Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин Өфөләге концерты мәлендә күңел түрендә һаҡланған ауыр кисерештәр менән уртаҡлашҡан. Улар йырсының ижад юлының башына бәйле хәлдәр. Йырсының репертуарында ныҡлы урын алған, күптәр яратып тыңлаған “Ағым һыу” йырын башҡарыр алдынан Ришат бына нимәләр тураһында һөйләгән.
– Ошо йырҙы башҡарыр алдынан һәр ваҡыт тормошомдоң бер осоро иҫкә төшә. Минең ижади юлым башланып ҡына торған мәлдә, илһамланып эшләй башлағанда, барыһы ла селпәрәмә килде. Ул саҡта мин ижадымды үҙ көсөм менән башлап ебәрергә уйлағайным, әммә был юлда барыһы ла музыка һәм илһамдан ғына тормай икән. Был юлда бик күп алыш-бирештәр, кешеләрҙең шәхси мәнфәғәттәре, үпкәләүҙәр ҙә бар... Тап ошо мәлдә мине бөтә йырҙарымдан яҙҙырҙылар. Был турала бәлки иҫләйһегеҙҙер... Артабан судтар, иҫкәртеүҙәр, ҡурҡытып шылтыратыуҙар башланды... Бер һүҙ менән әйткәндә, минең исеме тирәһендә шау-шыу күп булды. Ә күңелдә – бушлыҡ! Һәм ҙин ете юл сатында баҫып тораһыү: йырҙар ҙа, ярҙам да юҡ. Шул ваҡытта үҙемә “шундай матур башланған ижад юлы туҡтап ҡалырға тейеш түгел”, тинем. Көн һайын үҙемә шулай тип ҡабатланым: “Ағым һыу юлында осраҡан таш арҡаһында туҡтап ҡалмай. Ул башҡа ул таба. Иҫән-имен булһа, кеше лә үҙенә яҙған юлды үтә”, - тип һөйләгән Ришат Төхвәтуллин.
Ул тамашасыларына ла арағыҙҙа ошондай хәлдә ҡалған кешеләр булһа, ҡаршылыҡтар, юғалтыуҙар менән осрашһағыҙ, бирешмәгеҙ, был һеҙҙең юлдың ахыры түгел әле, тип өндәшкән.
Фото: https://vk.com/rishat_tukhvatullin_rt
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!