Бөтә яңылыҡтар

Ҡәйнәмде ҡарауҙы миңә япһарҙылар

Ҡыҙҙары ҡунаҡ булып китергә генә белде...

Ҡәйнәмде ҡарауҙы миңә япһарҙылар
Ҡәйнәмде ҡарауҙы миңә япһарҙылар

Ҡәйнәм йәш сағында шәп булды. Ҡайным мәрхүм булғас та донъяһын һүрелтмәне. Малын да тотто, баҡсаһын да үҫтерҙе. Ҡалала йәшәгән  балалары ҡайтҡан һайын сумкалап-сумкалап аҙыҡ-түлеген алып китте. Йәш үҙенекен итте, яйлап уның да ҡан баҫымы күтәрелә башланы, шәкәр сире лә килеп сыҡты, быуындары һыҙлап йонсотто. Өй эсендә атлап йөрөүе лә уға ауырлашты, ҡәйнәм үҙе кеше көнө булып ҡалды.

Ирем менән ҡала ситендәге шәхси йортта йәшәгәс, ҡәйнәмде алып ҡайтып ҡарау бурысы беҙгә төштө.

– Ҡыҫыҡ ҡына фатирҙарҙа йәшәйбеҙ, боролорға ла урын юҡ. Әле үҙебеҙ һыймайбыҙ. Ҡустым, һинең йортоң иркен. Әсәйемде алып ҡайт инде үҙеңә, һин бит төпсөк, – тип юхаланы апайҙары.

Ирем дә, мин дә "юҡ" тип әйтә алманыҡ. Бәләкәй малай ата-әсәһен ҡарай тиеүҙәре лә ныҡ тәьҫир иткәндер инде.

Икебеҙ ҙә эшкә йөрөйбөҙ. Мәктәп йәшендәге ике улыбыҙ бар. Иртүк уянып, ҡәйнәмде ашатып-тәрбиәләп сығып китәбеҙ. Төшкә лә йүгереп ҡайтам. Аяҡтары бик насар йөрөгәс, плитә тирәһендә булышып бешеп ҡуйыр тип ҡурҡам. Ашатып–эсереп тағы ла эшкә йүгерәм. Кисен өй мәшәҡәттәренә ҡәйнәмде йыуындырыу кеүек эштәр өҫтәлә.

Ошондай йәшәү рәүешенә өйрәнеп тә киттек. Йылдар артынан йылдар үтһә лә, ҡыҙҙары бер көнгә лә әсәйҙәрен килеп алып китмәнеләр. Әҙерәк миңә ял бирергә уйламанылар ҙа. Хәл беләбеҙ тигән маҡсат менән шәмбе бала-сағалары менән килеп төшәләр, мунса кереп, һыйланып ҡайтып китәләр. Ял көндәрендә кеше ҡарап хәлдән тая инем.

Миңә өйрәнгәс, ҡәйнәм мунсаға ла минең менән барҙы. Уны бала ҡараған һымаҡ ҡараным.

Бик рәхмәтле булды ҡәйнәм беҙгә. “Төп йортто һеҙгә яҙҙырам. Ейәнемә булыр”, – тине ул гелән.

Ләкин ул һүҙҙә тороп ҡалды. Беҙ ҙә һорай белмәнек. Ҡәйнәм биш йыл беҙҙә йәшәгәндән һуң үлеп китте. Әсәләрен ҡарарға ҡыҙҙары атлығып тормаһа ла, уның йортон һатып бүлешергә тигәндә йүгерешеп йөрөнөләр.

Исмаһам береһе лә, “Ҡустым һин ҡараның, һиңә булһын йорт. Әсәйем ейәненә яҙҙырырға теләгәйне”, тимәне. Аҡса әсәйҙәренең һүҙҙәрен дә онотторҙо.

Бөтә туғандарҙы, күрше-күләнде йыйып, ҡәйнәмдең ҡырҡын да матур итеп үткәреп ебәрҙек. Әле бына йыллығы яҡынлаша. Ҡыҙҙарынан үҙебеҙ үткәрәбеҙ, тигән хәбәр юҡ. Шуға ирем менән был бурысты башҡарырға ниәтләп йөрөйбөҙ. Иң мөһиме - ҡәйнәм риза булып ятһын.

(Таныш ҡатын һөйләгәндәрҙән).

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас