

Мәғлүм булыуынса, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе, сатира һәм юмор оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Венер Исхаҡовҡа Василий Шукшин миҙалы тапшырылды.
Рәсәй Яҙыусылар союзының был наградаһы иң әһәмиәтлеләрҙең береһе тип иҫәпләнә. Ул яҙыусыларға юғары шәхси ижади уңыштары өсөн бирелә.
Награданы Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Ғафури районында тыуып үҫкән яҙыусыларҙың ижадына арналған әҙәби кисәлә тапшырҙы.
Венер Айҙар улын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.
"Шоңҡар" журналы сайтынан.