Йырсы ғаилә Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндар күсенергә йыйына. Улар яңы фатир һатып алған. Был хаҡта Әлиә стористарында, яҙылыусылар һорауҙарына яуап биргәндә әйткән.
Әлиә әйтеүенсә, улар ҙурыраҡ фатирға күсенергә уйлай. Әле йырсыларҙың яңы фатирында ремонт эштәре бара.
“Ремонт эштәре тамамланһа, күсенеүҙән алда уҡ барыһын да күрһәтә башлармын”, - тигән ул.
Төхвәтуллиндар яңы урынға күсенеү менән улдары Әлимде балалар баҡсаһына бирергә уйлауҙарын да әйткән.
Яратҡан йырсыларыбыҙға тиҙерәк яңы фатирға күсенеүҙәрен һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan