Бөтә яңылыҡтар

Алһыу тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башлаған

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы Алһыу (Алһыу Сафина) Рамаҙан айы тураһындағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. 

Йырсы үҙе әйтеүенсә, ул быйыл Ислам дине менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлаған.

– Мин ураҙа тотманым, әммә был айҙың минең өсөн ниндәйҙер айырым мәғәнәгә эйә булыуын аңланым. Тормошом тураһында күп уйландым. Ҡайһы бер ҡиммәттәрҙе яңынан баһаланым. Аҙ ғына булһа ла яҡшыраҡ булырға ынтылдым. Һәйбәт ғәҙәттәрҙе үҙләштереп, насарҙарынан баш тартырға, насар уйҙар уйламаҫҡа тырыштым. Ҡөрьән уҡыным, тынысланып, эске булмышымды тыңланым. Иң мөһиме – рәхмәтле булыу икәнен төшөндөм. Ошо хис менән йәшәгәндә, барыһы ла үҙгәрә. Һин нимә бар, шуны күрә башлайһың. Тормош та һиңә шулай уҡ яуап бирә. Ҡөрьәндә лә: “Әгәр һеҙ рәхмәтле булһағыҙ, Мин арттырып бирәм”, – тиелгән. Минеңсә, был һүҙҙәрҙә бик ҙур хәҡиҡәт, дөрөҫлөк ята. Ошо эске халәтемде, күңел торошомдо артабан да һаҡлағым килә, – тигән Алһыу.

Ысынлап та, Алһыу һуңғы осорҙа үҙенең мосолман булыуына, тамырҙарына иғтибарҙы арттыра бара. Ул тормошонда булған бөтә нәмә өсөн Аллаһҡа рәхмәтле булыуын әйткән.

Фото: Алһыуҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/alsou_official)

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас