Башҡортостан илдәге мәҙәни акцияға ҡушылды

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы льготалы категорияларға ҡараған граждандар өсөн “Культура поMAХимуму” акцияһын ойоштора.

Башҡортостан илдәге мәҙәни акцияға ҡушылдыБашҡортостан илдәге мәҙәни акцияға ҡушылды
Башҡортостан илдәге мәҙәни акцияға ҡушылды

22 февралдән алып 1 мартҡа тиклем һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр, студенттар, күп балалы ғаиләләр ағзалары, пенсионерҙар МАХ мессенджерындағы һанлы ID буйынса мәҙәни учреждениеларға бушлай йәки ташламалы хаҡ буйынса килә ала. Акция ил төбәктәрендә үтә. Мәҙәниәт ойошмаһына ингәндә, МАХ мессенджерының Һанлы ID бүлегенә күсергә һәм ундағы QR-кодты күрһәтергә кәрәк.

Башҡортостанда акцияла Дәүләт академия симфония оркестры, М.Ғафури исемендәге БДАДТ, М.Кәрим исемендәге Йәштәр театры, “Нур” татар дәүләт театры, Ҡурсаҡ театры, Милли музей, М.В.Нестеров исемендәге музей, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаша. Уларҙа үткән саралар исемлеген “Культура.РФ” порталында махсус “Культура поMAХимуму” тигән бүлектә ҡарарға була.

Акцияла ҡатнашыр өсөн, мәҙәниәт учреждениеһы эсендә танылып торған берәй объектты фотоға төшөрөргә лә уны МАХ-тағы "Культура поMAXимуму" чат-ботына ебәрергә кәрәк. Бот бөгөндән эшләй башлаған.

Мәғлүмәт, фото: vk.com/kulturarb

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас