кейенеү стиле, һәр йырҙа тыуҙырған образдары, зыялылығы, инсафлығы күңелдәрҙе арбай. Радиктың оҫта актерлыҡ һәләте лә һоҡландыра. Уның башҡарауында үлемһеҙ халыҡ көйҙәре, башҡорт, татар, рус композиторҙары йырҙары ла берҙәй юғары кимәлдә яңғырай. Йырсының репертуарында ике йөҙҙән ашыу йыр бар. «Әллә ниңә һине юҡһынам», «Әйҙә әле йырлап үтәйек», «Хуш ауылым», «Аҡсарлаҡ», «Сирендәр», «Йәшлегемә кире ҡайтыр инем», «Йәш ғүмерҙәр», «Атай-әсәйҙәрҙе онотмайыҡ», «Ҡәнәферҙәр», «Нисек бармын шулай ярат», «Аҡ болоттар», «Күҙҙәрең», «Рәхмәтлемен» – был йырҙар ысын мәғәнәһендә алтын хиттарға әйләнде. Юбилейы алдынан йырсы менән әңгәмәләштек.
– Радик, һәр юлдың башы була. Һине ижадҡа, йырсы һөнәренә алып килгән оло юлдың тәүге һуҡмаҡтары ҡайҙан башланды?
– Бала саҡтан күңелем йырға тартылды. Элек катушкалы магнифтофон була торғайны. Күршелә генә йәшәгән Йомор ағайҙарҙа бар ине шундай магнитофон. Бәләкәй генә саҡта ул мине өйөнә саҡырып йырлатты ла, магнитофонға яҙҙырҙы. «Урап, урап ҡарҙар күмә ҡыштың оҙон юлдарын» тип йырлағанымды хәтерләйем. Миңә ул саҡта ни бары дүрт йәш самаһы ғына ине. Яҙманы тыңлатҡас, шул тиклем аптыраным, шатландым.
Тыуған ауылым – Әбйәли районындағы Ташбулаттың тап уртаһында йәшәнек. Беҙҙең урамдан ғына бихисап күренекле шәхестәр, атҡаҙанған һәм халыҡ артистары, профессорҙар сыҡҡан. Күршелә генә профессор Зиннур Әхмәҙи улы Нурғәлин, танылған рәссам Ринат Йомор улы Атауллин, беҙҙең өйгә терәлеп торған йортта Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин, бер туған ҡустым – Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров. Урамыбыҙ өс халыҡ артисы үҫтергән.
Бер өй аша ғына клуб, шунда йыш барам. Апайҙар, ағайҙар «Әйҙә, Радик улым, йырла әле», – ти торғайны. Урамда ла йырлаталар, кәнфит бирәләр, аҡса тотторалар. Мин һис оялмайынса, рәхәтләнеп йырлайым, шатланып, биргән әйберҙәрҙе алам.
Фатима апайым бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләй торғайны. Бәләкәй генә сағымда миңә ҡыҙыл ыштан тегеп кейҙергәндәр, әллә ҡайҙан күренеп торһон тигәндәрҙер инде. «Тик тормаҫ булдың, гел сабып йөрөй инең. Шулай бер көндө һине юғалттым, эй эҙләйем, ҡотом осто, йүгереп урамға сыҡтым. Урам осонда кеше йыйылған, түңәрәккә баҫып ниҙер ҡарайҙар. Яҡынайғас, ҡыҙыл ыштанды күрә төштөм. Кешеләр араһынан уртаға үтһәм, сәрелдәк тауыш менән һин йырлап тораһың. Халыҡ көлә-көлә сәпәкәйләй. Кем аҡса, кем кәнфит тоттора. Бәләкәс кенә көйө, ҡыҙыл ыштан кейеп, әртис булып йөрөнөң», – тип һөйләй ине апайым. Ул – оҫта бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған художестволы халыҡ кәсепсеһе, «Атайсал» мәҙәниәт йортонда «Селтәр» фольклор төркөмө етәксеһе.
– Танылған ғалим Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин бер сығышында һәләттең ҡан менән бирелеүе тураһында былай тип һөйләгәйне: “Ҡан хәтере көслө. Уны юйып ташлап та, юғалтып та булмай. Ул быуындан-быуынға, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килә”. Һинең йырға булған һәләтең нәҫелеңдән киләме?
– Эйе, ысынлап та, тамырҙан килә бит барыһы ла. Әсәйем яғынан ике туған Сания, Разыя апайҙар, Батыр ағай – оҫта йырсылар. Әсәйемдең әсәһе Сәлимә өләсәйем тирә-яҡта дан тотҡан йырсы булды. ”Йырсы Сәлимә” тип йөрөтәләр ине үҙен. Өләсәйемде бөтә сараларҙа һорап йырлата торғайнылар. Һабантуйҙарҙа уға еткән йырсы булманы. Студент йылдарында магнитофон һатып алып ҡайтып, уның бер нисә йырын яҙҙырҙым. Ул яҙмаларҙы изге ҡомартҡы итеп һаҡлайым. Бала сағым күберәк өләсәйем менән үтте. Бөтә эшкә етеҙ, оҫта, егәрле ине. Халыҡ йырҙарын өҙҙөрөп йырлап ебәрһә, шым ҡалып тыңлай инем.
Өләсәйемдең исеме Сәлимә булғанғамы, халыҡ йырҙарынан иң яратып йырлаған йырым – «Сәлимәкәй». Уны йырлағанда өләсәйемде күҙ алдыма килтерәм, бала сағымды, үҫмер йылдарымды иҫемә төшөрәм.
Ҡан хәтере көслө тигәндәй, йырға, музыкаға булған һөйөүем балаларыма ла бирелгән. Ҡыҙым Айым, улым Айтуған минең һөнәрҙе һайланылар, икеһе лә сәнғәт институтын тамамланы. Айтуған менән бер уҡытыусыла уҡыныҡ. Һуңынан ул Ҡазанда консерватория һәм Мәскәүҙә Галина Вишневская исемендәге мәктәпте тамамланы. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Айым менән концерттарымда бергәләп йырлайбыҙ. Ул «Тамыр» телестудияһында балаларҙы вокал серҙәренә өйрәтә. Кейәүем Рим – опера йырсыһы. Кесе ҡыҙым Дилназ да музыка мәктәбен тамамланы, әммә табип һөнәрен һайланы, медицина институтында уҡый, эшләп тә йөрөй. Сәхнәне лә онотмай, минең концерттарҙа йырлай. Дилназ йыр сәнғәтен һайлаһа, бик шәп йырсы булыр ине. «Ояһында нимә күрә, осҡанында шул була», – тигән халыҡ мәҡәле балаларыма тулыһынса тап килә.
Әсәйем Хәтирә Мөббәшәр ҡыҙы бик дини кеше ине. Беҙҙең артист булыуға ҡаршы килмәне. Өсөбөҙҙө лә уҡытып сығарҙы. Аллаға шөкөр, әсәйемдең изге теләктәре ҡабул булды. «Әсәйемә» тигән йырымды һәр саҡ уға бағышлап йырлайым.
– Ижадсының тормошонда төрлө иҫтәлекле ваҡиғалар, онотолмаҫ осрашыуҙар ҙур роль уйнай, артисҡа яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Һинең ғүмер юлыңда нимәләр ижадыңа йоғонто яһаны?
– Беҙ йәш саҡта Магнит ҡалаһынан ауылға киске уйынға йәштәр килә ине. Улар менән аралашып гитара серҙәренә төшөндөм. Гитарла уйнап, ауыл урамдарын бер итеп, йырлап, гөр килә торғайныҡ. Шул йылдарҙа ҡала егеттәренән русса йырларға өйрәндем. Хәҙер репертуарымда күп кенә рус әҫәрҙәрҙе бар.
Өлкән кластарҙа уҡыған йылдар. Мәктәп ҙур, йыш ҡына теҙеп линейка үткәрәләр. Шулай бер линейкала гитарала уйнап йырланым. Гөрләтеп ҡул саптылар. Шунан һуң бик популяр булып киттем. Мәҙәни сараларҙы ҡалдырмай, ихлас ҡатнаштым. Бейеү ансамблендә лә йөрөнөм. Хәтеремдә, Йәүҙәт Бикбирҙин ағай беҙҙең коллективҡа бер нисә бейеү һалды. Яңы клуб астылар, гитаралар, һуҡма инструменттар алдылар. Тиҙ арала хыялыбыҙҙа йөрөткән вокаль-инструменталь ансамбль төҙөнөк. Сығыштарыбыҙҙы халыҡ ныҡ ярата. Дан тиҙ таралды, ауылдың шәп егеттәре булып киттек.
Мәктәпте тамамлағас, Таштимер ауылындағы 93-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Унда ла йырға булған һөйөү юғалманы, егеттәр менән инструменталь төркөм ойоштороп ебәрҙек, төрлө сараларҙа алда йөрөнөк. “
Тракторсы һөнәрен үҙләштереп, колхозда эшләй башланым. Ер һөргәндә ҡысҡырып йырлайым. Тауыш көслө, йырым трактор тауышын баҫа ине.
Район үҙәге Асҡарҙа үткән йыр бәйгеһендә ҡатнашып, Рим Хәсәновтың «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән йырын гитарала уйнап йырланым. Иҙрис Ғәзиевтең яҙмаларын ҡабат-ҡабат тыңлап өйрәнгәйнем уны. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса миңә Гран-при биреп дәртләндерҙеләр. Баһалаусы төркөм ағзалары: «Радик, һин һис шикһеҙ йырсы булырға тейеш. Бик талантлыһың, тауышың моңло, еренә еткереп башҡараһың», – тип ҡанат ҡуйҙы. Шул уҡ йәйҙе Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем.
Имтихандарҙа ла гитарама ҡушылып йырланым, икенсе турҙа өләсәйемдән өйрәнгән халыҡ йырын башҡарҙым. Бер ҡаршылыҡһыҙ юғары баһалар алдым. Имтихан биреүселәр 100-ҙән ашыу, шулар араһынан тик ун кеше генә үтте.
Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимова класында вокал серҙәрен өйрәндем. Уҡытыусыма рәхмәтлемен, тәбиғи тауышымды боҙманы. Уҡып бөткәс, Учалы филармонияһында эш башланым. Унда ижадыма йоғонто яһаған тағы бер иҫтәлекле ваҡиға булды. 1991 йылда данлы йырсы Абдулла Солтанов халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы үткәрҙе. Унда «Сибай»ҙы йырлап, Гран-при алдым. Абдулла ағай: “Бына ошо егеткә бирегеҙ, халыҡ йырҙарын иң шәп йырлаған ул”, – тигән. Уның һүҙе миңә этәргес булды. Шул йылдарҙан алып репертуарымда халҡым йырҙары лайыҡлы урын алып тора.
Учалыла филармония ябылғас, «Горняк» мәҙәниәт һарайында эшләнем. Шул йылдарҙа ситтән тороп Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индем. Төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнаштым. «Урал моңо», «Ирәндек моңдары» бәйгеләрендә лауреат булдым, 1995 йылда «Яҙғы моңдар» профессиональ йырсылар конкурсында Абдулла Солтановтан өйрәнгән «Йәмәлекәй тауы» халыҡ йырын башҡарып, беренсе урынға сыҡтым. Шул уҡ йылды «Дуҫлыҡ йыры» конкурсында икенсе урын яуланым. Нефтекама ҡалаһында яңы асылған филармонияға эшкә саҡырҙылар.
Мине яҡшы белгән филармония директоры Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов оло ышаныс белдереп, «Һарына» башҡорт төркөмөнә етәксе итеп ҡуйҙы. Ең һыҙғанып эшкә тотондом. Һәүәҫкәр композитор, оҫта баянсы Илгиз Йомағужинды, Бөрйәндән баянсы Марс Ишморатовты, йырсы Зәбирә Әминеваны, Рушан ҡустымды алып килдем. Башҡорт труппаһын көсәйтеп, бай эстәлекле милли программалар сәхнәләштерҙек. Филармонияның зал тултырып тамашасылар йыйған иң алдынғы төркөмө булып танылдыҡ.
Үҙемде тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, тормошомдо пыран-заран килтерергә юл ҡуйманым. Ҡасандыр аяҡ салырға тырышып, «Радик эскесе, нарокман» тигән ҡот осҡос нахаҡ һүҙҙәр яҙған ҡара эсле әҙәмдәрҙең мәкерле ниәте барып сыҡманы. Яңы ерҙә минең ысынбарлыҡта ниндәй кеше икәнемде тиҙ аңланылар, эшемде күрҙеләр, баһаланылар. «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән юғары исемгә лайыҡ булдым. Фатир бирҙеләр, йәшәү һәм ижад өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырып торҙо етәкселәр.
Бер нисә милләт сәнғәтен берләштергән, үҙенсәлекле Нефтекама филармонияһында эшләгәң йылдарым ысын мәғәнәһендә тормош һәм ижад мәктәбе булды.
– Радик, һинең Өфөгә күсеп, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлауыңа ла ике тиҫтәнән ашыу йыл үтеп киткән. Ошо дәүерҙең иң иҫтәлекле мәлдәре тураһында бер нисә һүҙ әйтһәң ине.
– 2003 йыл Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йәдкәр» фольклор эстрада төркөмөндә эш башланым. Башҡорт фольклорын, милли йолаларҙы сәхнәләштергән сығыштарҙы тамашасы бик ярата ине. Күренекле йырсылар Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдиновтар минең сәхнәләге уҡытыусыларым, фәһемле фекерҙәре менән тәжрибә тупларға ярҙам иткән кәңәшселәрем булдылар. Рәсәй төбәктәрендә бик күп концерттар бирҙек. 2004 йылда Төркиәлә үткән Халыҡ-ара фестивалдә башҡорт йыр сәнғәте менән таныштырҙыҡ.
«Йәдкәр» осоро – үҙе бер тарих. Бер нисә быуын тамашасыһында халыҡ йырына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләгән данлы коллективта эшләү йылдарым мәңге онотолмаҫ иҫтәлек булып хәтерҙә һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Йәдкәр»гә еткән фольклор коллективы башҡаса булманы.
2005 йылда филармония етәкселеге минең исемдәге төркөмдө асты. Эшемде күреп, бер йылдан «Ихлас» эстрада төркөмөнә етәксе итеп үрләттеләр. Уның менән Рәсәйҙең бик күп тарафында концерттар бирҙек. Хәлит, Лилиә, Илшат Фәтиховтар, Шамил Хәмәҙинуров, Сүриә Ғималова, Гөлнара Әхмәҙиевалар менән эшләгән ете йыл осоронда ярайһы ғына уңыштарға өлгәштек. Шул йылдарҙа репертуарымдағы халыҡ йырҙары, башҡорт, татар, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен туплаған «Тыуған яҡты һағынам» тип аталған аудиоальбом сығарҙым.
Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған «Туғанлыҡ юлында» тигән автоуҙыш? (автопробег) проектына етәксе итеп ҡуйҙылар. Эстраданың танылған сәхнә йондоҙҙарын берләштергән төркөм менән Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәр менән осрашыуҙар ойоштороп, концерттар бирҙек, 10 меңгә яҡын километр юл үттек.
2011 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән юғары исемгә лайыҡ булдым. Артабан үҙемдең исемдәге эстрада төркөмө менән етәкселек иттем. 2014 йылда тик тере тауышҡа ижад иткән «Сармат» эстрада ансамбле төҙөнөк. Һуңғы йылдарҙа «Эстрада легендалары» ретро төркөмөндә йырланым. Хәҙер инде филармонияның ҙур проекттары менән йөрөйбөҙ. Әлеге ваҡытта «Ҡурай. Йыр. Моң» проекты менән республикала һәм сит өлкәләрҙә сығыш яһайбыҙ.
– Әңгәмә башында «Беҙ үҫкән урамдан ғына өс халыҡ артисы сыҡҡан» тигәйнең. Шуларҙың икәүһе – һеҙҙең ғаиләнән. Бер ғаиләнән ике халыҡ артисы сығыу – һирәк осрай торған күренеш. Ҡустың Рушан Биктимеров менән бер коллективта ижад итеүҙең, бер сәхнәләрҙә сығыш яһауҙың ыңғай яҡтары бармы?
– Рушан менән бер коллективта эшләү, бер-береңә терәк-таяныс булып ижад итеү һәр саҡ матур һөҙөмтәләр бирҙе. Беҙҙең ижад юлы Учалыла башланып, Нефтекамала дауам итте. Шунан бер-бер артлы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына килдек. Шулай итеп беҙҙең яҙмыштар үрелеп барҙы. Бергәләп «Сармат» төркөмөн ойошторҙоҡ, ул төркөм менән ярайһы ғына уңыштарға өлгәштек. Бына әле яңы ғына уның тәҡдиме буйынса төҙөлгән «Ҡурай. Йыр. Моң» эстрада төркөмө менән республика райондары, ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөйбөҙ.
Ҡустымдың тынғыһыҙ, тик тормаҫ холҡо алдан йөрөй. Һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Мөкиббән китеп ҡурай сәнғәтенә бирелгән ысын ижадсы ул. Утыҙ йылдан ашыу бер сәхнәләрҙә сығыш яһайбыҙ. Күп кенә бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ. Рушан менән тормошта ла, ижадта ла бергәбеҙ. Уның ҡурай моңона ҡушылып халыҡ йырҙарын башҡарыу – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ.
– Йәш олоғайған һайын, тормоштоң үткән йылдарына байҡау яһап, үҙ-үҙенә «Мин бәхетлеме?» тигән һорауҙы бирә күптәр. Ә һинең өсөн бәхет нимә ул?
– Кемгәлер бәхет – һау-сәләмәт булып, һәр көн тыуған таңға шөкөр ҡылып ғүмер итеү. Ғаилә именлегендә, балалар шатлығында, тыныс, бәрәкәтле тормошта йәшәгәндәр бигерәк бәхетлемен тип ҡыуана. Бәғзе берәүҙәр бәхетте байлыҡта, аҡса күплегендә, үҙең бер нимәнән сикләмәй йәшәүҙә күрә. Минең өсөн бәхет – яратҡан һөнәрем, илһамланып ижад итеп йәшәү. Ярайһы ғына уңыштарға өлгәшеп, йырҙарым менән халҡым һөйөүен яуланым. Ғаиләм, балаларым – Хоҙай биргән бәхетемдең иң ҙуры. Тормош иптәшем Гүзәл сәнғәт кешеһе булмаһа ла, иң яҡын кәңәшсем. Репертуар һәм сәхнә кейемдәре һайлағанда иң тәүҙә уның менән кәңәшләшәм. Ҡатынымдың уйлағаны, әйткән һүҙе һәр ваҡыт дөрөҫкә сыға. Балаларымдың уңыштарына, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәү менән бәхетлемен. Артабан да һаулыҡтан айырмаһын Хоҙай. Яҡындарымдың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә, яратҡан һөнәремә тоғро булып, ижад итергә яҙһын.
Әлфиә ҒИМАҘИЕВА.
Фотолар – йырсының шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!