Ришат Төхвәтуллиндың ҡатынының ҡайғыһы ҙур

Йырсы Әлиә Ҡарасурина әле генә үҙе сирләгәйне, бына тағы бәлә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ришат Төхвәтуллиндың ҡатынының ҡайғыһы ҙурРишат Төхвәтуллиндың ҡатынының ҡайғыһы ҙур
Ришат Төхвәтуллиндың ҡатынының ҡайғыһы ҙур

Күптән түгел, концерт ҡуйғанда Әлиә Ҡарасуринаның сирләп китеүе хаҡында хәбәр иткән инек. Әле йырсының нәнәйе (өләсәһе) вафат булған.

"Бөгөн төндә арабыҙҙан беҙҙең яратҡан нәнәйебеҙ китеп барҙы. Уға 95 йәш ине. Бынан нәҡ 11 йыл элек, шулай уҡ 8 март көнөндә ҡартинәйебеҙ вафат булған ине - атайымдың инәһе (әсәһе). Урындары ожмахта булһын!" - тип яҙған Әлиә үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Беҙ ҙә йырсының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Сығанаҡ: Әлиә Ҡарасурина-Төхвәтуллина.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Карима Усманова