Заманында Гөлниса бик рәхәт йәшәне. Ире колхоз рәйесе булғас, бөтә нимә иркен ине. Иң күркәм йорт уларҙа, кеше ашамағынды ашанылар, кеше кеймәгәнде кейҙеләр, йыл һайын ялға барып ҡайттылар.
Уларҙың күршеһендә генә уҡытыусы ғаиләһе йәшәне. Ябай ғына, ләкин кеше араһында бик хөрмәтле булдылар. Уларҙың берҙән-бер ҡыҙҙары Ләйлә юғары уҡыу йортон тамамлағас, ауылға мәктәпкә эшкә ҡайтты, сөнки ата-әсәһен ҡарау ҙа уның иңендә ине.
Күрше булһалар ҙа, әллә ниңә Гөлниса был ғаиләне яратманы, улар менән аралашманы, үҙҙәрен аҙым һайын кәмһетте.
Ләйлә ауылдан Тимер исемле егет менән дуҫлашып йөрөнө. Күптәр, улар тиҙҙән өйләнешер, тип көттө. Ләкин берҙән-бер көн Тимер күрше ауылдан икенсе бер ҡыҙҙы кәләш итеп алды.
Өйөндә ғәҙеллек күреп үҫкән ҡыҙ егетенең был хыянатын ғәфү итә алманы. Ысын күңелдән уны яратҡас, йөрәге башҡаны ҡабул итмәне, димләп, һоратып килһәләр ҙә, берәүгә лә ҡараманы.
Кеше ҡайғыһына шатлана торған ғәҙәте булған Гөлниса быға бигерәк һөйөндө.
– Йүнле булһа, күптән кейәүгә сығыр, ҡарт ҡыҙ булып ултырмаҫ ине, – тигән һүҙ таратты, ауыл буйлап йөрөп.
Был хәбәр Ләйләгә лә килеп етте, ләкин ул бер ҡасан да тауыш сығарманы, үҙен лайыҡлы тотто. Мәктәп эше, өй мәшәҡәттәре менән йыл артынан йыл үтте. Тиҙҙән ата-әсәһе лә олоғайып баҡыйлыҡҡа күсте. Өй мәшәҡәттәре тулыһынса Ләйләнең иңенә ятты. Ауылда йорт тирәһендә ир ҡулы ла йыш кәрәк. Урталарында ҡойма боҙолоп емерелә башлағас та, Гөлниса уны иренән рәтләттермәне.
– Теге ҡарт ҡыҙ рәтләһен, кешегә һалышмаһын әле, – тине.
Ләйлә, ҡиммәт хаҡҡа булһа ла оҫта яллап, ҡойманы тимерҙән матурлап эшләтеп ҡуйҙырҙы.
Был ваҡытта Гөлнисаның ғаиләһендә бер-бер артлы өс ҡыҙ үҫте. Әсәйҙәре гел “ҡарт ҡыҙ”тип һөйләгәс, уға ҡушылып улар ҙа Ләйләне ошо ҡушамат менән йөрөттө.
Гөлнисаның ҡыҙҙары тиҙҙән ситкә сығып китте, ире лә ҡапыл ғына йөрәк сиренән мәрхүм булды. Бөтә донъяға хужа булып, ҡайҙа баҫырға белмәй йөрөгән һауалы ҡатын шиңеп ҡалғандай булды. “Минең ҡыҙҙарым” тип туҡтауһыҙ күккә сөйөп маҡтаған ҡыҙҙары ла тормошҡа сыҡмай, 30-ҙан үтте...
Аяҡтары ауыртып магазинға бара йә өйөн йыйыштыра алмаған саҡтарында күршеләренә өндәшкеһе килде. Элек уларҙы һанламағаны иҫенә төшөп, намыҫы ҡушманы.
Берҙән-бер ҡышҡы көндә уның ишеген мәктәп уҡыусылары ҡаҡты. Уҡытыусылары, күршеһе Ләйлә етәкселегендә тимурсылар командаһы килгән. Ихатаны ҡарҙан таҙартып, өйөн йыйыштырып, иҙәнен йыуып, ашарға бешереп, бөтә эшен “һә” тигәнсә башҡарып ҡуйҙылар. Ләйлә йүгертеп өйөнән бәлеш алып инде, аҙаҡ күмәкләшеп сәй эстеләр. Күңеле бөтәйеп, донъяһы нурланып китте Гөлнисаның.
– Ләйлә ҡыҙым, кисерә алһаң, мине ғәфү ит. Мәңге рәхәттә йәшәр һымаҡ инем. Ғүмер буйы һине нахаҡҡа рәнйеттем. Тормош ҡуласа икән. Хәҙер үҙем һинең ярҙамға мохтаж булып ҡалдым. Ваҡытың булғанда кереп хәлемде бел инде, – тине хушлашыр саҡта һәм күҙҙәренән йәштәр тәгәрәп төштө.
– Әлбиттә, Гөлниса апай, уҡыусылар менән дә ярҙамға килеп торорбоҙ. Мине ата-әсәйем “Таш менән атҡанға ла аш менән ат” тип үҫтерҙе. Һеҙгә үс һаҡламайым, – тине йылмайып.
Ҡартайып, оло йәшкә еткәс кенә аңланы Гөлниса изгелек тигән тәрән төшөнсәне.
Автор фотоһы.