Бөтә яңылыҡтар

Бейер өсөн тыуған ул

Уның өсөн еңеүҙәр генә түгел, ә коллективта тыуҙырған мөхит тә мөһим

Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул

Баҡалы район мәҙәниәт һарайының дуҫ коллективында яңы белгес, хореограф Гөлфирә Фәрит ҡыҙы Мансурова матур итеп эш башлап ебәргән.

Ул бала сағынан бейеү менән мауыға, уҡыусынан профессиональ хореографҡа тиклем юл үтә. Гөлфирә Фәрит ҡыҙы мәҙәниәт техникумын тамамлаған, унда бейеү сәнғәте өлкәһендә тәрән белем алған. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған ҡыҙ ситтән тороп Өфө фән һәм технологиялар университетында белем алған. 2004– 2023 йылдарҙа Сибай ҡалаһында балалар менән эшләй. 2023 йылдың авгусынан Мәҙәниәт һарайында балетмейстер вазифаһында хеҙмәт юлын дауам итә.

Әлеге ваҡытта Гөлфирә Фәрит ҡыҙы менән Рөстәм Марс улы “Йәш баҡалы” өлгөлө бейеү ансамбле етәкселәре булып тора. Ансамблдең ике йәш төркөмөндә 40 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә.

- Бейеү ярҙамында кәйефте еткерергә мөмкинме? Һүҙһеҙ генә мөһим нәмә тураһында әйтергә? Ҡул һәм аяҡ хәрәкәте, костюмдар, эмоциялар ярҙамында тамашасының йөрәген яулау... “Йәш баҡалы” өлгөлө ансамблендә был бик шәп килеп сыға, ул районда уҙған барлыҡ сараларҙа ҡатнаша. Быйыл ул шулай уҡ өлкәндәр менән шөғөлләнә башланы. Яҡын арала был коллективты сәхнәлә күрербеҙ, тип уйлайбыҙ”, – ти “Н. Асанбаев исемендәге Баҡалы район мәҙәниәт һарайы” мунициапаль бюджет учреждениеһы начальнигы Илгизәр Хөсәйенов.

Гөлфирә Фәрит ҡыҙы балаларҙы һәм өлкәндәрҙе бейергә өйрәтеүсе генә түгел, ул һәр ҡатнашыусының тормошона сәнғәт һәм шатлыҡ өлөшсәһен индергән ысын илһамландырыусы. Уның тәжрибәһе һәм бейеүгә ынтылышы дәрестәрҙе файҙалы ла, мауыҡтырғыс та итә. Уның өсөн еңеүҙәр генә түгел, ә коллективта тыуҙырған мөхит тә мөһим. Ул һәр ваҡыт үҙенең уҡыусыларына ярҙам итә, уларҙы яңы ҡаҙаныштарға рухландыра һәм һәләтен асырға ярҙам итә. Шулай уҡ үҙе лә бар яҡтан да һәләтле шәхес, сәхнәлә һәм халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы булараҡ рәхәтләнеп сығыш яһай.

Әйткәндәй, Гөлфирә Фәрит ҡыҙы 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Донъя күрке – гүзәл зат” конкурсында ҡатнаша. Уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Гөлфирә Мансурованың шәхси архивынан.

 

Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Бейер өсөн тыуған ул
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас