Популяр йырсы Әлиә Төхвәтуллинаның Ҡаҙандағы үҙенең концертында хәле насарайып китеүе хаҡында яҙған инек.
Концертта йырсы беренсе бүлегендә генә сығыш яһап, артабан сараны ире Ришат Төхвәтуллин дауам иткән ине. Шулай уҡ бер нисә урындағы концертта ла ҡатыны өсөн Ришат Төхвәтуллинға сығыш яһарға тура килә.
“Һаулығымды ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһым килмәй. Ҡалған концерттарға бара алмайым. Сәләмәтлегем мөһимерәк”,- тине Әлиә үҙенең стористарында.
Комментарийҙарға ҡарағанда, күптәр Әлиәнең икенсегә әсәй булырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итә. “Һеҙҙең ғаилә артырға оҡшап тора, буғай?” Әллә беҙгә генә шулай күрендеме? Беҙ һеҙҙең өсөн бик шат”, - тигәндәре лә бар.
Ваҡыты еткәс, белербеҙ. Әлегә Әлиә Төхвәтуллинаға тиҙерәк һауығыуын теләйек!
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!