Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей ҡатынын тыуған көнө менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Социаль селтәрҙәрҙә артист, ҡайҙа ғына булһа ла, тап ҡатынының мөхәббәте һәм өйҙә ҡорған йылы мөхите уны ысын мәғәнәһендә бәхетле итә, тип билдәләй.
«Һәм ошо көндә һин миңә бүләк иткән йылылығың өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Сөнки, ҡайҙа ғына булһам да, мине өйҙә көтөүеңде белеп торам. Һәр көнөң бәхет менән тулы булһын һәм бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын», — тип яҙған артист.
Беҙ ҙә Инзиләне тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ: Радик Юлъяҡшиндың шәхси сәхифәһенән
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!