Өфөлә "Китап" магазинының ижади майҙансығында Раушания Бәҙретдинованың “Изобилие. Муллыҡ” күргәҙмәһе асылды. Яңы экспозиция кешенең эске байлығын, уның нәҫеле, традициялары һәм ысын ҡиммәттәре менән бәйләнешен күрһәтеүгә арнала.
Каринэ Хәбирова күргәҙмәнең тәүге ҡунаҡтарының береһе булды. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты, рәссамдың тамашасы менән төҙөгән үҙенсәлекле диалогын билдәләне:
- Был күргәҙмәнең авторы Раушанияның эштәрен ҡарарға ғына түгел, тойорға ла теләйем. Уларҙа яҡтылыҡ, аҡыл һәм беҙҙең тыуған яҡҡа шул тиклем һөйөү сағыла. Уларға ҡарап “Байлыҡ“ - ул матди нәмә түгел, ул күңел торошо икәнлеген аңлайһың, - тип билдәләне Каринэ Хәбирова.
“Изобилие. Муллыҡ” экспозицияһы яңы яҙылған һәм тамашасыларға оҡшап өлгөргән элекке картиналарҙы үҙендә туплаған. Йорт, ғаилә ҡиммәттәре һәм милли үҙенсәлек тураһында уйланыуҙар – уларҙа төп сюжет һыҙаты. Был Раушания Бәҙретдинова ижадының визит карточкаһы булып тора.
Күргәҙмә 4 апрелгә тиклем дауам итәсәк. "Китап" магазины Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Китап"тың ижади киңлегендә төрлө мәҙәни саралар - яҙыусылар менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр, "Китап һөйөүселәр" кеүек социаль әһәмиәтле республика акциялары үтә. Бында булған, буласаҡ ваҡиғалар тураһында магазиндың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмөндә танышырға мөмкин.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.