Бөтә яңылыҡтар

Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын "Голос"та туғыҙ тапҡыр алмағандар

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы Айгизә үҙен “кастинг кеше” тип атай. Ни өсөн?

Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын "Голос"та туғыҙ тапҡыр алмағандар
Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын "Голос"та туғыҙ тапҡыр алмағандар

Йырсы Айгизә Ғәлимова федераль тамашаларҙа күп тапҡыр кастингтарға ҡатнашыуы тураһында һөйләгән. Уның әйтеүенсә, “Голос” шоуында ғына ул туғыҙ тапҡыр ҡатнашырға барып ҡараған һәм һәр ваҡыт ситтә ҡалған. Был хаҡта үҙенең социаль сәхифәһендә әйтергә лә ҡурҡҡан.

-Беләһегеҙме, мин һәр ваҡыт кастингтарға үҙем тураһында белдерергә ниндәйҙер һуңғы шансҡа ҡараған кеүек ҡарай инем. Беҙҙә ниндәйҙер романтизация бара – һин кастингка бараһың, ниндәйҙер шоуға сығаһың һәм “йондоҙ”ға әүереләһең.Тик был улай түгел. Мине “кеше-кастинг” тип атарға ла мөмкин, сөнки тормошомдоң ниндәйҙер миҙгелендә мин быны үҙ юлым тип уйланым һәм бик күп кастингтарға йөрөнөм, әммә бер ҡайҙа ла үтмәнем. Минең кастингтарға йөрөүем тураһынды яҡын дуҫтарым ғына белде, был хаҡта блогта әйтмәнем. Әгәр ҙә ҡайҙалыр барһам – ә мин ТНТ-лағы “Песни”ға, Антон Беляев менән LABға, хатта Шнуров төркөмөнә лә барҙым, өс минут йырланым да 10 сәғәт үҙемдең сығыуымды көттөм, миңә “юҡ” тинеләр һәм яңынан Өфәгә ҡайттым, - ти Айгизә.

Хәҙер ул яҡшы контент өсөн, шулай уҡ ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу өсөн кастингтарға махсус йөрөйәсәк. Элегерәк, йырсы әйтеүенсә, ни өсөн ул “Голос” шоуында ҡатнашмауын йәшергән. Хәҙер халыҡ артисының ҡыҙы асыҡтан-асыҡ белдерә - ул туғыҙ йыл рәттән туғыҙ тапҡыр шоуға үтергә тырышып ҡараған, әммә уны алмағандар. Кастингка йөрөүҙе 17 йәшенән башлаған.

Шулай ҙа Айгизәлә ныҡышмалылыҡ бар. Туғыҙ тапҡыр йыл һайын барып ҡара әле...

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 



 

Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын "Голос"та туғыҙ тапҡыр алмағандар
Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын "Голос"та туғыҙ тапҡыр алмағандар
Автор: Карима Усманова
Читайте нас