2011 йылда режиссер Айрат Абушахманов Мостай Кәримдең киң билдәле трагедияһына мөрәжәғәт итеп, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә “Ай тотолған төндә” (“Затмение”) спектаклен ҡуя. Унда Аҡъегетте – Руслан Хайсаров, Шәфәҡте Римма Ҡаһарманова уйнай. Премьераға 15 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, спектакль тирәләй серҙәр бөгөн дә асыла. Баҡтиһәң, фәҡәт ошо постановкала үрҙә телгә алынған актерҙар тәүге тапҡыр сәхнә партнерҙары булараҡ сығыш яһаған икән.
– Репетициялар мәлендә һөйләшеп, образдар өҫтөндә эшләй торғас, Руслан менән дуҫлашып та киттек. Шәфәҡ менән Аҡъегет сәхнәбеҙҙе ныҡ ярата инем, сөнки унда йола буйынса ярашырға тейеш еңгәй менән ҡәйнеш араһындағы мөхәббәт тә, “Ярамай” тигән тыйыу ҙа, ҡурҡыу, наҙ, тулҡынланыу ҙа бар ине. Ошо йәнде үртәр тойғолар менән байытылған сәхнәбеҙ спектаклдең икенсе актын башлар булды.
“Ай тотолған төндә”не уйнар алдынан икебеҙ генә атҡарып алған йолабыҙ ҙа бар ине: шаршау артында бер-беребеҙгә: “Һуңғы тапҡыр! Бөгөн был сәхнәне һуңғы тапҡыр уйнағандай итеп эшләрбеҙ!” – тип әйтешеп ала инек, – ти бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Ҡаһарманова.
Башҡортостандың халыҡ артисы Руслан Хайсаров:
– Эйе, “Ай тотолған төндә” спектаклендә партнерым Римма менән уйнау тап шул “Һуңғы тапҡырҙай эшләрбеҙ!” тигән һүҙҙәр менән иҫтә ҡалған.
12 йылдан һуң – 2023 йылда Мостай Кәрим әҫәрендә еңгә менән ҡәйнеште уйнаған ике актер Таңсулпан Ғарипова романы буйынса ҡуйылған “Бөйрәкәй” спектаклендә төп ролдәрҙә – әсә менән ул образдарында сығыш яһай. Ике спектакль өҫтөндә партнерҙар булараҡ эшләү, ролде элек һәм бөгөн сығарыу араһында айырма бармы, булһа, ниндәй икән?
– “Бөйрәкәй”ҙе сығарғанда партнерлыҡ башҡа кимәл алған ине. Был юлы беҙ спектаклде тәрәнерәк, төплөрәк эшләү маҡсатында берләштек. Бер-беребеҙҙе өйрәнеүҙә, күңел һандыҡтарын соҡоуҙа, ролде сығарыуҙа буяуҙар эҙләүҙә ярҙам итештек. Был спектакль репетициялары барышында Римма менән күберәк романдың үҙе тураһында һөйләшә инек, уны-быны уҡып, этюдтарҙы ла ҡыйыу, ҡолас йәйеп эшләү яҡлы булдыҡ. “Бөйрәкәй”ҙе уйнаған һәр саҡты ағас ултыртыу менән сағыштырам. Сығышыбыҙ тәрән мәғәнәле булһын, ағастың тамыры һутлы, уңдырышлы тупраҡҡа ерекһен,тип уйнарға тырышабыҙ, – ти Ихсанбай ролен башҡарған актер Руслан Хайсаров. – Спектакль тамамланыу менән дә әле өйгә ҡайтышып китмәйһең, уйнағанды тикшереп, анализлап алабыҙ. Икенсе юлы ҡулланғандай алымдар билдәләйбеҙ. Миңә ҡалһа, был бик ҡиммәтле.
Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Ҡаһарманова “Бөйрәкәй” спектаклендә Барсынбикә (Фәүзиә) ролен башҡара. Ике спектакль араһындағы айырманы ул түбәндәгесә бәйән итә:
– Был спектаклдәр жанрҙары менән айырылһа, ундағы Аҡъегет – Шәфәҡ, Ихсанбай – Барсынбикә мөнәсәбәттәре бөтөнләй башҡа. Мостай Кәримдең трагедияһында сәхнәбеҙ мөлдөрәмә ҡараштар, мөхәббәтле һүҙҙәр ярҙамында эшләнһә, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрен уйнағанда бер-беребеҙгә ҡарамайбыҙ ҙа, тиерлек, һәр репликабыҙ тотош донъя исеменән, эре алым һәм аҙымдар менән уйналған һымаҡ.
“Бөйрәкәй”ҙең премьераһынан һуң ҡыҙыҡ бер факт асыҡланды. Ғәҙәттә, киске спектаклгә ике сәғәт алдан бөтә состав йыйылып, һәр актер һүҙҙәрен ҡабатлап, партнерҙары менән сәхнәләрен үтеп сыға. Беҙ ҙә Руслан менән репетицияға килдек, һүҙҙәребеҙ күп тип, ихлас иҫкә төшөрәйек, тиһәк, баҡтиһәң, репликаларыбыҙ бер нисәү генә икән. Тиҙ генә үттек тә сыҡтыҡ. Икебеҙ ҙә ныҡ аптыраныҡ, сөнки “Бөйрәкәй”ҙе эшләгән ваҡытта беҙ, төп геройҙар булараҡ, спектаклдең башынан аҙағынаса сәхнәлә, бергә һәм сюжет үҙәгендәбеҙ һымаҡ ине. Сығышыбыҙ өс кенә сәхнәнән һәм өс-дүрт репликанан торғанын аңғармағанбыҙ, әммә өс сәғәт барған спектаклдең аҙағынаса үҙебеҙҙе шунда тойоу, йәшәү хисе ныҡ аптыратты, ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, “Бөйрәкәй”ҙә беҙ бергә сыҡҡан сәхнә беренсе актта бөтөнләй юҡ, икенсеһенең аҙағында ғына килеп сығабыҙ. Беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡ асыш булды был.
Тамашасылар был үҙенсәлекле күренеште нисек һиҙә икән? Һеҙгә лә Барсынбикә менән Ихсанбай тотош спектакль буйы сәхнәлә һымаҡмы?
Гөлсәсәк Мостаева яҙып алды.
Фотоларҙа: "Ай тотолған төндә"; "Бөйрәкәй"ҙән күренештәр (М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры архивынан).