Миңзифа бәләкәйҙән шаян, ҡыйыу булып үҫә. Алсаҡ ҡыҙ тиҫтерҙәре араһында башлап йөрөүсе, төрлө һөнәргә, яңылыҡҡа ынтылыусан булыуы менән айырылып тора.
Баймаҡ районының Темәс ауылында һигеҙ балалы татыу, эшсән Исҡужиндар ғаиләһендә йыр-моң мөхитендә үҫә. Миңзифаның атаһы Усман ағай халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән Баймаҡ яҡтарында дан алған йырсы, гармунсы. Ҡыҙы атаһынан билдәле халыҡ йырҙарын өйрәнә. «Атанан күргән уҡ юнған» тигәндәй, Усман ағайҙың бөтә улдары ла гармунда уйнай. Ағалары Миңзифаны ла гармунда уйнарға өйрәтә. Ул үҙе уйнап йырлай, әхирәт ҡыҙҙарын теҙеп ултыртып концерттар ҡуя, йырлап бөткәндән һуң әртистәр кеүек килештереп баш эйә. Мәктәп йылдарында вокаль ансамбль төҙөй. Уҡытыусылары моңло тауышлы ҡыҙға профессиональ йырсы һөнәрен һайларға кәңәш бирә.
Етенсе класта уҡығанда мотоциклда йөрөргә өйрәнеп ала Миңзифа. Күрше ауылға киске уйындарға мотоциклда елдереп барып етә, егеттәр менән алмашлап гармунда уйнай. Ауылда, Баймаҡта үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йырсы булам, уҡырға китәм тигән теләген әйткәс, әсәһе: «Шул да булдымы һөнәр?!» – тип ҡыҙының теләген кире һүрә. Әсә һүҙенән сыҡмаҫҡа өйрәнгән ҡыҙ һатыусылар курсын тамамлап, магазинда эшләй башлай. Тик бөтә күңеле менән уҡып йырсы һөнәре алырға, ҙур сәхнәләрҙә йырларға хыяллана. Икеләнеүҙәр, хафаланыуҙар, уйланыуҙар менән ике йыл ваҡыт үтеп тә китә. Гармун тартып, йырлап, ҡурҡыу белмәй мотоциклда сапҡан сая ҡыҙҙарын ата-әсәһе: «был шаянлығы баҫылыр, кейәүгә бирәйек» тигән ҡарараға киләләр. Миңзифаға: «Йәшең етеп бара, кейәүгә сығырға ваҡыт», – тигәс ҡыҙ илап-ялбарып уҡырға ебәреүҙәрен һорай. Ата-әсәһенең үҙ һүҙендә торасағын аңлаған Миңзифа ҡасып уҡырға китергә ҡарар итә. Һатыусы булып эшләп йыйған аҡсаһын барлап, бергә эшләгән әхирәте менән баш ҡалаға юллана ҡыҙҙар.
Ауылдан гөжләп торған ҡалаға килеп төшкәс, аптырап ҡала улар. Сәнғәт училищеһына имтихандар тамамланған. Ҡайҙа барырға? Шунда Миңзифа ике туған ағаһының адресын яҙып алғаны иҫенә төшә. Ағаһы ҡыҙҙарҙы Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә эшкә урынлаштыра, дөйөм ятаҡтан урын да бирәләр. Эштән һуң Миңзифа Мәҙәниәт һарайында хор түңәрәгендә шөғөлләнә, репетицияларға йөрөй, концерттарҙа йырлай, яңы йырҙар өйрәнә.
Уҡыу йорттарына ҡабул итеү башланғас, бик тулҡынланып Өфө сәнғәт училищеһына бара. Йырсылар бүлегенә дүрт йүнәлештән дә тик «бишле» билдәһенә еңел генә имтихандар тапшырып, студент булып китә...
Мәҡәләнең авторы - Әлфиә ҒИМАҘИЕВА, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2025 йылда "Тамаша" журналының 2-се һанында баҫылған "Тормошҡа ашҡан хыял" мәҡәләһенән ҡыҫҡартып бирелде.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!