Бөтә яңылыҡтар

Нәҫелеңде беләһеңме?

Балаларҙа шәжәрәне белеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим. Юғиһә тамырҙарын белмәгән быуын үҫәсәк.

Нәҫелеңде беләһеңме?
Нәҫелеңде беләһеңме?

Халҡыбыҙҙың милли кейеме, шәжәрә төҙөү менән ҡыҙыҡһынған милләттәштәр арта, шөкөр. Был турала тәрәнерәк белергә теләгәндәргә рухиәтебеҙ һағында торған белгестәр ярҙамға килергә әҙер.

Туймазы районының Бишенде ауылы урта мәктәбе уҡыусылары “Шәжәрәм һәм милли кейемем” тип аталған ошондай сарала ҡатнашҡан. Райондың “Ағинәй” ойошмаһы, Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә Ситдиҡова милли кейем, уның тарихы, йолалар тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторған. Күргәҙмә материалдар уҡыусыларға башҡорт милли кейеме тураһында тулыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам иткән.

Һәр ғаилә өсөн үҙенең нәҫел тамырҙарын белеү – маҡтаулы ғәмәл. Башҡорт шәжәрәләре тотош быуындарҙың тарихын һөйләргә һәләтле. Туймазы ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Нөркәй ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Альберт Исмаил осрашыуҙа балаларға шәжәрәне төҙөү нескәлектәре тураһында һөйләгән, мәғлүмәттәрҙе табыу юлдарын өйрәткән. Аҙаҡтан инде үҫмерҙәр Әлфирә Шәрифйән ҡыҙының кәңәштәрен тотоп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе һаҡалдың заманса төрөн эшләп ҡараған.

Альберт Әҙип улына, Әлфирә Шәрифйән ҡыҙына “Афарин, рәхмәт һеҙгә!” тип әйтке килә. Уларҙың йәш быуынға үҙ милләте менән ғорурланыу тойғоһо, тамырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыуға һалған хеҙмәте оло хөрмәткә лайыҡ!

Фотолар: Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йортонан.

 

Нәҫелеңде беләһеңме?
Нәҫелеңде беләһеңме?
Нәҫелеңде беләһеңме?
Нәҫелеңде беләһеңме?
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас