Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – “Театр сәнғәте төнө”

Рәсәйҙә тәүге тапҡыр “Театр сәнғәте төнө” акцияһы ойошторола.

Бөгөн – “Театр сәнғәте төнө”
Бөгөн – “Театр сәнғәте төнө”

Ул бөгөн, 27 мартта, Халыҡ-ара театр көнөндә үтә һәм илебеҙ Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арнала.

Был кистә Рәсәй театрҙары, мәҙәни майҙансыҡтар тамашасыларҙы төрлө сараларға саҡырып, уларҙы театр сәнғәтенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыра. Театр – ул илебеҙ мәҙәниәтенең ныҡ әһәмиәтле бер өлөшө. Әлеге акция ошо фекерҙе дәлилләү, тамашасыларҙы, театр һөйөүселәрҙе берләштереү өсөн мөһим.

Акция спектаклдәр күрһәтеү менән генә сикләнмәй. Был кистә тамашасылар экскурсия аша сәнғәт йортоноң сәхнәнән күренмәгән яҡтары менән таныша, репетицияларҙы ҡарай, ижади осрашыуҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, лекция тыңлай, пьесаларҙы уҡыу мәлен күрә ала. Бынан тыш, һәр мәҙәниәт усағы үҙенең ҡыҙыҡлы алымдары аша тамашасыларҙы тылсымлы театр донъяһы менән таныштыра. Сәхнәне гел бер яҡлы ғына күреп өйрәнгән тамашасыларҙың хәтерендә был көн айырыуса иҫтәлекле сара булып ҡалыр.

“Театр сәнғәте төнө” саралары тамашасыларға ла, театр эшмәкәрҙәренә лә төбәлә. Башҡортостан да был кистән ситтә ҡалмай, ярайһы күп ваҡиғалар көтөлә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә бөгөнгө кистә “Театр яҙы” фестиваленә йомғаҡ та яһала.

Һүрәттәрҙә: Бөгөн М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры – М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы"н, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры "Бәләкәй принц" әкиәтен ҡуя.

 

 

Бөгөн – “Театр сәнғәте төнө”
Бөгөн – “Театр сәнғәте төнө”
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас