Бөтә яңылыҡтар

Был ҡыҙыҡ: бөркөт үҙенә тормош юлдашын нисек һайлай?

Инә ҡоштоң был ҡылығы аҙаҡ балаларын үҫтергәндә кәрәк була...

Был ҡыҙыҡ: бөркөт үҙенә тормош юлдашын нисек һайлай?
Был ҡыҙыҡ: бөркөт үҙенә тормош юлдашын нисек һайлай?

Етеҙ, ҡыйыу һәм башҡа ыңғай сифаттарҙы асыҡлар өсөн ул үҙенсә һынау үткәрә. Ағас йәки ҡыуаҡ ботағын һындырып, суҡышына эләктерә лә бейеккә осоп менеп күтәрелеп әйләнә башлай. Инә ҡош янына ата бөркөттәр осоп килә. Шул саҡта ул был ботаҡты аҫҡа ташлай ҙа ата бөркөттәрҙең ҡылығын күҙәтә. Ниндәйҙер бөркөт ботаҡты һауала тотоп ала һәм уны инә ҡошҡа алып килеп бирә. Бөркөт был ботаҡты тағы ла аҫҡа ташлай, ата ҡош уны тағы ла тотоп алып килә, һәм шулай күп тапҡыр ҡабатлана.

Ботаҡты ырғытҡан һайын тотоп алған ата бөркөттө һайлап, инә ҡош уның менән парлаша. Артабан улар ҡаяға менеп, ҡаты таяҡтарҙан оя ҡора, үҙ тәненән суҡышы менән мамыҡ-ҡауырһындарҙы йолҡоп ояға түшәй, уны йылыта. Ошо ояға инә бөркөт йомортҡа һала. Йомортҡаны тишеп, яланғас, хәлһеҙ булып донъяға килгән ҡошсоҡтар нығынғансы ата-инәһе уны ямғырҙан, эҫе ҡояштан үҙ тәне менән ҡаплай, аҙыҡ, һыу ташый. Бер аҙҙан ҡошсоҡтарҙың ҡауырһыны үҫә, ҡанаттары нығына.

Үҫә төшкәс, ата бөркөт оянан йомшаҡ ҡауырһындарҙы һәм мамыҡты һелкетеп төшөрә, ояның ҡаты каркасы ғына тороп ҡала. Ҡошсоҡтар ҡаты, уңайһыҙ ояла ултыра, хәстәрлекле ата-инәһенең ҡыланышын аңламай. Инә бөркөт шул саҡ балыҡ тотоп килә лә, оянан биш метр алыҫлыҡта ултырып, әкренләп ашай башлай. Ҡошсоҡтар ризыҡ талап итеп сырҡылдай, нимә булғанын аңламай: элек уларҙы ашата-эсерә инеләр, ә хәҙер оя ла ҡаты, ата-инәһе лә балыҡты үҙҙәре генә ашай, уларға бирмәй.

Асыҡҡан ҡошсоҡтарға оянан сығырға ғына ҡала. Һәм шул саҡта улар бығаса бер ҡасан да эшләмәгән хәрәкәттәр яһай, оянан шыуыша башлай. Бына бөркөт балаһы текә ҡаялағы оянан ҡолап төшә. Шул саҡта бер ваҡыт ботаҡтарҙы тотҡан ата бөркөт түбәнгә ташлана, сабый бөркөттө эләктереп алып, арҡаһына ултырта ла тағы ла ҡаяға күтәрә, һәм барыһы ла яңынан башлана. Ҡошсоҡтар ҡолап тора, атаһы уларҙы тотоп алып ояға кире ташый.

Белгегеҙ килһә, бөркөттәрҙең бер генә балаһы ла һәләк булмай. Бер аҙҙан ҡошсоҡ елгә үҙенең ҡанаттарын йәйә, һауа ағымына эләгеп осорға  өйрәнә башлай. Шулай итеп бөркөттәр балаларын осорға өйрәтә. Осорға өйрәнгән ҡошсоҡто ата-әсәһе уны үҙҙәре менән алып, балыҡ йәшәгән күл-һыуҙарҙы күрһәтә.

Был әҙәм балаһына балаларҙы рухи һәм физик яҡтан сыныҡтырып дөрөҫ тәрбиәләүгә бик яҡшы миҫал. Уларҙы йылы ояла тотмау, үҫә төшкәс балыҡ менән туҡландырмау бик мөһим, сөнки улар үҙҙәре лә балыҡ тота ала! Беҙ уларҙы осорға өйрәтергә тейешбеҙ, быға көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы, аҡылыбыҙҙы һәм күнекмәләребеҙҙе бағышларға тейешбеҙ.

Юҡҡа ғына инә бөркөт, ботаҡты ташлап, үҙенә пар һайламай. Ул бит балаларының һәләкәттән аяй. Буласаҡ балаларыңдың атаһын тикшереүһеҙ һайлаһаң, һуңынан балаларыңдың иҫән ҡалыуы икеле... Ә бөркөттәрҙең балалары бик аҙ, берәү йәки икәү генә тыуа.

Был ҡыҙыҡ: бөркөт үҙенә тормош юлдашын нисек һайлай?
Был ҡыҙыҡ: бөркөт үҙенә тормош юлдашын нисек һайлай?
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас