Бөтә яңылыҡтар

29 йәш айырмаһы ла ҡамасау түгел

Популяр йырсы Ринат Рәхмәтуллин һөйгән йәре менән мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән

29 йәш айырмаһы ла ҡамасау түгел
29 йәш айырмаһы ла ҡамасау түгел

Ниһайәт, популяр йырсы Ринат Рәхмәтуллин йәш кәләше менән мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. Йырсы ҡыуаныслы яңылығы менән үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан. Динара менән улар араһындағы йәш айырмаһы - 29 йыл. Әммә, мөхәббәткә йәш айырмаһы ҡамасаулыҡ итмәй, иң мөһиме - бере -береңде яратыу, ти Рәхмәтуллиндар.

Улар 2023 йылда уртаҡ тормош юлын башлаған. Артистың хәләл ефете Динара блог алып бара.

Ул социаль селтәрҙә йырсының ижадын һөйөүселәрҙең ошо ваҡиғаны күптән көтөүе хаҡында яҙған. «Ниһайәт, хәҙер законлы ҡатыны. Күптәр быны көтә ине», – тип шатлығы менән бүлешкән йәш кәләш.

Фото: kazanfirst.ru

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас