Бөтә яңылыҡтар

Сәскә урынына тауыҡ бүләк иткәндәр

Ҡасандыр был йырсыға Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында ат бүләк иткәндәр ине... 

Сәскә урынына тауыҡ бүләк иткәндәр
Сәскә урынына тауыҡ бүләк иткәндәр

Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Иҙел Нурғәлинды тамашасылар ныҡ ярата. Уның моңло йырҙарын тыңларға халыҡ концерттарына күпләп йөрөй, улай ғына түгел төрлө бүләктәр ҙә бирә.

Әйткәндәй, бер йылы йырсының йырҙарына ғашиҡ Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан бер ағай концертта ат бүләк иткән ине. Был юлы Иҙел Нурғәлингә тамашасы сәскә гөлләмәһе урынына ...тауыҡ биргән. Йырсы бүләккә бер аҙ аптырап, рәхмәт әйтеп, тауыҡты тотоп бейеп тә алған.

Бына шундай бүләктәр ҙә була икән...

Фото: видеонан скриншот

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас