Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов яҡын кешеһен юғалтҡан. Музыкант социаль селтәрҙәге сәхифәһендә өләсәһе менән бәхилләшергә ҡайтып өлгөрмәүенә үкенеүе тураһында яҙған.
"Был хәл көтмәгәндә, алыҫ сәфәрҙә сағымда булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны һуңғы юлға оҙата алманым. Өләсәйемде бик ярата инем", – тип ҡайғыһы менән уртаҡлашҡан артист.
Шулай ҙа Зәйнетдин өләсәһе иҫән сағында уның хыялын тормошҡа ашырып өлгөргәненә шат.
"Бер нисә йыл элек беҙ өләсәйем 40 йылдан ашыу ҡарап, таҙартып торған шишмәне төҙөкләндерҙек. Хәҙер был шишмәне "Тутыя" шишмәһе тип йөрөтәләр. Өләсәйем тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә һаҡланһын өсөн ғүмерем буйына ошо урынды тәрбиәләп торорға вәғәҙә бирәм", — ти Заһир Зәйнетдинов.
Артистың өләсәһенең йәне йәннәттә булһын. Беҙ ҙә уның ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, Заһирға күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!