Бөтә яңылыҡтар

"Ураҙа айында Аллаһ ҙур бүләк эшләне"

Ошо көндәрҙә йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев оло ҡыуаныс кисерҙе.

"Ураҙа айында Аллаһ ҙур бүләк эшләне"
"Ураҙа айында Аллаһ ҙур бүләк эшләне"

Моңло тауышлы йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев күптән инде тамашасы һөйөүен яуланы. Ураҙа байрамы алдынан яратҡан йырсыбыҙҙың тормошонда ҡыуаныслы ваҡиға булды. Был хаҡта үҙе социаль селтәрҙә яҙҙы.

– Изге Ураҙа айында көтмәгәндә Аллаһ Тәғәлә ҙур бүләк эшләне – "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән юғары баһаға лайыҡ булдым. Иң тәүҙә ҙур рәхмәтем атай-әсәйемә, ғаиләмә, уҡытыусыларыма, туғандарыма, ауылдаштарыма, яҡташтарыма, коллегаларыма һәм тоғро тамашасыларыма! Шулай уҡ рәхмәттәрем республика Хөкүмәтенә, Мәҙәниәт министрлығына, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Илгиз улы Кирәевкә, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡоловҡа. Киләсәктә лә халыҡ ижадын, йыр-ҡурай моңдарын үҫеп килгән быуынға өйрәтергә, үлемһеҙ халҡыбыҙҙың мираҫы булған халыҡ йырҙарын, моңло, хисле, ғәйрәтле ҡурай моңдарын өйрәнеп, халыҡҡа еткерергә яҙһын. Амин! – тип ҡыуанысы менән ураҡлашты ул.

Юнир Һағынбаевты лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Фото: Юнир Һағынбаевтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас