2025 йыл төрлө сағыу саралары, яңылыҡтары менән артта ҡалды, ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар, күргәҙмәләр, сәхнәләрҙә ҡуйылған яңы әҫәрҙәр менән хәтеребеҙҙә һаҡланыр. Әйткәндәй, Салауат дәүләт башҡорт драма театры ҡуйған спектакль – драматург Сәрүәр Суринаның “Зәйтүнә” пьесаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡаһарман йөрәкле башҡорт ҡыҙы Зәйтүнәне халҡыбыҙға ҡайтарҙы.
Ошо хаҡта, ғөмүмән, театрҙың эшмәкәрлеге тураһында Салауат дәүләт драма театры директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат ҠОТОШОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Иҫ китмәле тарих
– Айбулат Миңлеғәле улы, “Зәйтүнә” спектаклен ҡуйыу фекере нисек тыуҙы? Был темаға иғтибар итеүегеҙҙең сәбәбе нимәлә?
– Был пьесала төп идея – барыһы ла онотола, әммә рух көсө онотолмай. Барыһы ла ҡом менән ҡапланған, әммә мөхәббәт, хәтер мәңгелек. 20 йәшлек Зәйтүнә Әлбаева (Әлибаева) актриса булырға хыяллана, тик үҙ теләге менән фронтҡа китә, Тыуған илен яҡлап һәләк була...
Сибайҙа эшләгән саҡта, ете-һигеҙ йыл элек, был әҫәрҙе миңә алып килгәйнеләр. Баш рәссам Валерий Борисович Яшкулов тәҡдим иткәйне уны. Ул саҡта, филармонияла эшләгәс, уны ҡуйҙырырға мөмкинлегем булманы.
Валерий Яшкулов режиссерыбыҙ Рафаэль Ғәйнуллинға ла спектаклдең идеяһын тәҡдим итә, башҡорт ҡыҙының тарихын һөйләй. Уҡыныҡ, әммә ул документаль әҫәр итеп яҙылған, пьеса һымаҡ түгел ине. Мин Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҡуйырға тәҡдим иттем.
Беҙ Сәрүәр Сурина меннә бәйләнешкә сыҡтыҡ. Баҡтиһәң, Сәрүәр апай ҡалмыҡтарҙың тарихын белгән, өйрәнгән. Ул ҡуш ҡуллап ризалашты, хатта өс вариантта яҙҙы. Апрелдә ҡалмыҡтар килгәйне, беҙ ҙә Миәкәгә барып ҡайттыҡ. Унан алда, ошо “Федерация” Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестиваленә барғанда, беҙҙекеләр Ҡалмыҡ Республикаһының Сарпан районының Садовое ауылында туҡтап, Зәйтүнәнең ҡәберен күреп, бынан, Миәкәнән, тупраҡ алып барып һалғандан һуң, Рафаэль Ғәйнуллин тағы ла нығыраҡ тәьҫирләнеп ҡайтты.
Был әҫәрҙең икенсе яғы ла бар – Зәйтүнәнең актриса булыуы. Уның актрисалыҡҡа уҡып йөрөгән еренән Бөйөк Ватан һуғышына китеүе тағы ла нығыраҡ тәьҫирләндерҙе. Ул шул тиклем матур ҡыҙ булған, буйы 175 сантиметр, ҡуңыр сәсле. Һәләк булмаһа, ниндәй матур актриса булыр ине. Уның йәненең тәьҫир итеүеме икән, шул пьесаға тотонғандан алып, эшебеҙ ыңғай китте, хатта юҡ аҡса ла табылды.
Беҙ отпускынан сыҡҡас, Ҡалмыҡ Республикаһына Элистаға саҡырҙылар. Булмаған сараһы ла табылды, ыңғай ғына барып ҡайттыҡ.
Беренсе тапҡыр ҡәберенә барған саҡта шундай хәл булды. Ҡалмыҡ Республикаһында ямғыр һирәк яуа, шуға ла ул унда алтын һымаҡ. Беҙ барып, митинг башланғайны, әллә ҡайҙан ҡап-ҡара болот килеп сыҡты, йәшен атып ебәрҙе. Ҡойоп ямғыр яуҙы ла шунан һуң йәйғор сыҡты.
Был теманың икенсе яғы ла бар – ул ҡыҙ тураһында беҙҙең республикала белгәндәр, “Башҡортостан” республика гәзитендә лә ҡасандыр мәҡәлә сыҡҡан, әммә ныҡлап иғтибар итмәгәндәр. Ә тегендә барғайныҡ, мәктәп, урам уның исемен йөрөтә. Зәйтүнә ҡалмыҡ халҡының иң билдәле 20 ҡатын-ҡыҙ исемлегендә тора. Уны ҡалмыҡтар шул хәтлем, иҫ киткес ярата.
Вилсур Марат улы һөйләүенсә, зыяратта йөрөгәндә башын күтәреп ҡараһа, ҡәберен тапҡанды ишеткән Садовое ауылы халҡы килә, ти. Улар килеп еткәс: “Һеҙ беҙҙең Зояны алып ҡайтаһығыҙмы?” – тип һораған. “Үҙем аптырап ҡалдым. Мулла саҡырттыҡ, кәфенгә төрөп, “Юҡ, беҙ бында ҡалдырабыҙ” тип әйттек. Зәйтүнәнең ҡәбере шунда икәнен урындағы халыҡ белә, әммә документтар буйынса ул “хәбәрһеҙ юғалған” була. 2023 йылда ҡәберҙе асып ҡарағандан һуң ғына, ул табылған тип иҫәпләнгән", - ти ул.
Иҫ киткес тарих, йәнде өтөрлөк яҙмыш. Унда булған ваҡиғаның бөтәһен дә һөйләп тә, яҙып та бөтөп булмай.
Зәйтүнә 1922 йылда Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1938 йылда атаһы Рәхмәтулла Хәйрулла улы Әсеялан ауылының 12-се совхозы директоры итеп тәғәйенләнә, һәм Әлибаевтар ғаиләһе Маҡар (хәҙерге Ишембай) районына күсенә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, ҡыҙ уҡыуын ташлап, Стәрлетамаҡҡа шәфҡәт туташтары әҙерләүсе курсҡа бара. Уны тамамламай, 1942 йылдың майында үҙ теләге менән фронтҡа китә. Доброволец ҡыҙҙар эшелоны Сталинград фронтына йүнәлә.
Элистала уларҙы дошман самолеттарының гөрһөлдәүен ишетеп айырырға өйрәтәләр, шунан һуң Зәйтүнәне 44-се һауа күҙәтеүе, хәбәр итеү һәм элемтә батальонына ебәрәләр. 1942 йылдың 9 авгусында Зәйтүнә Әлбаева (Әлибаева) хәрби дежурлыҡҡа сыға. Был Ҡалмыҡ АССР-ының Сарпан районының Садовое ауылы эргәһендәге Песчанка бейелеге була. Шул көндә ауылға немец разведкаһының моторлы отряды бәреп инә. Уларҙың юлында элемтәсе ҡыҙ дежур иткән бейеклек тора. Мотоциклдарҙа ашығып, гитлерсылар өҫкә табан хәрәкәт итә. Зәйтүнә винтовкаһы һәм 30 патроны менән һуғышҡа инә, ҡыйыу ҡыҙ тиңһеҙ алышта һәләк була.
Атаһы һуғыштан ҡайта, ә ҡыҙы юҡ. Шул саҡта апаһының ҡыҙы тыуа, уға өс-дүрт ай исем ҡуштырмайҙар. Зәйтүнә ҡайтмағас, балаға Зәйтүнә тип исем ҡушалар. Хәҙер ул ҡатын Германияла йәшәй.
Ҡалмыҡтарҙың Зәйтүнәне шул тиклем яратҡанын шунда ла күрҙем, хатта ныҡ аптыраныҡ: спектаклдең аҙағында артистар сәхнәгә сыҡты, тамашасы алып килгән сәскәләрен артистарға бирмәне, ә ундағы обелискыға һалды. Сәхнәләге ҡалҡыулыҡта сәскәләр ҙур өйөм булып өйөлөп китте. Район үҙәге булған Садовоела полковниктар, подполковниктар, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хәрбиҙәр – ирҙәр теҙелешеп ултыра, спектакль аҙағында улар ҙа илай ине, сөнки Зәйтүнә һәм, ғөмүмән, ошо тема уларға ныҡ яҡын. Үҙебеҙҙә, Өфөлә, күрһәттек, ундай көслө хис-тойғоло кисерештәр күҙәтелмәне, ә уларға шул тиклем яҡын ине. Унда Зәйтүнәне шул тиклем яраталар, беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ. Уларҙы шул ваҡытта күрергә кәрәк, тыныс ҡына ҡарап булмай.
– Бик аяныслы яҙмыш…
– Ә бит булған тарих. Ул, ваҡиғалар теҙмәһенә бер-бер артлы бәйләнеп, үҙе ҡалҡып килеп сыҡты. Республика Башлығы Указы менән Зәйтүнә Әлбаеваға (Әлибаеваға) үлгәндән һуң юғары исем бирелде, ә туғандарына Генерал Шайморатов ордены тапшырылды.
Орденды биреүҙә лә Салауат театры үҙенең ҙур өлөшөн индерҙе, бурысын үтәне, тип иҫәпләйем. 80 йыл ваҡыт үткәндән һуң, беҙ артист була торған ҡыҙҙың яҙмышын тергеҙҙек, данын тыуған еренә алып ҡайттыҡ, туғандары, беҙҙең башҡорт халҡы Зәйтүнәнең кем икәнен хәҙер белә. Ә бит бер нисә йыл элек уның тураһында бер кем дә белмәгән һымаҡ ине. Ябай ғына итеп һөйләһәң, “Зәйтүнә”нең ваҡиғаһы шулайыраҡ, ә төптән өйрәнә башлаһаң, тетрәндергес ваҡиға.
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
– Айбулат Миңлеғәле улы, һуңғы йылдарҙа театрҙарға халыҡ бик ихлас йөрөй. Был әүҙемлектең сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Эйе, халыҡ театрға йөрөй. Уның сәбәбе бар – 2017 йылдан алып беҙҙең “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театры” программаһы буйынса бәләкәй театрҙарға йыл һайын ниндәйҙер күләмдә аҡса бирелә. Быға тиклем бындай программалар булманы.
Ошо матди ярҙам спектаклдәрҙең сифатына ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ла бар. Был ярҙамдың беҙҙең эшмәкәрлеккә ыңғай йоғонтоһо ныҡ һиҙелә, сөнки театрҙар хәҙер матди яҡтан да байыны – экрандар, проекттар, яҡтыртыу, тауыш биреү ҡорамалдары алдыҡ. Ошо техник мөмкинлектәр сифатының артыуы, аҡсаның килеүе һөҙөмтәһендә беҙҙең Өфөнән, Мәскәүҙән, хатта сит төбәктәрҙән режиссерҙар, композиторҙар менән спектаклдәрҙе әҙерләү мөмкинлеге бар. Хатта башҡа төбәктәрҙең ҡуйыу төркөмдәре, рәссамдары, сценографтары менән пластика буйынса эшләргә тура килә. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә оҡшаған әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү, пьесаны һатып алыу мөмкинлеге бар.
Ана шул саҡырылған режиссерҙар, юғары кимәлдәге спектаклдәр ҡуйып, урындағы режиссерҙарҙы ла, рәссамдарҙы ла үҙҙәренең артынан әйҙәй. Был - үҙенә күрә ҙур тәжрибә, шул уҡ ваҡытта актерҙарҙың оҫталығын арттырыу ҙа. Ни өсөн тигәндә, театрҙа актерҙы режиссер үҫтерә. Әгәр режиссер юҡ икән, актер үҫә алмай, ә режиссерҙы әҫәр үҫтерә. Ғөмүмән, барыһы ла бер-береһенә бәйләнеп килә. Режиссерҙарҙың төрлө булыуы арҡаһында актерҙарҙың кимәле лә үҫә һәм үҙебеҙҙең режиссерҙар ҡуйған спектаклдәрҙә лә улар бөтөнләй икенсе төрлө уйнай. 2017 йылдан алып күҙәтеп киләм – беҙҙекенә генә түгел, башҡа театрҙарға ла уның йоғонтоһо ҙур булды.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлгән аҡсаға бер спектакль ҡуябыҙ, элек хатта икешәр әҫәрҙе сәхнәләштерә торғайныҡ. Шулай төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге тыуа. Ғариза ебәрәбеҙ, беҙҙең юғары кимәлдәге спектаклдәр үтеп китә һәм фестивалдәрҙә уларҙы күрһәтә алабыҙ. Сыктывкар ҡалаһында Александр Островский әҫәре буйынса яҙылған “Глумов” спектакле менән Гран-при яулап ҡайттыҡ. Ошо фестивалдәрҙә ҡатнашҡан ваҡытта артистар башҡа театрҙарҙан күреп үҫешә.
Ғөмүмән, аҡсаның булыуы театрға бар яҡлап та үҫеү, тәжрибәне арттырыу мөмкинлеге тыуҙыра. Был иһә тамашасыларҙың артыуына булышлыҡ итә.
– Салауат ҡалаһының тамашасыһы ниндәй ул?
– Салауат – үҙенсәлекле ҡала. Бер хеҙмәттәшебеҙ: “Салауат – аномаль ҡала”, – ти. Был, ысынлап та, шулай. Ҡала халҡы байтағы башҡорт һәм татар милләтенән, шуның яртыһы ғына туған телен белә. Беҙҙә залдың яртыһы – башҡа милләт вәкилдәре, “наушник” менән ултыралар. Йыл аҙағында яңы спектаклде сәхнәгә сығарҙыҡ, тамашалар аншлаг менән үтте, хатта өҫтәмә ултырғыстар ҙа ҡуябыҙ.
– Һуңғы ваҡытта ниндәй спектаклдәр аншлаг менән бара?
– Бөтә спектаклдәр ҙә аншлаг менән үтә, тип әйтеп булмай, улай булыуы мөмкин дә түгел. Әле ҡуйған “Йәнекәйем, мин өйләнәм”, “Ҡоҙалар, ҡоҙасалар”, “Зәйтүнә” спектаклдәре аншлаг менән бара. Ә инде театрҙарға халыҡтың әүҙем йөрөүе мәҙәниәт усағының матди яҡтан күтәрелеүенә ҙур йоғонто яһай.
Уның икенсе сәбәбе лә барҙыр. Беҙ, 90-сы йылдарҙа баҙар шарттарына күсеп, аҡсаға ҡыҙыҡһынып киттек бит. Ә һуңғы осорҙа халыҡ бөтә нәмәнең дә аҡсаға барып бәйләнмәгәнен аңланы шикелле. Кешегә шул уҡ ваҡытта рухи аҙыҡ та кәрәк. Икмәк булһа - йыр ҙа була, тип әйтәләр бит. Кеше шуға ынтылыр, тип уйлайым.
Әйткәндәй, тиҙҙән Өфөлә "Театр яҙы" фестивале башланасаҡ. Унда 25 март Салауат театры коллективы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Һөйөү көсө" мелодрамаһын Өфө тамашасыһына тәҡдим итәсәк. Әҫәр ысын булған ваҡиғаларға нигеҙләнгән.
Ҡыҫҡаса йөкмәткеһенә туҡталғанда, Франциска исемле немец ҡыҙы башҡорт егетенә ғашиҡ булып, уға эйәреп Германиянан Рәсәйгә күсеп килә. Бай атайҙың мөхәббәтенә һәм иғтибарына төрөнөп кенә йәшәгән ҡыҙҙы Башҡортостан ерендә ҡот осҡос аслыҡ, ярлылыҡ һәм аяуһыҙ граждандар һуғышы ҡаршылай. Ул ире Сәйфетдингә ғаиләһен һәм наҙлы хистәрен һаҡлап ҡала алырмы? Ҡәйнәһе менән уртаҡ тел табырмы? Бәхетенә һәм мөхәббәтенә күңеле төшөп, ул тыуған яғына ҡайтып китмәҫме? Бына ошондай һорауҙарға спектаклде ҡарап яуап табырға мөмкин.
Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды.
Тәрбиәне өйҙән башлау фарыз
– Салауат театрына йәш артистар эшкә киләме?
– Был театрға 2021 йылда эшкә килдем. Беҙҙең артистарҙың уртаса йәше 44 ине, ә хәҙер – 40. Йәш артистарҙы үҙебеҙ эҙләп табабыҙ. Өфө, Сибай уҡыу йорттарына йөрөйөм. Әлеге ваҡытта ла коллективты йәшәртеү өҫтөндә эшләйбеҙ, сөнки йәшлек үҙе матур, әгәр ҙә сәхнәлә йәш артистар булмай икән, ул саҡта театр ҙа булмай. Шул уҡ ваҡытта театрҙа ололар ҙа булырға тейеш, сөнки һәр бер өйҙөң еҫе булған кеүек, театрҙың яҙылмаған ҡанундары, мәктәбе бар. Әлбиттә, йәштәр менән ҡытыршылыҡтар тыуа. Улар өсөн иң ҙур мәсьәлә – тел, туған телде белмәйҙәр. Уларҙың аралашыуы туған телдә булмағас, телдәре боҙола. Әгәр ҙә һин саф башҡортса һөйләшәһең икән, русса ла шундай уҡ һөҙөмтәгә өлгәшеүе ауыр. Әгәр ҙә русса шәп һөйләшәһең икән, саф башҡортса һөйләшеүе еңелдән түгел.
– Йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителәме?
– Салауат ҡалаһы хакимиәте менән эшләйбеҙ – бүлмә лә, фатир ҙа бирәләр. Хәҙер ҡыҙҙар, егеттәр өсөн фатир яллап йәшәү күпкә отошлораҡ, сөнки ундай торлаҡта диваны, кер йыуыу машинаһы, һыуытҡысы бар. Ә буш фатирға инһәң, бөтәһен дә һатып алырға кәрәк. Йәштәрҙең шундай ҡараш.
– Әлеге ваҡытта гастролдәргә сығыу матди яҡтан үҙен аҡлаймы? Ауылдарҙа халыҡ спектаклдәргә йөрөймө?
– Хәҙер элекке кеүек 40 көнлөк гастролдәр юҡ, шуныһы рәхәт. Әле беҙ спектаклдәрҙе район үҙәктәрендә генә ҡуйырға тырышабыҙ, сөнки хәҙер декорациялар ҙур, шуға күрә лә уларҙы ауылдарҙағы бәләкәй сәхнәләргә ҡуйып булмай. Был – беренсенән. Икенсенән, тәнҡитләһәләр ҙә, унда 15-20 кеше ҡарарға килә. Шуға күрә лә беҙ ҙурыраҡ ауылдарға барабыҙ, яҡын-тирәләге ауылдарҙан кешеләр үҙҙәре килә. Кәрәк булһа, автобус та ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, Салауатҡа яҡын ауылдарға ла транспортыбыҙ бара.
Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тигән кеүек, кем теләй, шулар йөрөй. 25-30 йыл хәл нисек булһа, әле лә шулай. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар – хәҙер ауылдарҙа балалар юҡ, эшләгән кешеләр ҙә бик һирәк, күпселек – пенсионерҙар. Шуның арҡаһында хәҙер күп ауылдарҙа өйҙәр буш тора. Ана шул йәнде әсеттерә, сөнки ауылдарҙы юғалтабыҙ икән, туған телебеҙҙе лә юғалтабыҙ.
Бына Ҡаҙағстанда ҡаҙаҡтар ғына йәшәгән ауылдарҙа театр ҙа, филармония ла буш сығыш яһай. Уларҙа шундай программа бар – ундай ауылдарҙа сығыш яһаған өсөн дәүләт түләй. Элек беҙҙә лә “Башкиры России” тигән программа була торғайны, беҙ тирә-яҡтағы төбәктәргә гастролгә йөрөнөк, хәҙер ул программа юҡ.
Әгәр ҙә башҡорт телле театрҙарҙың башҡорт ауылдарында бушлай спектаклдәр ҡуйыуы тураһында программа беҙҙә лә ҡабул ителһә, бик яҡшы булыр ине. Шул уҡ ваҡытта башҡа төбәктәргә лә Силәбе, Пермь, Ырымбур, Һарытау, Татарстан башҡорттарына спектаклдәр менән сыҡһаҡ, үҙебеҙҙең туған телде лә, милләтте лә юғалтмаҫ инек.
Ҡаҙағстан айырым дәүләт булһа ла, телде һаҡлау буйынса ошондай саралар күрә, беҙгә лә шул йәһәттән уйланырға кәрәк. Ошондай программалар ҡабул итмәһәк, берәй 10-15 йылдан спектаклгә йөрөрлөк ауыл кешеләре лә ҡалмаясаҡ. Әле үк Салауат ҡалаһында балаларға башҡортса уйнай алмайбыҙ, сөнки улар телде белмәй. Оло, урта йәштәге тамашасы бар, йәштәр юҡ тиерлек.
Әлбиттә, Хөкүмәтебеҙ туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса төрлө саралар күрә – Тел көнө лә бар, әммә уның менән генә туған телде һаҡлап булмай. Бының өсөн бик көсөргәнешле эшләргә кәрәк. Ул балалар баҡсаһынан, мәктәптән башланырға тейеш. Мәҫәлән, беҙҙең ҡалала 25-се башҡорт гимназияһы бар. Унда рустар ҙа балаларын бирергә тырыша, сөнки башҡорт балалары тәртипле, тыйнаҡ. Шул уҡ ваҡытта төрлө милләт вәкилдәренән булған ата-әсәләр араһында: “Өйрәнһендәр, унан бит уға бер ниндәй ҙә зыян булмай”, – тигәндәре лә бар. Ысынлап та, балаһы башҡортса белә икән, ул шул уҡ татарса ла, төрөксә лә аңлаясаҡ. Тел мәсьәләһендә үҙебеҙ ҙә ғәйепле. Тәрбиәне өйҙән башларға кәрәк.
– Һеҙҙең театр артистарының кәйефе нисек? Маҡтаулы исемдәр ҙә алып торалар.
– Аллаға шөкөр, сәнғәт кешеләренә республика етәкселеге ҙур иғтибар бүлә. Мин бында эшкә килгәнгә тиклем коллективта 10 йыл дауамында маҡтаулы исемдәр юлламаған булғандар. Сағыштырыу өсөн һуңғы биш йылға анализ эшләнек: 2021 – 2025 йылдарҙа алты “Башҡортостандың халыҡ артисы”, биш “Башҡортостан”дың атҡаҙанған артисы”, бер кеше “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Шулай уҡ Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән – 12, Почет грамотаһы менән – 18, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫарының Рәхмәт хаты менән – бер, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән ике хеҙмәттәшебеҙ бүләкләнде. Беҙ уларҙың уңыштары өсөн бик шатбыҙ, әлбиттә, республика етәкселеге тарафынан бындай иғтибар беҙгә тағы ла илһамланыбыраҡ ижад итеүгә ҡанаттар ҡуя. Матди-техник базабыҙ ҙа күпкә яҡшырҙы. Хәҙер беҙҙең артистар бар уңайлыҡтары булған автобустарҙа гастролдәргә сыға. Ғөмүмән, ижад итеү өсөн бар шарттар ҙа бар.
– Айбулат Миңлеғәле улы, асыҡ һәм ихлас фекерҙәрегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм Салауат театры коллективына яңы ижади үрҙәр, ҙур ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Рәмилә МУСИНА фотоһы.