Бөтә яңылыҡтар

Азалия Вәлиева: йырсы ла, уңған эшҡыуар ҙа

"Ике тапҡыр төшөмә рауза сәскәләре тотоп залда ултырған мәрхүмә әсәйем инде. “Йырла, балам”, – ти". 

Азалия Вәлиева: йырсы ла, уңған эшҡыуар ҙа
Азалия Вәлиева: йырсы ла, уңған эшҡыуар ҙа

Азалия Вәлиеваны йырсы ғына түгел, уңышлы эшҡыуар тип тә беләбеҙ. Ғаиләнең йорт йыһазы эшләү цехы яҡташтарын – Бөрйән районы халҡын да, унан ситтә йәшәгәндәрҙе лә ағастан эшләнгән күркәм мебель менән тәьмин итә. Яҡшы сифатҡа өҫтөнлөк биргән эшҡыуарҙың продукцияһына ихтыяж ҙур. Иҫке Собханғолда урынлашҡан “Хазина” тигән кафенан да кеше өҙөлмәй.

Үҙ эшен гөрләтеп алып барған уңған ханым ғына түгел геройыбыҙ, оҫта хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсә, туғандары өсөн әсәй урынына ҡалған хәстәрлекле апай, кәңәшсе, терәк тә. Яҙҙың тәүге наҙлы байрамы – 8 Март, шәхси концерты уңайынан уңған замандашыбыҙ менән әңгәмәләштек. Һөйләшеүҙә уның бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тигәндәй төрлөлөктө һыйҙырған булмышын асырға тырыштыҡ. Әңгәмә һеҙгә ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанабыҙ.

– Азалия, бер нисә йыл элек һеңлеләрегеҙ, ҡустығыҙ менән бергә сығыш яһай башланығыҙ. Улар менән таныштырып, үҙ ғаиләгеҙ хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.

– Эйе, һеңлеләрем Гүзәлиә, Физәлиә, ҡустым Азамат та бәләкәйҙән йырлай. Тәүге шәхси концертымда тамашасылар улар менән яҡындан танышты, сығыштарын яратып ҡабул итте.

Гүзәлиә – күп йырҙарымдың көйҙәрен ижад итеүсе. Ул Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында вокалдан уҡыта. Физәлиә белеме буйынса – балалар табибы. Туғандарым менән бергәләп тә, айырым да йырлайбыҙ. Сәхнәлә сығыш яһау– һәр беребеҙ өсөн күңел талабы, сөнки моң донъяһын гиҙеү, тамашасылар менән аралашыу оҡшай, күңелгә рәхәтлек, еңеллек бирә, тағы ла дәртләнеберәк эшләүгә, йәшәүгә көс өҫтәй.

Ирем Артур менән сирек быуаттан ашыу бергәбеҙ, шөкөр. Ҡыҙыбыҙ Гүзәл Мәскәүҙә юғары белем алды, һөнәре буйынса иҡтисад белгесе, ул да байтаҡтан инде үҙ эшен алып бара.

– Сәхнәгә сығыу, йыр сәнғәтенә килеү тарихығыҙ ниндәй?

– Сәхнәгә өс кенә йәшемдә сығып, 8 Март байрамында “Әсәй менән гөл үҫтерҙек” йырын йырлағанмын. Шул йыр ғүмерлеккә юлдашым булып ҡалды. Ул саҡтарҙағы район хакимиәте башлығы Ғилман Сәфәрғәлин мине төрлө сараларға йөрөтә торғайны, Сибай, Стәрле булһынмы, Өфө тиһеңме. Элек бит округтар ярыша торғайны, зона конкурстары була ине. Ҡалын тун кейҙерәләр, “Урал” машинаһына ултырталар, 10 сәғәтлек юлда өшөп-ҡатып, Өфөгә килеп етәбеҙ. Иҫләһәң, хәҙер ҡыҙыҡ та ул.

Бәләкәйҙән сығыш яһап йөрөгәс, артист булам, тигән уйым бар ине. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында уҡыным, унан Силәбе сәнғәт академияһында белем алдым. Диплом алғас, яратҡан һөнәрем буйынса эшкә урынлашырға бәхетемде һынап торманым, сөнки эш хаҡы ул ваҡытта айырыуса түбән ине. Шуға ла башҡа фекергә килдем: әҙерәк аяҡҡа баҫырға кәрәк, тип вьетнам баҙарына һатыусы булып барҙым. 1999 йыл ине ул, Өфөләге тәүге шундай баҙар Әй урамында асылғайны.

Шулай бер йыл үтте. Бер ваҡыт эргәмә башҡорт ағайы килеп, үҙебеҙсәләп һүҙ ҡушты: “Бындай матур тауышлы ҡыҙ баҙарҙа нимә эшләп тора ул?” Йырлап йөрөгәнемде ишеткәндер инде. “Эшләп торам”, – тип яуапланым. “Әйҙә, радиоға эшкә килгең килмәйме?” – ти ул. Был Радмир Дамир улы Мырҙагилдин булып сыҡты. Оҙаҡламай яңы радио асыла, шунда хеҙмәткәрҙәр йыялар икәнен һөйләне.

Оҙаҡ уйламаным, ике көндән баҙарҙан киттем. Радиоға эшкә алдылар. Был “Юлдаш” радиоһы асылырға йөрөгән мәл ине. Башҡортостан радиоһында эшләйбеҙ, яңыһына тапшырыуҙар әҙерләйбеҙ. Мин популяр булып киткән “Ритайым” тапшырыуының, “Хеҙмәт биржаһы”, “Мода көндәлеге”, “Тәртип һағында” тигәндәрҙең авторы булдым. Әйткәндәй, минең тәҡдим менән Айнур Кәбиров, Филүс Ҡасимов радиоға килде. Аҙаҡ унан киттем, ә 2006 йылда Бөрйәнемдә эшҡыуарлыҡҡа тотондом.

– Ҡайһылай ҡыйыу булғанһығыҙ. Быға ҙур тәүәккәллек кәрәк бит!

– Сауҙа эше менән 7-се кластан таныш инем, сөнки олатайым Бөрйәндә беренсе магазинды асҡайны. Тәжрибәм бар, был шөғөлдөң нескәлектәренә ярайһы төшөнгәнмен. Иҫке Собханғолда үҙ эшен асҡан беренсе кеше булдым, тиергә була.

Ғөмүмән, эш хаҡына ғына күҙ терәп ултырманым, сөнки ул әҙ ине. Ғаилә бар, бала үҫтерергә, донъя көтөргә кәрәк, шуға ла һатыу эше тәжрибәһен эшкә ектем, аҡса табыу юлдарын эҙләнем.

– Йыр, сәхнә икенсе планға күсте инде?

– Үҙ эшемде асҡас, йырлау онотолдо. Бер заман Гөлдәр Ишҡыуатова телевидениеға, үҙ тапшырыуына эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләшергә саҡырҙы. Шунда: “Ниңә йырлауыңды ташланың? Әйҙә, йырла!” – тип дәртләндерҙе. Ошонан һуң яңынан йырҙарымды радиоға алып килә башланым.

Ул саҡта магазиным икәү булып киткәйне. Шундай осор – кешелә аҡса бар, ә ҙур ҡалаларҙан алыҫта әйбер бик юҡ әле. “ГАЗель”һатып алып, үҙем рулгә ултырып (көлә.авт.), Өфөнән халыҡҡа йыһаз ташый башланым. Ҡатын-ҡыҙҙар бик машина йөрөтмәй әле ул саҡта, миңә сәйерһенеп тә, ҡыҙыҡһынып та ҡарайҙар ине.

Әллә ҡайҙан ташып йөрөгәнсе тип, тора-бара йорт йыһазы эшләү цехы астым. Өлгөрә алмай башлағас, иремдән полиция хеҙмәтенән китеүен үтендем, эшҡыуарлыҡты бергәләп алып бара башланыҡ, еңеләйә төштө. Яҡташ егеттәрҙе эшкә алыу мөмкинлеге сыҡты, цех ярайһы ҙурайҙы. Бер туҡтамай, тәүлек әйләнәһенә эшләне ул, заказдар күп ине.

– Йыр донъяһына ҡасан ныҡлап кире ҡайттығыҙ?

– Ваҡыты-ваҡыты менән сәхнәгә сыға инем. 2012 йылда, буғай, ҡустым Азамат та йырлай башланы, клиптар төшөрҙөк. Дәртләнеп кенә ижад итеп йөрөгәндә, ҡапыл әсәйебеҙ ҡаты ауырып китте. Йыр ҡайғыһы ҡалманы. Ғәзиз кешебеҙҙең вафатынан һуң ныҡ тетрәндем, йырлауҙан туҡтаным. Әсәйемә 59 ғына йәш ине...

Артабан тормошомда ниндәйҙер “ҡара һыҙат” башланған кеүек булды. Район үҙәгендә кафе асып ебәргәйнек. Шунда ҡайнар һыуға бешеп, ныҡ ҡына ҡазаландым, һаулығым нығынғансы, эшҡыуарлыҡ туҡталып торҙо. Бер нисә айҙан һуң ғына цехтың эшен яңынан яйға һалдыҡ.

Әсәйемдән һуң атайым да оҙаҡ йәшәмәне. Был ҡайғыларҙан һуң инде башҡаса бөтөнләй йырлай алмаҫ кеүек инем. Шулай ҙа тормош үҙе сәбәпселәрен ебәреп тора – Татарстандан композитор Гүзәлиә менән таныштым. Уның менән холоҡтарыбыҙ оҡшаш кеүек, тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Ул миңә йыр яҙырға тәҡдим итте. Ҡайғыларҙы таратып, тыңлаусыларҙа йәшәргә көс-дәрт өҫтәрлек йыр булһын ине, тигән теләгемде еткерҙем, һәм ул “Бәхетле бул” тигән йыр яҙҙы. Ул хит булып китте. Йырҙы яҙҙыртырға, клип төшөрөргә Ҡазанға саҡырҙылар. Гүзәлиә менән ижади хеҙмәттәшлегебеҙ миңә яңынан йырға юлды асты, тиһәм дә була.

Рауза сәскәләре тотоп залда ултырған әсәйем ике тапҡыр төшөмә инде. “Йырла, балам”, – ти. Быны һеңлем Гүзәлиәгә һөйләнем. Ғәжәп, бер аҙна үттеме-юҡмы, ул йыр яҙа башланы! “Йылмай, йылмай”, “Рәнйетмә йәнемде” һәм башҡалар – иң популяр булып киткән композицияларымды һеңлем ижад итте.

Әсәйем дә йырсы булырға теләгән. Тик Өфөлә уҡырға ингән еренән, һағыныуына түҙә алмай, ауылға ҡайтып киткән. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләне, заманында атайым менән икеһе урындағы радио хеҙмәткәрҙәре лә булды. Күрәһең, әсәйемдең тормошҡа ашмай ҡалған ынтылышы күңелендә барыбер үкенес булып һаҡланғандыр, ул беҙҙең сәхнәгә сығыуҙы ныҡ теләй ине. Хәҙер рухы ҡәнәғәттер, тип ышанғы килә.

– Өфөләге беренсе шәхси концертығыҙ тураһында ла һөйләгеҙ әле.

– Ул 2021 йылда “Торатау” конгресс-холында булды. Уға хәтлем өс йыл йырсыбыҙ Бибисара апай Азаматова (хәҙер мәрхүмә инде) менән гастролдә йөрөнөм. Ул миңә рухи яҡтан ныҡ терәк булды, концерттар ойоштороу тәжрибәһе менән дә ихлас уртаҡлашты. Рәхмәтем сикһеҙ уға.

Беренсе концертым булһа ла, “Конгресс-холл” туп-тулы ине. Был миңә ҡанат ҡуйҙы, ижадымды үҫтереүгә этәргес булды. Артабан йыл һайын концерт ҡуйыу йолаға әйләнде, тиһәм була. Бына 12 мартта ла киләһе, бишенсе концертымда ижадымды яҡын күргән дуҫтарымды көтөп ҡалам. Форсаттан файҙаланып, “Башҡортостан” дәүләт концерт залына килегеҙ, тип саҡырам.

– Азалия, үҙегеҙ ҙә, һеңлеләрегеҙ ҙә бик ҡыйыу, тәүәккәл заттан. Ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәштәрегеҙ ҙә барҙыр?

– Үткерлек бар, шөкөр. Был хәҙерге заман шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа, ҡайҙандыр ярҙам көтөп ултырмаҫҡа булыша. Үҙаллы, тормош талаптарына яуап бирә алған заттар булырға ынтылабыҙ. Сәхнәнән дә әйткәнем бар: хәҙер, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙҙең заман! Донъяны ла ҡарайбыҙ, рулдә лә йөрөйбөҙ, бизнесты ла алып барабыҙ – бөтә нәмә ҡулдан килә. Тик ҡурҡмаҫҡа ғына кәрәк!

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Фотолар: А.Вәлиеваның шәхси архивынан.

Азалия Вәлиева: йырсы ла, уңған эшҡыуар ҙа
Азалия Вәлиева: йырсы ла, уңған эшҡыуар ҙа
Азалия Вәлиева: йырсы ла, уңған эшҡыуар ҙа
Азалия Вәлиева: йырсы ла, уңған эшҡыуар ҙа
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас