Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль , 14:30

Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?

Йырсыны юбилей концертында "атҡа мендерҙеләр".

Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Мырҙабай улы Алтыншиндың “Йырлап йәшәү үҙе бер ғүмер” тип аталған юбилей концерты үтте.

Раян Алтыншин Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫкән. Әлеге мәлдә Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы булып эшләй. “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин һәләтле Бөрйән егетен ҡотлап, ижади уңыштар теләне, тыуған ерендәге мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн “Бөрйән районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” почет билдәһен тапшырҙы.

Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәксеһе Айнур Бейембәтов иһә арҙаҡлы яҡташына тай бүләк итте.

Раян Алтыншин яҡташтарына бай йөкмәткеле концерт бүләк итте. Бөрйәндәр моңло яҡташтарының һәм уның ижадташ дуҫтарының сығышын ҡарап, оло кинәнес кисерҙе.

Фото: Булат Тимерғәлиев фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Раян Алтыншинға кем тай бүләк итте?
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас