Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы Венера Рәхмәтуллина март айында күркәм юбилейын һәм ижадына 25 йыл тулыу тантанаһын билдәләй. Йомшаҡ лирик сопрано тауышлы талантлы йырсы һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ киң танылыу яуланы. Тәбиғәттән бирелгән сағыу таланты, сибәрлеге, нәзәкәтлелеге, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас иплелеге, инсафлылығы менән һоҡландыра ул. Уның сәхнә өсөн генә яратылған гүзәл ҡиәфәтен бай хисле эске донъяһы тулыландыра.
Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, башҡорт йыр сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән ижадсының тормош һәм ижад юлы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, сөнки Венера үҙе тураһында һөйләргә яратмай, журналистар менән һирәк аралаша. Шулай ҙа юбилейы алдынан уның менән ихлас һөйләштек. Әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
– Венера, ғүмер юлын үткәндә һәр кеше төрлө төҫтәрҙән торған тормош келәмен туҡый. Алмашынып торған ғүмер миҙгелдәре, бәхетле, шатлыҡлы минуттары, еңеп сыға алмаҫтай тойолған яҙмыш һынауҙары, ҡара болот ҡаплаған ҡайғы-хәсрәтле көндәре ана шул келәмдә төҫлө ептәрҙән туҡылған ғәжәйеп һүрәттәр булып урын ала. Һинең тормош келәменең төҫтәре ниндәйерәк булды? Ундағы иң сағыу биҙәктәр йәки тоноҡ төҫтәр ғүмер юлыңдың ниндәй ваҡиғалары менән бәйле?
– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, һәр кем тик үҙенең тормош тарихы һүрәтләнгән келәмен туҡый. Мин дә ғүмер юлым биттәрен үҙ келәмемә теҙәм, Аллаға шөкөр. Тормошом бик семәрле булды, күпте кисерергә тура килде. Ауыр һынауҙар үттем. Алдыма маҡсат ҡуйып йәшәргә тырыштым, һынауҙарға бирешмәй, алға атланым. Бер ваҡытта ла кемдәндер нимәлер өмөт итеп, көтөп ултырманым.
Тормош келәмем тик сағыу төҫтәрҙән башланды. Гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Монасип ауылында үткән ҡояшлы, ғәмһеҙ бала сағым... Тыуған яғымдың хуш еҫле сәскәле, еләкле болондарында, сафлыҡ бөркөгән ап-аҡ ҡарлы ҡыштарында, бөтә донъяны алтынға күмгән мул көҙҙәрендә ҡалды минең бала сағым, үҫмер йылдарым.
Барыһы ла хәстәрһеҙ, иркә бала саҡтан башлана. Минең дә йырға, ижадҡа ынтылышым бала сағым үткән Бөрйәнемдә бөрөләнде. Атайым, әсәйем яғынан туғандарым йыр-моңға маһир кешеләр ине. Атайым Тимерғәли Ғәйҙәни улын Стәрлетамаҡта институт тамамлағас, Бөрйән районы Монасип ауылына эшкә ебәрәләр. Шунда ул әсәйем Әлфиә Рәхмәт ҡыҙы менән таныша. Атайым уҡытыусы, завуч, директор булып эшләне. Бик матур итеп гитарала уйнап, йырлай торғайны. Ә әсәйем клуб мөдире булды. Ул замандарҙа клуб мөдире – китапхансы ла, йырсы ла, бейеүсе лә, ойоштороусы ла. Гастролдәр менән килгән артистарҙың ҡайһы берҙәре беҙҙә туҡтай торғайны. Шундай мөхиттә үҫтем мин.
Һабан турғайы кеүек, ныҡ иртә тора торғайным. Йәй көндәренең ысыҡлы иртәләрендә йырлай-йырлай күршелә генә йәшәгән Таңһылыу апайҙарға йүгерәм. Ул мине етәкләп, бейәләр бәйле торған йәйләүгә алып бара. Үҙе бейә һауа, мин ҡуйы үлән араһына инеп, йырлай-йырлай еләк ашайым. Апайым: “Венера, ҡайһылай йыраҡ киткәнһең. Йырыңды ишетеп, саҡ таптым үҙеңде. Алыҫ китмә, балаҡайым, аҙашырһың. Юғалмаҫ өсөн ана шулай йырлап йөрө. Күрәһеңме, ҡолонсаҡтарға бәләкәй генә ҡыңғырау таҡты ферма мөдире. Ана шул һинең кеүек һикерәңләп, әллә ҡайҙарға китеп аҙашмаһындар тип. Һин дә шул ҡолонсаҡтарҙың ҡыңғырауы кеүек, йырың менән тауыш биреп йөрө, йәме”, – тигәне хәтеремдә.
Балалар баҡсаһында төшкө аштан һуң йоҡо сәғәтендә һис йоҡлай алмайым. Шым ғына йырлай башлайым. Тәрбиәсе Фәниә апай мине йоҡо бүлмәһенән уйын залына алып китә, йырҙар өйрәтә. Башҡа балаларға ҡамасауламаһын, тигәндер инде. Һуңынан инде мәктәптә, районда үткән концерттарҙа йырланым, күрше ауылдарға ла сыға торғайныҡ. Ауылда, район үҙәгендә үткән сараларҙа, урам байрамдарында ғаиләбеҙ менән сығыш яһай инек. Атайым менән Марат ҡустым гитарала уйнай, әсәйем менән йырлайбыҙ, бейейбеҙ.
Тормош келәмемдең иң сағыу төҫтәр менән һуғылған урыны – йырға арналған ғүмерем, сәхнә тормошом. Ошо юлда данға, хөрмәткә, халыҡ һөйөүенә лайыҡ булдым. Сәнғәт институтын тамамлағас та, түҙемһеҙләнеп тиҙерәк сәхнәгә сығырға ашҡындым, йырлағым килде.
Йырһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул миңә ҡанаттар ҡуйҙы, йәшәтте, көс бирҙе. Яратҡан һөнәрем өсөн уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Йырға һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәм алдында мәңге бурыслымын. Аллаһҡа шөкөр итәм, ул миңә шундай һәләт биргән. Уны йәшереп ятҡырмай, күрһәтергә, халҡыма тапшырырға тейешмен. Шуға күрәлер ҙә, үҙемде һәр ваҡыт сәхнә кешеһе итеп тойҙом. Унда миңә рәхәт, оҙағыраҡ сыҡмай торһам, донъя тарая, һауа етмәй. Тормош иптәшем дә башҡа профессия кешеһе түгел, ошо өлкәнән, Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы Рушан Биктимеров. Ижадташтар булғас, бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан, ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Рушан һәр саҡ мине ҡеүәтләп тора, эшемдә ярҙам итә.
Сәнғәт институтын уңышлы тамамлап, ижад юлымды бик матур башлап ебәрһәм дә, ҡаты сир ҡамасауланы. Етди һынауҙар үтергә тура килде. Келәмемдең тоноҡ, ҡара төҫтәре ана шул йылдарға тура килә лә инде. Әллә нисә ҡатмарлы операция үткәрҙем. Бик ауыр сирләгәнемдә лә, һауыҡһам, шул йырҙы йырлармын, быныһын өйрәнермен, Аллаһ бирһә, тип өмөт менән йәшәнем. Сәхнәне һағындым. Табиптар ҡәтғи тыйып, сәхнә тормошон оноторға тура килер тигәс, был ҡарар менән килешә алманым. Бик ҡаты ауырыған йылдарҙа Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, ул ваҡыттағы мәҙәниәт министры Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Мине ике тапҡыр сит илгә дауаланырға ебәрҙеләр. Ғүмерем буйы рәхмәтлемен уларға. Ҡаты сир сәхнәгә ынтылышыма кәртә була алманы, артҡа сигенде. Әлбиттә, гастролдәр тураһында оноторға тура килде. Шул сәбәпле, эстраданан музыкаль-әҙәби лекторийға күстем. Күптәнге таныштар осраһа, “Венера, һин ҡайҙа юғалдың, бер ҙә күренмәйһең”, – ти торғайны. Лекторийҙың эше бөтөнләй икенсе шул. Күбеһенсә уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында сығыш яһайһың. Ә эстрадала республика буйлап гастролдәрҙә йөрөйһөң, һәр саҡ халыҡ менән аралашаһың. Һине беләләр, күрәләр, көтөп алалар. Яңы урында эш башлау менән репертуарымды балалар, үҫмерҙәр өсөн яҙылған йырҙар менән тулыландырҙым. Күп милләтле республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар телендә йырҙар өйрәндем.
2025 йылда яңынан яратҡан эстрадама ҡайттым, Аллаға шөкөр. Рушан етәкләгән “ҠураЙыр” төркөмө менән республика һәм күрше өлкәләр буйлап гастролдәрҙә йөрөйбөҙ.
– Һәр кешенең тормошонда мөғжизәле хәлдәр була. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы иғтибар ҙа итмәй үткәреп ебәрә торғандыр. Белеүемсә, сәхнә юлын һайлағандар ундайҙар иҫәбендә түгел. Үҙенә тартып торған серле сәнғәт донъяһы – мөғжизәләргә бай мөхит. Ижад юлыңда, тормошоңда шундай хәлдәр булдымы? Ололарса, боронғоса әйткәндә, төрлө ырымдарға ышанаһыңмы?
– Ырымдарға, улар менән бәйле мөғжизәләргә бәләкәйҙән ышана торғайныҡ. Ололар шулай өйрәткәндер инде. Оло юлға сығыр алдынан, ҡапҡа тышына сығып ҡарап инәбеҙ. Ир кеше йәки тулы биҙрәләр көйәнтәләгән ҡатын - ҡыҙ осраһа, юлым уңа, тип шатлана торғайныҡ.
Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә уҡырға китергә йыйынған иртәлә лә шулай булды. Ҡаршыға тулы биҙрәләр күтәреп һыуҙан ҡайтып килгән апай осраны. Әсәйем менән Өфөгә юлланырға ныҡ әҙерләндек. Әллә нисә сумка әйбер йыйылды. Өйҙән ашығып сығып киттек. Самолетҡа ултырып күккә күтәрелгәс, әсәйем минең документтар ятҡан сумка онотолоп ҡалғанын күрә төштө. Бер ниндәй документһыҙ сәнғәт институтына барып индек. Ҡабул итеү бүлмәһендә имтихандарға үткәрмәйбеҙ тинеләр. Шул саҡ коридорҙа Райман Ишбаев осраны. Хәлде һөйләп биргәс, кафедра мөдире, профессор Миләүшә Ғәлиевна Мортазинаға алып инде. “Сәлимәкәй”, “Абдрахман”, “Уйыл” йырҙарын йырланым. Миләүшә Ғәли ҡыҙы: “Һирәк осрай торған тәбиғи тауыш. Бындай һәләтле балалар беҙгә бик кәрәк”, – тине лә, кемгәлер шылтыратып, мине имтихан биреүселәр исемлегенә индерергә ҡушты, “документтарын сентябрь айында килтерер”, тине.
Институтҡа инергә теләүселәр бик күп ине. Шулар араһына ҡушылып, ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырҙым. Өс кенә кешене – мине, Илдар Абдразаҡовты, Лариса Потехинаны алдылар. Йүнләп русса белмәгән, ноталарҙың нимә икәнен дә аңламаған ауыл балаһына уҡыуы еңел булманы. Илдар менән бер парта артында ултырҙыҡ. Ул миңә ярҙам итә, аңлата, ҡайһы берҙә күсерергә бирә торғайны. Уҡытыусым Римма Мөхтәр ҡыҙы Юлдашбаева һәр дәрес һайын йыр сәнғәте серҙәрен асты. Моңдо, өндө, һәр нотаны дөрөҫ йырлау өсөн ирен, аңҡау, тауыш яраларын эшләтеү алымдарын өйрәтте, профессиональ йырсы итеп әҙерләне.
Бына шулай итеп, бер мөғжизәле осрашыу яҙмышымды хәл итте. Һоҡланғыс моңо бик иртә өҙөлгән мәрхүм Райман ағай Ишбаевҡа рәхмәтлемен, йәне йәннәтә булһын, мәңгелек йортта тыныс йоҡлаһын.
Алда һөйләгәнсә, ауыр һынауҙар үтергә тура килде миңә. Аллаһы Тәғәлә һынауҙарҙы күтәрә алырҙай, көсө етерҙәй бәндәһенә бирә, тиҙәр бит. Мин дә ана шулар иҫәбендәмен, ахырыһы. Ҡаты сирҙе, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн бер туҡтамай көрәштем. Ҡыйын саҡтарҙа гел йырларға тырыштым. Әллә нисә операцияны көслө наркоз аҫтында үткәрҙем. Йырҙарым һүҙҙәре хәтеремдән юйылыр инде, тип хафаландым. Аллаға шөкөр, һәр йырымдың һүҙҙәре шул көйө башымда һаҡланған, онотмағанмын. Йырлай башлау менән үҙенән-үҙе сығып тора. Был үҙе бер мөғжизә бит!
Быйыл әллә нисә юбилей бергә килде: үҙемә 50 йәш, ижадыма – 25, ғаилә ҡороп йәшәүгә лә 25 йыл тулды. Оҙаҡ ҡына балабыҙ булманы. Перинаталь үҙәктә анализдар биргәс, бауырымда ауырыу барлығы асыҡланды. Табиптар бала табыуҙы ҡәтғи тыйҙы. Өмөтөмдө өҙмәнем, әсә булырыма ныҡ ышана инем.
Шулай бер көндө БСТ-нан шылтыратып, “Сәңгелдәк” тапшырыуы өсөн йыр яҙҙырырға тәҡдим иттеләр. Шатланып риза булдым, һүҙҙәрен ятлап, тиҙ арала аранжировка эшләтеп, яҙҙырҙым. Йырлағанда быға тиклем таныш булмаған хис-тойғолар кисерҙем: ҡулымда сабыйымды тотоп бәүетәм, наҙлап күкрәгемә ҡыҫам, татлы бәпес еҫен дә тоям. Ошондай һис аңлата алмаҫлыҡ кисерештәр менән йырланым мин “Сәңгелдәк йыры”н. Ул йыр бик күп йылдар радио, телевидение эфирҙарында яңғыраны. Тыңлаған һайын тәүге башҡарғандағы хистәрҙе яңынан кисерә торғайным. Ниһәйәт, 2015 йылда тормошомда тағы бер мөғжизә булып, күптән көткән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Айзифабыҙға ун бер йәш. “Рушандың копияһы булған бит”, – тиҙәр. Тышҡы ҡиәфәте, музыкаға булған һәләте менән дә, холҡо менән дә атаһының ише. Атаһына оҡшаған ҡыҙ бала бәхетле була тиҙәр, шулай ғына булһын инде, Аллаһ бирһә.
– Һинең репертуарың һирәк башҡарылған оҙон көйҙәре менән айырылып тора. “Кәмәлекәй буйы»”, “Байас”, “Ғүмер”, “Һары ла сәс”, “Зөлхәбирә”, “Кәкүккәй” һәм башҡалар. Башҡорт халыҡ йырҙары һинең ижадыңда ниндәй роль уйнаны?
– Боронғо йырҙар быуындан-быуынға тапшырылып, халыҡтың милли аңында һаҡлана һәм нәҫелдән-нәҫелгә күсә килә. Ғаиләбеҙҙә яратып йырланған халыҡ йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап, йырлап үҫтем.
Ижад юлым “Йәдкәр” фольклор ансамблендә башланды. Дәртле, һикереп, шартлап торған саҡ. Арымайһың да, көнөнә бишәр концерт бирә торғайныҡ. Мәктәптәрҙә лә сығыш яһайбыҙ. “Башҡортостан мәҙәниәте” тигән уҡыу программаһына ярашлы сығыштар әҙерләйбеҙ. Милли кейем, халыҡ ижады, фольклоры тураһында һөйләйбеҙ, йыр тарихы менән таныштырабыҙ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән концерт программалары башҡорт халыҡ йолаларына бәйләп ҡуйыла ине. “Йәдкәр”ҙең данлы йырсылары – Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Хима Йәнбирҙина, ҡурайсылар Ишморат Илбәков, Рушан Биктимеров, бейеүсе Әлфирә Сәфиуллина, думбырасы Илгизәр Ғәниев, баянсы Рәсүл Дауытов, флейтасы Ләйсән Сәлимгәрәеваларҙың сығыштарын һоҡланып ҡарай торғайным. Ансамблдә эшләгән йылдар минең өсөн тормош һәм ижад мәктәбе булды. Халыҡ йырын тәрәнерәк өйрәнергә ярҙам итте.
Хөкүмәт делегациялары менән сит илдәрҙә йыш булдым. Сағыу милли кейем кейеп, халыҡ йырҙарын башҡарҙым.
Гастроль сәфәрҙәрендә йөрөгәндә, Рушан менән йыш ҡына быға тиклем ишетелмәгән йырҙар яҙып алып ҡайттыҡ. “Кәмәлекәй буйы” йырын Һарытау өлкәһендә йөрөгәндә бер өлкән йәштәге инәйҙән өйрәндем. Йырҙы беренсе башҡарғас та, тамашасыларға бик оҡшаны, белгестәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Яратып йырлаған йырҙарымдың береһе – “Зөлхәбирә”. Ул Зөлхәбирә исемле ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы тураһында. Шуға күрә уны тыныс ҡына йырлап булмай. Ғөмүмән, халыҡ йырҙарының тарихын белмәй тороп, тәрән эске хис-тойғо менән башҡарыу, башҡорт оҙон көйөнөң тәрән драматургияһын асып биреү мөмкин түгел.
Төрлө йыр бәйгеләрендә халыҡ йырҙарын башҡарып, еңеүҙәр яуланым. “Ирәндек моңдары”нда Гран-при оттом. 2004 йылда “Урал моңо” халыҡ-ара йыр бәйгеһендә Гран-при һәм бүләккә машинаға лайыҡ булдым. Бәйгелә беренсе тапҡыр халыҡ йыры “Салауат”ты заманса ритмдарҙа, стилләштерелгән сәхнә кейемендә башҡарҙым.
Халҡым йырына һәр саҡ тоғро булдым. Концерттарымды улар менән башлайым. Илһамланып, ҡанатланып ижад итәм, сәхнәгә һәр сығыуымды һағынып көтөп алам. Артабан да яратҡан эшемдән, сәхнәмдән айырмаһын мине яҙмыш, тип Аллаһтан һаулыҡ, ғүмер һорайым.
– Амин, шулай булһын, Венера. Яҙмыш һынауҙары һине урап үтһен. Тормош келәмеңде тик сағыу төҫтәр менән генә туҡырға яҙһын. Яңы ижади үрҙәр яулап, сәхнәләрҙе балҡытып, тамашасыларыңды ҡыуандырып, йырлап йәшә!
Әлфиә ҒИМАҘИЕВА әңгәмәләште.
Фотолар: йырсының шәхси архивынан.