Бөтә яңылыҡтар

Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!

Танылған башҡорт шағирәһе, яҙыусы, драматург, журналист Гөлшат Әхмәтҡужина күркәм юбилейын – 75 йәшен билдәләне.

Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!
Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!

Күптән түгел танылған башҡорт шағирәһе, яҙыусы, драматург, журналист Гөлшат Әхмәтҡужина күркәм юбилейын – 75 йәшен билдәләне.

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы төрлө ваҡытта республиканың матбуғат баҫмаларында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Бер рәттән әҙәби ижад менән шөғөлләнә. “Тәңкә ҡарҙар” тип аталған тәүге китабы 1981 йылда баҫылып сыға. Унан һуң балалар өсөн яҙылған “Юғалған хазина” хикәйәләр китабы, “Яҙҙар ҡайтыр”, “Ғүмерем таңдары”, “Һуңлап килә яҙҙар” шиғыр йыйынтыҡтары донъя күрә, һәр береһен уҡыусылар яратып ҡабул итә. “Баланҡайҙың әсе емеше”, “Бетеү” йыйынтыҡтары ла үҙ уҡыусыһын таба.

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы үҙен талантлы драматург итеп тә таныта. Уның пьесалары М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай башҡорт драма театрында һәм башҡаларҙа ҡуйылып, ҙур уңыш яулай. Әҙибә – Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премия лауреаты.

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы – булмышы менән бик баҫалҡы кеше. Шуғалыр ҙа, Өфөлә Ш.Хоҙайбирҙиндең йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре үткәргән сараға уның ижадын һәм шәхесен хөрмәт иткән заттар йыйылғандыр. "Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!" девизы менән үткән әҙәби осрашыуға яҙыу оҫтаһының абруйлы ижадташтары, төрлө йылдарҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, яҡташтары, әҙәбиәт һөйөүселәр килде. Ҡатнашыусылар юбилярҙың ижадына, үҙенә булған ихлас хөрмәтен белдереп сығыш яһаны, уның менән ҡасандыр тормош юлдары киҫешеүенә шатлыҡ белдереп, ҡыҙыҡлы хәтирәләргә бирелде.

Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары, Башҡортостандың халыҡ артистары Миңзәлә Хәйруллина һәм Илдар Ғүмәров яҙыусының театрҙа әҙәбиәт бүлегендә эшләгән осорон һағынып иҫкә алды, коллективтан ҡайнар сәләмдәр тапшырҙы.

Рухиәт кисәһе йыр-моңһоҙ булмай, әлбиттә. Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина, Хәсән Усманов осрашыуға килеүселәргә Гөлшат апайҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар бүләк итеп ҡыуандырҙы.

Юбилей йылын әҙибә ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды – “Китап” нәшриәтендә балаларға тәғәйенләнгән “Илаҡ крокодил” тигән китабы донъя күрҙе. Осрашыуға килеүселәр ошо баҫма менән дә танышты.

Кисәне шағирә, Ш.Хоҙайбирҙиндең йорт-музейы хеҙмәткәре Зөлфирә Ҡарағужина әҙерләне һәм алып барҙы. Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы осрашыуға килгәндәргә, ойоштороусыларға рәхмәттәрен белдерҙе, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Фотолар – “Китап” нәшриәтенән.

 

 

Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!
Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!
Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!
Йырлатһаң да, илатһаң да, яратам һине, тормош!
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас