Гөлназ Асаеваны тағы тәнҡитләйҙәр

Был юлы балаһы – ҡыҙы Динә өсөн... 

Гөлназ Асаеваны тағы тәнҡитләйҙәрГөлназ Асаеваны тағы тәнҡитләйҙәр
Гөлназ Асаеваны тағы тәнҡитләйҙәр

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаеваға ҡағылышлы хәбәрҙәр һуңғы осорҙа интернетта тынмай ҙа тиерлек. Февраль аҙағындағы авария осрағына бәйле йырсының адресына бихисап һүҙҙәр ҙә, ғәйепләүҙәр ҙә булды. Гөлназ был хәлгә һәр ваҡыт асыҡлыҡ индереп бара, зыян күргән яҡҡа ярҙам итеүен белдерә.

Әле бына ошо көндәрҙә йырсы тағы ла тәнҡит утына эләккән. Был юлы халыҡҡа ул төшөргән видеояҙма оҡшамаған. Был хаҡта  "Общественная электронная газета" баҫмаһы хәбәр итте (https://i-gazeta.com/news/novosti)

Өфөлә үтәсәк концертҡа саҡырып төшөргән видеоһында Гөлназ Асаева ҡыҙы Динәне төшөрөргә ҡарар итә. Әммә видео сыҡҡандан һуң социаль селтәрҙә йырсының адресына насар комментарийҙар яуа башлай. “Оятһыҙ! Баланы уның ихтыярына ҡаршы төшөрәһең!” тип яҙыусылар ҙа табыла.

– Мин аңламайым: кешеләргә нимә булған ул? Мин нимәне дөрөҫ эшләмәгәнмен? Үҙемдең баламды видеоға төшөрөргә ярамаймы? Мин аптырайым, - тигән йырсы.

Фото: Г. Асаеваның “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмөнән.

Сығанаҡ: https://i-gazeta.com/news/novosti

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас