Миләүшә тыныс, ипле генә ҡыҙ булып үҫте. Хатта юғары уҡыу йортона ингәс тә, китаптан айырылманы. Имтиханымды тапшыра алмай ҡуйырмын, уҡыуҙан ҡыуылырмын тип көнө-төнө башы уҡыуҙан сыҡманы. Тырышлығы бушҡа китмәне ата-әсәһен ҡыҙыл диплом менән һөйөндөрҙө ул.
Эше менән дә уңайлы килеп сыҡты, 10 километр тирәһе йыраҡлыҡтағы ауыл мәктәбендә эш булды, шунда башланғыс кластарҙы уҡыта башланы . Яңғыҙ йәшәгән сабыр ғына холоҡло Хәлимә әбейгә йортҡа инде. Үҙенең ауылы яҡын булғас, аҙна һайын ата-әсәһенең дә хәлен белешеп торҙо.
Бөтәһе лә ыңғай барҙы Миләүшәнең. Мәктәп эшенә баш көллө сумды. Балалары менән уҡытыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел тапты. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәне.
Йәш йөрәккә бойороп булмай. Ул үҙенең яртыһын тәбиғи рәүештә эҙләй.
Ошо уҡ ауылда йәшәүсе, инженер булып эшләүсе Илшат менән юлда танышып китте. Тыуған ауылынан килә ятҡанда машинаһына ултыртып алды уны Илшат. Шулай итеп аралаша торғас, аралары яҡынайҙы.
–Шундай матур ҡыҙҙарҙы беҙҙең яҡта күргән юҡ ине әле. Бер күреүҙән башымды әйләндерҙең бит. Ҡасан ата-әсәйең менән таныштыраһың? – тип теле телгә йоҡмай һөйләнде.
Үҙенең күңеле бер ҡатлы, ихлас булғас, башҡаларҙы ла шундай тип белде Миләүшә. Быға тиклем йөрөгән егеттәре лә булманы. Шуға оҫта телгә, матур һүҙгә тиҙ алданды ҡыҙ. Тиҙҙән ауырлы булыуын аңланы. Илшаттың унан баш тартыры уйына ла кереп сыҡманы. “Ата-әсәйең менән ҡасан танышырға барабыҙ?” тип йөрөһә лә, һуңынан был турала ишетергә лә теләмәне. Миләүшәнең ауырға ҡалыуы уны киреһенсә асыуын ҡабартты. “Ауырға ҡалыуың – һинең проблема!” тип кенә ебәрҙе Илшат. Бының тағы ла бер етди сәбәбе бар ине. Ике йыл элек бер туған Айҙар ағаһы район үҙәгенән кәләш алды. Бик хәлле ғаиләнән төштө Язгөл еңгәһе. Еңгәһенең атаһы, ҡоҙа тейешле кеше ҡыҙына район үҙәгенән фатир алып бирҙе. Язгөл еңгәһенең Дилә исемле һеңлеһе лә бар. Яңы ғына институт тамамлаған. Ағаһы менән еңгәһе Илшатты Дилә менән ҡауыштырырға теләй. Илшат , әлбиттә, шатланып риза. Уның да рәхәттә, байлыҡта йәшәгеһе килә. Дилә тәүҙә иғтибар бирмәне. Апаһының егетте маҡтауы ҡолағына керҙеме, һуңынан Илшатҡа мөнәсәбәте йылынып китте. Тиҙҙән Илшат менән Диләнең туйҙары булды.
Ҡайныһы уларға ла фатир бүләк итте. Йәш ғаилә район үҙәгенә күсеп китте. Илшат аҡсалыраҡ эшкә урынлашты.
Миләүшә генә үҙенең ҡайғыһы менән нимә эшләргә белмәй тороп ҡалды. Иң беренсе хәсрәтен Хәлимә әбейенә һөйләп бирҙе. Тормош күргән кешенең һүҙе ҡыҫҡа булды:
–Балаңды алдыра күрмә. Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Аҙаҡ үҙең унан изгелек күреп ултырырһың. Бер ҡайҙа ла китмә, үҙемдә йәшәрһең, балаңды үҙем ҡарашырмын,– тине.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәге урынына ултырған һымаҡ булды Миләүшәнең.
Үкенескә ҡаршы ата-әсәһе генә ҡыҙының хәлен аңларға теләмәне.
–Ирһеҙ тапҡан балаң менән менән минең тупһама баҫаһы булма, – тип бер генә әйтте атаһы.
Хәлимә әбейгә башын барып терәне Миләүшә. Башҡа аңлар кешеһе лә юҡ ине. Балалар табыу йортонан сабыйы менән тура Хәлимә әбейгә ҡайтты. Батыр тигән исем ҡуштылар бәләкәскә. Сабыр холоҡло инәй бер ҡасан да Миләүшәгә ҡырын ҡараманы, ҡаты һүҙ әйтмәне. Төндәрен дә уянып сабыйын ҡарашты.
Тыуған бала тиҙ үҫә, тиҙҙән Батыр тәпәй китте, балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Миләүшә ҡабаттан эшенә сыҡты.
Илшат ҡатыны менән ауылға йыш ҡайтып йөрөнө. Ҡайһы берҙә ҡаршыларына ла тап булды. Илшаттың Батырға йоторҙай булып ҡараған ҡарашын тойҙо Миләүшә. Ләкин тиҙерәк Илшат янынан китергә тырышты. Күҙен ала алмай Батырға ҡарауының да сәбәбен белә Миләүшә. Биш йыл тирәһе бергә йәшәһәләр ҙә сабыйҙары юҡ Илшаттарҙың. Заманса ремонт эшләнгән ҙур фатирҙа рәхәттә йәшәйҙәр, ләкин балаһыҙ йортта ҡот та, йәм дә юҡ.
Миләүшә бер йөрәге яраланғас, башҡаға ҡараманы. Башын баҫып эшләне лә эшләне. Аҡсаһын бөртөкләп йыйып, күршеләге участкала оҫта яллап өй күтәртеп, башын яптырып ҡуйҙы. Хәлимә әбей ҙә ярҙамынан өҙмәне. Тырыша торғас, яңы йортҡа күсерлек булды. Хәлимә әбейҙең өйө бик иҫкергәйне, ҡыштарын иҙәндәре һыуыҡ, йылы тормай. Шуға яңы йортҡа бер икеләнмәй Хәлимә әбейҙе лә күсерҙе Миләүшә.
–Эй, рәхмәт инде, ҡыҙым. Ҡартлығымда һинән игелек күреп ултырам, – тине күңеле булып ҡарт әбей.
Йылдар үткән һайын Хәлимә әбей ҡартайҙы, һаулығы ла ҡаҡшаны. Батыр иһә көнләп үҫте.
Ял көндәренең береһендә һуңлап ҡына уларҙың ишеген шаҡынылар. Ауыл кешеһе бик һуңлап йөрөмәй. Кем булыр? Миләүшә һағайып ҡына ишекте асты. Асты һәм үҙ күҙҙәренә ышанманы. Ишек төбөндә Илшат баҫып тора ине. Ҡасандыр дорфа ғына итеп үҙен тотҡан, “Ауырға ҡалыуың – һинең проблемаң” тигән ирҙән бер ниндәй ҙә һауалылыҡ ҡалмаған.
Ипләп кенә өйгә үтте Илшат. Кеше килгәнен аңлап төп яҡтан Хәлимә әбей ҙә сыҡты.
–Ғәфү үтенергә килдем, Миләүшә. Йәш сағымда ҙур хата яһаным. Һине яратһам да, бай тормошто һайланым, үҙ баламдан баш тарттым. Аллаһтың язаһы ҡаты булды, башҡаса миңә бала бирмәне. Урамдағы балаларға тилмереп ҡарап үтте был йылдарым. Ҡатыным да бындай тормошта йәшәүгә күнмәне. Ярты йыл элек ташлап китте. Шул тиклем дә үҙемдең баламды һөйөп үҫтерәһем килә. Зинһар, кейәүгә сыҡ миңә, Миләүшә, – тип ялбарыулы ҡарашын төбәне.
Ауырға ҡалған сағында көткәйне бит ул был һүҙҙәрҙе. Ул ваҡытта Илшат уны һанламай әллә кем булып ишетергә лә теләмәгәйне. Миләүшәнең күңел торошон Хәлимә әбей тиҙ аңлап алды.
– Балам, кешене тормош үҙгәртә бит ул. Әле үк ҡырт киҫмә, уйла. Балаң атаһы менән үҫер, – тине боронғо тәртиптәр менән тәрбиәләнгән Хәлимә әбей.
–Дөрөҫ әйтәһең, Хәлимә әбей. Улымдың рәнйешен алып, бәхетле йәшәй алманым. Уйымдан балам сыҡҡаны ла юҡ. Ҡабул итһәгеҙ, һеҙҙең өсөн генә йәшәр инем, – тип йәнә телгә килде Илшат.
Ҡапыл бер нәмә лә тип яуап бирә алманы Миләүшә. Йөрәгендәге боҙ иремәгәйне әле. Яйлап иретте уны Илшат. Улына ҡарата йылылығы, Миләүшә өсөн өҙөлөп тороуы менән. Хәҙер ҙур йортта улар дүртәүләп ғүмер итәләр.
Автор фотоһы.