

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының билдәле рәссамдарына арналған “Йолаларҙың күп төҫлөлөгө” тип аталған сара үтәсәк. Ойоштороусылар белдереүенсә, бындай форматтағы күргәҙмә-концерт беренсе тапҡыр ойошторола.
Был сара милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген сағылдырған рәссамдарҙың бай мираҫын асыуға йүнәлтелгән. Бында ябай күргәҙмә генә булмаясаҡ, ә төҫтәр һәм тауыштар аша һынлы сәнғәт донъяһына сәйәхәт көтә. Шулай уҡ башҡорт художество мираҫының рухи көс-ҡеүәтен тойорһоғоҙ.
Сарала шулай уҡ билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, артистар сығыш яһаясаҡ – “Хазина” этно-проекты, “Премьер” вокаль төркөмө, Дамир Таипов, Илнур Хибәтуллин, Татьяна Теплова “Башҡортостан” дәүләт концерт залының хореография коллективтары.
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған, тыуған төйәгебеҙҙең тарихын һәм сәнғәтен тәрәнерәк белергә ынтылыусыларға, матурлыҡты баһалаусыларға төбәлгән сара 26 мартта 11:00 сәғәттә башлана.
Фото: “Башҡортостан” ДКЗ.