Бөтә яңылыҡтар

Ике конкурста ла – Гран –при!

Ҡотлайбыҙ, һоҡланабыҙ, уңыштар теләйбеҙ!

Ике конкурста ла – Гран –при!
Ике конкурста ла – Гран –при!

Борай районы Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано бүлексәһе уҡыусыһы Артур Ялалов, бер юлы ике абруйлы конкурста Гран-при яулап,  яҡташтарын һоҡландырҙы. Уҡытыусыһы Эльвира Хәсәнова ла уның менән ғорурлана һәм сәнғәт юлында яңы үрҙәр яулауын теләй.

Тәүге “Allegro. Vivo. Presto” Халыҡ-ара башҡарыу оҫталығы конкурсы Ҡазанда үтте. Йәш пианистың икенсе ҙур сығышы танылған композитор һәм дирижер Н.Сабитовтың 100 йыллығына арналған асыҡ зона конкурсында булды. Артур бында ла иң юғары награданы алып, яҡындарын ҡыуандырҙы. Конкурс Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында үтте һәм етенән 16 йәшкә тиклемге 200-ҙән ашыу талантлы балаларҙы йәлеп итте.

Гран-приға лайыҡ булыу Артур һәм уның остазы  өсөн башҡарыу сәнғәтенең юғары кимәлдә булыуын һәм оҫталығын раҫлаған һоҡланғыс ғәмәл булды. Уңыштар һеҙгә, яңы дәрт менән ҡанатланып ижад итегеҙ!

 Э.Хәсәнова фотолары.

 

Ике конкурста ла – Гран –при!
Ике конкурста ла – Гран –при!
Ике конкурста ла – Гран –при!
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас